08.01.2015 Һәр көндөң ҡәҙерен, тәмен тойоп йәшәйек!
Фотолағы матур ҡыҙҙың исеме – Розалия Шәғәлина. Ул, Белорет районының Үткәл ауылында йәшәүсе йыр-моңға, сәнғәткә ғашиҡ Гүзәл һәм Иршат Шәғәлиндарҙың ғаиләһенә йәм өҫтәп, 1994 йылдың 6 сентябрендә донъяға килгән.
Булыр бала биләүҙән, тигәндәре шул инде. Розалияны беҙ бәпес сағынан уҡ артист тип беләбеҙ. Ата-әсәһе мәҙәниәт йортонда эшләгәс, ҡыҙыҡай сәхнәлә үҫте, тиһәң дә хата булмаҫ.
2000 йылда биш йәшлек ҡыҙыҡай Өфөлә уҙғарылған «Башҡортостан йондоҙсоҡтары» конкурсында 1-се урын яуланы. Ул 2013 йылда баш ҡалала үткән «На крыльях таланта» бәйгеһендә лә юғары титул алыуға өлгәште. Шул уҡ йылда Болгарияла халыҡ–ара бейеү фестивалендә лә 1-се урын алды.
2014 йылда Ҡазан ҡалаһында үткәрелгән "Морозко – 2014" балалар һәм үҫмерҙәр ижады буйынса Бөтә Рәсәй асыҡ фестиваль-конкурсында 1-се урынға сыҡты.
Ҡыҫҡаса әйткәндә, ҡайҙа ярыш-фестиваль, байрам концерты – Розалияны тап шунда табырға мөмкин. Тамашасы һөйөүен ул көслө алҡыштар аша ҡабул итә. Был ғына түгел, ул оҫта итеп шиғыр ҙа яҙа. Әлегә үҙем өсөн генә тиһә лә, ижад емештәре интернет селтәрендә ярайһы уҡ танылыу тапты. Үҙе әйтеүенсә, тормошҡа дәрт, көс өҫтәгән иң яратҡан шөғөлө – бейеү. Бигерәк тә башҡорт халыҡ бейеүҙәрен үҙ итә.
Таланты кешеләр бар яҡтан да талантлы. Розалия менән һөйләшкәндә, һәр һүҙен ҡабаланмай, уйлап, аҡыллы фекер йөрөтә. «Кешеләрҙә барыһы ла оҡшай. Бөтәһен дә насар тип әйтә алмайым. Һәр кемдә ниндәйҙер яҡшы сифаттар бар. Шулай ҙа алдашыуҙы, көнләшеүҙе, ике йөҙлөлөкте яратмайым”, – ти ул.
– Хоҙай биргән ғүмеремде лайыҡлы итеп уҙғарырға теләйем. Һәр көндөң ҡәҙерен, тәмен тойоп йәшәйһе ине. Атай-әсәйем, ағайым һәм туғандарым миңә көс һәм дәрт, илһам ҡанаты өҫтәй. Аллаһы Тәғәлә бер кемгә лә күтәрә алмаҫлыҡ ауырлыҡ бирмәй, һәр кемдең үҙ юлы бар. Шул юлды табып, тормоштоң яҙыҡ юлына баҫмай, татыулыҡта, бер-беребеҙҙе ихтирам итеп йәшәйек, – тигән фекерҙә Белорет ҡыҙы.
Рүзидә ҒӘЙФУЛЛИНА.
Белорет районы.