26.12.2014 Рәшит Назаров исемендәге конкурс тамам. Алда – яңыһы
Яңы йыл – мөғжизәләргә, тылсымға, ҡотлауҙарға һәм бүләктәргә бай байрам. “Йәшлек” тә ике йыл дауамында барған Рәшит Назаров исемендәге республика әҙәби конкурсына йомғаҡ яһап, еңеүселәрҙе билдәләргә йыйына. Проза һәм поэзия жанрҙары буйынса барған бәйгелә барлығы 42 ижадсы ҡатнашты. Абруйлы баһалама ағзалары улар араһынан “иң-иң”дәрен һайлап, еңеүселәрҙе билдәләне.
Шулай итеп:
Гөлнара Хәлфетдинова (БР Яҙыусылар союзы ағзаһы),
Ғәлиә Мөхәмәтйәнова,
Гөлдәр Бүләкбаева-Биргәнова (проза жанры буйынса) еңеүселәр тип табылды. Шулай уҡ Мансур Ҡаҙаҡаев “Өмөт” номинацияһында бүләкләнә.
Еңеүселәрҙе бүләкләү, баһалама ағзалары менән осрашыу ғинуарҙа үтәсәк. Был хаҡта уларға хәбәр ителәсәк.
Әйткәндәй, киләһе йылда ла әҙәби конкурс иғлан итәсәкбеҙ. “Йәшлек”тән айырылмағыҙ, дуҫтар!
Гөлнур ҠЫУАТОВА.