12.12.2014 Башҡорт ҡыҙҙары халыҡ-ара проектта ҡатнаша
“Гүзәллектең милли сығанаҡтары” (Les origines de la beautu) – художестволы-документаль һәм фәнни коммерциялы булмаған халыҡ-ара проект. Ул кешелектең этник төрлөлөгөн ерҙә йәшәгән төрлө милләт ҡатын-ҡыҙҙарының матурлығы аша тикшерә. Проекттың маҡсаты – ни тиклем аҙ һанлы һәм ниндәй сәйәси статусҡа эйә булыуына ҡарамаҫтан, һәр милләтте тулы, системалы һәм шул уҡ ваҡытта ижади итеп күрһәтеү, үҙенсәлектәрен сағылдырыу.
Проекттың нигеҙен дәүләттәр түгел, ә донъяның күп милләтле колоритын асыҡ күрһәтеү өсөн этностар тәшкил итә. Сөнки матурлыҡ конкурстарында һәм башҡа проекттарҙа, ғәҙәттә, гражданлыҡтарынан сығып, милләттәрҙең 90 проценты, үҙ дәүләте булмау сәбәпле, күҙ уңынан ситтә ҡала.
Проектта һәр милләттән өс ҡатын-ҡыҙ ҡатнаша ала. Уларҙы профессионалдар фотоға төшөрә һәм видеоинтервью әҙерләй. Беренсе сиратта, йыйылған материал интернет аша таратыласаҡ. Артабан күргәҙмәләр ойоштороу, китаптар һәм DVD-дискылар сығарыу көтөлә. Әйткәндәй, “Гүзәллектең милли сығанаҡтары” проекты ЮНЕСКО тарафынан хупланып, быйыл мартта Париждағы штаб-квартираһында үткән сарала презентацияланғайны. Уға Парижда нигеҙ һалынһа ла, уның етәксеһе – Францияла йәшәүсе Мәскәү ҡыҙы Наталья Иванова.
Башҡорт халҡы исеменән дә өс ҡыҙ ҡатнашты. Уларҙың беренсеһе – Мәскәүҙә йәшәгән яҡташыбыҙ Рушания Сабитова Башҡорт дәүләт педагогия университетында башҡорт һәм инглиз телдәрен өйрәнгән, баш ҡалаға күскәс, икенсе юғары белем алыу өсөн Рәсәй Фәндәр академияһының Азия илдәре һәм көнсығыш институтына уҡырға ингән. Әлеге ваҡытта ҡытай телен һәм иҡтисад ҡанундарын үҙләштерә – иҡтисадсы-тәржемәсе буласаҡ. Ҡыҙҙы проект етәкселәре үҙҙәре эҙләп табып, унда ҡатнашырға саҡыра.
– Көтөлмәгән тәҡдим булһа ла, баш тартманым, әммә видеоинтервьюға ентекле әҙерләнергә ваҡытым булманы. Шуға ҡарамаҫтан, ышаныслы, тулы итеп яуап бирергә тырыштым. Бер нисә йыл элек шәжәрәмде ентекле өйрәнеүем дә ярҙам итте. Үҙемдең ун алты быуынымды беләм, – ти ул.
Ошо көндәрҙә проекттың Париждан Мәскәүгә килеүен файҙаланып, Өфөнән ике милләттәшебеҙ ҙә тарихта эҙ ҡалдырыу мөмкинлегенә эйә булды. Улар республикабыҙға әйләнеп ҡайтҡас, тәьҫораттары менән уртаҡлашыуҙарын үтендек.
Гөлнур Зиннәтова – Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылы һылыуы. Башҡорт дәүләт педагогия университетының хореография факультеты студенты. Республика кимәлендә үткән “Һылыуҡай” гүзәллек бәйгеһе еңеүсеһе. Видеоинтервью барышында милли үҙаңдың ҡыҙҙа ҡасан барлыҡҡа килеүен, уның ҡарашы, халҡының ниндәй ыңғай һәм кире яҡтары булыуын һорашҡандар.
– Рус мәктәбендә уҡыным һәм дуҫтарым менән йә русса, йә татарса аралаша торғайным. Әммә олатайым һәм өләсәйем бәләкәйҙән минең башҡорт ҡыҙы булыуым хаҡында хәтеремә төшөрөп, туған телдә аралашырға тейеш булыуымды иҫкәртеп торҙо. Бөгөн ғаиләбеҙҙә тик башҡорт телендә генә аралашабыҙ. Дуҫтарым араһында ла башҡорттар күп. Башҡортса спектаклдәр ҡарарға, йырҙар тыңларға яратам. Боронғо башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары кеүек, оҙон сәс йөрөтәм.
Видеоинтервьюла башҡорт халҡынан сыҡҡан билдәле кешеләр – Рудольф Нуриев, Мостай Кәрим, Земфира, ағалы-ҡустылы бокссылар Сөләймәновтар, Фәйзи Ғәскәров һәм башҡалар тураһында ла телгә алдым. Донъя беҙҙең халҡыбыҙҙы белергә тейеш.
Үкенескә күрә, халҡыбыҙҙың кире һыҙаттары тураһында һөйләгәндә, күптәрҙең татарлашып, руслашып бөтөүен әйтергә тура килде. Ата-әсәләрҙең балаларын башҡорт мәктәптәренә бирмәй, көсләп тел белеүҙән мәхрүм итеүе лә әрнеткес күренеш. Минеңсә, тамырҙарыңда башҡорт ҡаны аға икән, тимәк, һин туған телеңде, халҡыңдың телен һәм мәҙәниәтен өйрәнергә бурыслыһың, шунһыҙ кешенең шәхес булараҡ үҫеше тулы булмаясаҡ, – ти Гөлнур.
Өсөнсө һылыуҡай – Ишембай районының Кинйәбулат ауылынан Алина Ғәлиева “Йәшлек” гүзәле – 2014” конкурсы аша уҡыусыларыбыҙға таныш. Ҡыҙ Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында беренсе курста белем ала. Шиғри күңелле Алинаның видеошиғырҙары интернет селтәрендә бик популяр.
– Проект етәкселәре мине социаль селтәрҙәр аша үҙҙәре эҙләп тапты һәм ғариза ебәрергә тәҡдим итте. Ғариза һәм анкета ебәргәндән һуң, был хаҡта оноттом. Күптән түгел Мәскәүгә видеоға төшөргә саҡырыу килгәс, баҙап ҡалдым. Атай-әсәйем менән кәңәшләшкәндән һуң, һуңғы көндә тигәндәй, баш ҡалаға сығып киттем. Был проектҡа тәүҙә етди иғтибар бирмәһәм дә, уның етәкселәре менән танышып, аралашҡас, ҡарашым үҙгәрҙе. Ысынлап та, милләттәрҙе һаҡлап ҡалыу өсөн, бәләкәй генә булһа ла, етди аҙым булмаҡсы ул.
Видеоинтервьюға алдан әҙер түгел инем, шуға күрә, һорауҙарға нимә тип яуап бирергә белмәй, баҙап ҡалдым. Башҡорттарҙың йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре тураһында һөйләнем. “Мин халҡымды, туған телемде, Башҡортостанымды, атай-әсәйемде яратам!” – тип башҡортса әйттем. Төшөрөүгә әҙерлек барышында икенсе милләт ҡыҙҙары – бүрәттәр, ҡумыҡтар, яҡуттар, ингуштар менән таныштым. Бигерәк тә ҡумыҡ ҡыҙҙары сибәрлеге менән һоҡландырҙы. Шуныһы үкенесле, мин танышҡан ҡыҙҙарҙың береһе лә тиерлек туған телендә һөйләшә белмәй, – ти Алина.
Ҡыуанысҡа күрә, халҡыбыҙҙы был проектта сибәр генә түгел, аҡыллы, маҡсатлы ҡыҙҙар сағылдыра. Уларҙың өсөһөнә лә уңыштар теләйек.
Ми