«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » Башҡортса кроссворд



24.10.2014 Башҡортса кроссворд

Башҡортса кроссворд1. Нәфис һүҙ ижады. 2. Нимә ул ваба? 3. Ҡыҙ яғынан егеттең ата-әсәһенә бирелгән бүләк. 4. Шахматта иң бәләкәй фигура. 5. Балыҡ һеңере. 6. Оҙаҡ йылдар эшләгән тәжрибәле кеше. 7. Тәмәке ағыуы. 8. Үтә күренеп торған йоҡа нәмә. 9. Бәләкәй кәүҙәле ҡатын-ҡыҙ. 10. Тау-таш эшендә ҡулланыл­ған сүкеш. 11. Буласаҡ концерт белдереүе. 12. Йыуан түмәр. 13. Ҡырағай йәнлек. 14. Йылҡының маңлай сәсе. 15. Ураҙанан һуң бирелә торған саҙаҡа. 16. Тирмәнең төнлөгөн яба торған кейеҙ. 17. Һыҙғыс менән уйнай торған дүрт ҡыллы музыка ҡоралы. 18. Ҡиәфәт, төҫ. 19. Иң күп С (…)ы лимонда. 20. Ҡойоп яуған ямғыр. 21. Магазин ҡатығы. 22. Үҙ-ара аралашыу ҡоралы. 23. Туҙ күнәсек. 24. Ваҡ сөсө икмәк. 25. Биҙәкле таҫма. 26. Дәүләт башындағы хаким. 27. Урман эсендәге асыҡ ер. 29. 40 көнлөк иң һыуыҡ осор. 29. Миләш. 30. Ҡар булып төшкән ысыҡ. 31. Оло аҡыл эйәһе. 32. Ҡар аҫтына төшкән һыу. 33. Сбруй өлөшө. 34. Буйға бик бәләкәй кеше. 35. Ишек, тәҙрәгә ҡоролған нәмә. 36. Тар ғына буй һыҙат. 37. Платина. 38. Мәккәгә ҡараған яҡ. 39. Батырҙарҙы данлаған боронғо шиғри әҫәр. 40. (…) күҙен (…) суҡымай (мәҡәл). 41. Тропик урманда үҫкән сырмалсыҡ. 42. Унан итектәр тегелә. 43. Билде быуа торған бау. 44. Әрләгәндә хәйләкәр кешегә әйтелгән һүҙ. 45. Яҙмышҡа төшкән өлөш, күрәсәк. 46. Үҙ-ара хәбәр алышып тороу сараһы. 47. Ер һөргәндәге һабан юлы. 48. Ирек, бойондороҡһоҙлоҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға