«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Әсәһе кеүек көслө рухлы булырға ынтыла



12.12.2014 Әсәһе кеүек көслө рухлы булырға ынтыла

Әсәһе  кеүек көслө  рухлы  булырға  ынтылаНәркәс Зәки ҡыҙы Мөхәммәтова Әбйәлил районының Асҡар ауылында тыуып үҫкән. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетын тамамлаған. Бала саҡтан әүҙем тормош алып барған уңған ҡыҙ сәнғәткә ғашиҡ. Йырларға ярата. Киләсәктә үҙенең матур йырҙарҙан торған концерт программаһын ҡуйыу тураһында хыяллана.
“Мин һәр ваҡыт әсәйем өлгө булып тора. Ул, тормошта ниндәй генә ауырлыҡтарға осрамаһын, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәйсә, киләсәккә өмөт һәм ышаныс менән ҡарап йәшәй. Ысын башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына ғына хас булған көслө рухлы, ғорур, шул уҡ ваҡытта алсаҡ һәм матур булып ҡалыуы һоҡландыра”, – ти Нәркәс.

Г. ЮЛДАШЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға