«Йәшлек» гәзите » Конкурстар » «Кешеләргә яҡшылыҡ ҡылырға әҙермен»



24.10.2014 «Кешеләргә яҡшылыҡ ҡылырға әҙермен»

«Кешеләргә яҡшылыҡ ҡылырға әҙермен»Мин Зинира Мансур ҡыҙы Кәримова булам. Башҡортос­тандың сихри Стәрлебаш районында март айының таңында йондоҙ атылғанда, атайым hәм әсәйемдең бәхетен арттырып, донъяға килгәнмен. Исемем ғәрәпсәнән ҡояшлы тигәнде аңлата. Үҙем дә кешеләргә ҡарата яғымлымын, гел яҡшылыҡ ҡылырға әҙермен.
Минең бурысым – атай-әсәйем кеүек мәрхәмәтле, ярҙамсыл hәм миhырбанлы булып, Хоҙай биргән hәләтемде үҫтереп, түкмәй-сәсмәй халҡыма еткереү.
Әлеге ваҡытта Йәлембәт мәктәбенең 11-се класында белем алам. Хыялым – уҡыуҙы тик яҡшы билдәләргә тамамлап, үҙем теләгән уҡыу йортона инеү. Киләсәктә гүзәл республикама файҙалы кеше булырға теләйем.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға