«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » “Йәшлек”, Спорт һәм... бүләктәр 2



19.12.2014 “Йәшлек”, Спорт һәм... бүләктәр 2

йәки “Йәшлек” гәзите киләһе йылға яҙылған сәләмәт тормош яҡлы уҡыусыларыбыҙҙы спорт викторинаһында ҡатнашырға саҡыра.

Шулай итеп, икенсе турҙың һорауҙарын тәҡдим итәбеҙ. Гәзит уҡыусыларыбыҙ, әүҙемерәк булығыҙ. Әлеге үткән викторина һорауҙарына килгән яуаптарҙан, йорт мәшәҡәттәренә ҡарамай, күберәк гүзәл заттарыбыҙҙың спортты һөйгәненә инандыҡ. Нимә, егеттәр, эштән бушап булмаймы, әллә башҡа уйҙар борсоймо?.. Моғайын, ҡайһы бер гәзит уҡыусыларыбыҙ викторинабыҙ тураһында белмәй ҡалғандыр. Шуға күрә беренсе викторина һорауҙарына яуаптарҙы икенсеһе менән бергә ҡабул итергә әҙербеҙ. Әйҙәгеҙ, бергәләп башты эшләтәйек. Бүләктәр һеҙҙе көтә.

II тур

“Йәшлек”, Спорт  һәм... бүләктәр 21. Республикабыҙ тенниссыһы, Олимпия уйындары призеры.
2. Саңғыла йүгереү буйынса иң оҙон дистанцияның исеме һәм алыҫлығы.
3. Волейбол уйынын кем уйлап сығара?
4. Ниндәй спорт төрҙәренә Олимпия уйындарында ҡатнашыу хоҡуғы бирелмәй?
5. Был спорт төрө мотлаҡ алты фигуранан тора: «Рыба-меч» йәки «Каталина», «Цапля» йәки «Фламинго», «Аврора» йәки «Альбатрос». Ниндәй спорт төрө хаҡында һүҙ бара?
6. Саңғысылар йүгергәндә уны һорай.
7. Стэнли кубогын яулаусы һәр хоккейсыны нимә менән бүләкләйҙәр?
8. Рәсәйҙең ҡайһы хоккейсыһына көйәрмәндәр «рус ракеткаһы» ҡушаматын таҡты?
9. Хоккей буйынса СССР йыйылма командаһы составында булған тәүге ҡапҡасы, донъя чемпионы.
10. Марафон дистанцияһының оҙонлоғо.
11. Ниндәй спорт төрөнөң костюмы ике быуат инде алмаштырылғаны юҡ?
12. Хоккей буйынса СССР беренселегендә иң беренсе булып гол индергән уйынсы.
13. Керлинг уйынында сәптең диаметры.
14. Һиндостан спортсылары ҡайһы спорт төрөндә Олимпия уйындарының алтын миҙалын яулай?
15. Мотоуҙыш буйынса СССР-ҙың берҙән-бер алты тапҡыр донъя чемпионы.
16. Республикабыҙҙан хоккей буйынса ике тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы.
17. Мотоуҙыш буйынса СССР беренселегенең тәүге еңеүсеһе.
18. Теннис буйынса Францияның асыҡ беренселегендә еңгән иң йәш спортсы.
19. Биатлонсылар атҡан сәптең диаметры ике төрлө була. Ятып атҡаны күпме һәм баҫып атҡанда күпмегә тиң?
20. Футболда Арыҫлан исемен йөрөткән уйынсы.
21. Халыҡ-ара шашка буйынса биш тапҡыр донъя чемпионы.
22. Өфөлә уҙған биатлон буйынса Европа беренселегендә дүрт тапҡыр еңеүсе кем?
23. Рус бейсболы нимә тип атала?
24. Олимпия уйындары чемпионы менән донъя чемпионы нимәһе менән айырыла?
25. Нисәнсе йылдан алып Башҡортостан волейбол клубы Рәсәй суперлигаһында уйнай башлай?

Шиғри һорау:
“Биатлон” һүҙҙәрен файҙаланып, дүрт юллыҡ шиғыр яҙығыҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға