21.11.2014 «Башҡортостан һылыуҡайы– 2014» билдәләнде!
16 ноябрҙә баш ҡаланың Конгресс-холында «Мисс Башҡортостан – 2014» республика матурлыҡ конкурсының финалы үтте. Унда Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетында уҡыусы 21 йәшлек Ирина Ғәлиханова гран-при яуланы. Беренсе вице-мисс титулы Сибай ҡалаһынан килгән 19 йәшлек Айгөл Сафинаға бирелһә, икенсе вице-мисс исеменә Ангелина Гәрәева (24 йәш, Өфө районы) лайыҡ булды.
Ирина Ғәлиханова дүрт йыл буйы «Мисс Уфа», «Мисс «Русское радио», «Мисс ТЦ «Мир», «Мисс «Молодая гвардия» исемле конкурстарҙа ҡатнашҡан. 16 ноябрҙә 22 һылыуҡай жюри алдында киске күлдәктәрҙә, һыу инеү костюмдарында дефиле яһаған, видеовизиткаларын күрһәткән. Аҙаҡтан ҡыҙҙар үҙҙәре әҙерләгән башҡорт аш-һыуын тәҡдим иткән.
– Мин был һынауға замансараҡ әҙерләндем – Башҡортостан байрағы төҫөндәге кремлы капкейктар бешерҙем, – ти Ирина Ғәлиханова. – Бәләкәй пирожныйҙар шулай атала. Улар милли аш-һыуға инмәһә лә, өҫтәре республикабыҙҙың дәүләт символы төҫтәрендә биҙәлгән.
Кисә мәлендә «Буласаҡ әсәләр» тигән бик матур сығыш күрһәтелде. Ҡыҙҙар сәхнә буйлап үтеп, тамаша залына төштө һәм әсәләренә сәскәләр бүләк итте.
Гран-при яулаусыға 50 мең һум аҡса, Сваровски страздары менән биҙәлгән таж тапшырылды. Бынан тыш, Ирина киләһе йылда үтәсәк «Miss globe international» бөтә донъя матурлыҡ ярышында ҡатнашыу хоҡуғын яуланы.
Әйтергә кәрәк, конкурс Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда иғлан ителгән Мәҙәниәт йылы планына ярашлы ойошторолдо. Уны Өфө ҡала советы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы, «БР буйынса Рәсәй иреклеләре союзы» йәмәғәт ойошмаһы һәм «Мисс Башҡортостан» модель агентлығы үткәрҙе.
Айбулат ИШНАЗАРОВ.