«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Гөлшат Юнысова:«Халҡыбыҙҙың матур ғөрөф-ғәҙәттәрен онотмайыҡ!»



14.11.2014 Гөлшат Юнысова:«Халҡыбыҙҙың матур ғөрөф-ғәҙәттәрен онотмайыҡ!»

Гөлшат Юнысова:«Халҡыбыҙҙың матур  ғөрөф-ғәҙәттәрен онотмайыҡ!»Мин Гөлшат Илдус ҡыҙы Юнысова булам. 1995 йылдың 28 апрелендә донъяға килгәнмен. Республиканың иң матур ҡалаларының береhе – Сибайҙа йәшәйем. БДУ-ның Сибай институтында юрист һөнәренә уҡыйым.
Башҡорт бейеүҙәрен үҙ итәм, ҡумыҙҙа уйнарға яратам. “Арҡайым”, “Ете ҡыҙ” студияларына йөрөйөм. Халҡыбыҙҙың милли костюмдарын тегәм, ҡашмау, селтәрҙәрен эшләйем. Элекке ғөрөф-ғәҙәттәрҙе онотмайыҡ, hаҡлайыҡ, тергеҙәйек.

Һылыуҡайҙар! “Бәйләнештә” селтәрендә “Йәшлек” гүзәле – 2014” конкурсы” төркөмөнә үҙегеҙ тураһында яҙып, фотолар ебәрә алаһығыҙ. Адресы – https://vk.com/ye02guzel
“Йәшлек” гүзәле – 2014” конкурсы” һәм “Йәшлек” гәзите проекты” төркөмдәренә инергә, был турала дуҫтарығыҙға һөйләргә, 2014 йылдың тәүге яртыһына беҙҙең гәзиткә яҙылырға ла онотмағыҙ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ – “Бәйләнештә” https://vk.com/yeshlek_gazite адресы буйынса гәзитебеҙҙең “Йәшлек” гәзите проекты” исемле рәсми төркөмө эшләп килә. Унда республика яңылыҡтары менән танышырға, аралашырға мөмкин.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға