08.08.2014 3D иҙәндән атлағаның бармы?
Һәүәҫкәр рәссам Марат Ғафаров шедеврҙар тыуҙыра.
Бөтәбеҙҙең дә аҫылмалы күпер аша йөрөгәне бар. Һаҡ ҡынабыҙ, иғтибарлыбыҙ шул күпер аша үткәндә, аяҡтар ергә теймәгәс, нисектер ҡурҡыта кеүек. Нишләйһең – аяҡты терәп баҫып атларға күнегелгән. Ә бына иҙәнең шул аҫылмалы күпер кеүек эшләнһә, башта ниндәй уйҙар тыуа икән? Мине бындай уйҙарға Баймаҡ районының Темәс ауылында йәшәүсе Марат Ғафаровтың 3D һүрәттәре батырҙы. “3D” тигәс, аңлашыла инде – һүрәткә түгел, ә ысынға оҡшап тора. Әйтерһең, иҙән урынында ҡәҙимге таҡта түгел, ысын күпер һәм күл бар. Заман ҡорамалдары һәм технологиялары иҙәнде төрлөсә эшләргә мөмкинлек бирә, ә бына рәссамдың үҙенең идеяһы, үҙ ҡулдары, ҡылҡәләм менән шундай итеп биҙәп ҡуйыуы – ысын ижад. Марат Ғафаровтың үҙенең йортонда түгел, бер танышының өйөндәге бүлмә тап шулай биҙәлгән.
– Үҙемдең өйөмдә бер ниндәй ҙә һүрәт юҡ тиерлек. Классика инде был: итекһеҙ итексе, – тип йылмая рәссам. Ә былай ул биҙәгән объекттар бик күп. Мәҫәлән, урындағы бер эшҡыуарҙың йортоноң тышҡы стенаһына төшөрөлгән аттар бер кемде лә битараф ҡалдырмай, әгәр Баймаҡ районы буйлап сәйәхәт ойошторолһа, уның маршрутына ошо йорт мотлаҡ индерелер ине – унда әле лә фотоаппарат тотоп һоҡланып тороусыларҙы күрергә була.
Һүҙебеҙҙе 3D һүрәттән башлағайныҡ бит әле – бындай эшкә Марат Ғафаров күптән түгел генә тотонған. Осраҡлы ғына килеп сыҡҡан был хәл. Ҡустыһы килеп: “Иҙәнемде 3D һүрәт менән биҙәп бир әле, булдыра алмаһаң, ҡайҙан да булһа икенсе оҫта саҡыртып эшләтәм”, – тип аптыратып та, сәмләндереп тә киткәс, аҙна самаһы уйланып йөрөгән дә, автоэмаль, яхта лагы кеүек кәрәкле нәмәләр менән ҡоралланып, ҡулына ҡылҡәләм алған. Бисмилла менән башланған, талантлы кеше тотонған эш сыҙаймы ни – аҙна самаһында ошондай тиңһеҙ иҙән барлыҡҡа килгән.
– Бөтә эште үҙ белдегемә, эшләгән һайын аңлай барып, яратып, тырышып башҡарҙым. Кескәй саҡтан һүрәт төшөрөү үҙенекен итә, һөҙөмтә үҙемә лә оҡшаны. Әлегә 3D форматында биҙәлгән ике генә иҙәнем бар. Ләкин бының менән генә тамамланмаҫ, моғайын. Эштәрем үҙебеҙҙә генә түгел, бөтә донъяға билдәле булды ла ҡуйҙы. Интернетта йүнләп ултырған да юҡ, ижадым социаль селтәрҙәргә инеп киткән дә, хәҙер меңәрләгән кеше һоҡланыуын белдерә, заказ бирәләр, әллә ҡайҙарға саҡыралар. Дөрөҫөн генә әйткәндә, бындай иғтибар минең өсөн көтөлмәгән хәл булды. Америка, Британия, хатта Австралиянан яҙа башланылар. Был миңә ғорурлыҡ ҡына түгел, яуаплылыҡ та өҫтәй. Аэрография стилендә һүрәт төшөрөүҙе дауам итеп, 3D форматын камиллаштырырға кәрәк. Ижад барыһына ла күренергә тейеш, күргәҙмәләр ҙә ойошторолһа, шәп булыр ине, – тип уй-ниәттәрен еткерҙе ижадсы.
Талантлы шәхес уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған, Марат Ғафаровтың ата-әсәһен ижадтан алыҫ торған кешеләр тип әйтеп булмай: икеһе лә матур итеп йырлаған һәм һүрәт төшөргәндәр иҫәбенән. 3D һүрәттәре менән беҙҙе һоҡландырған геройыбыҙҙың һүрәт төшөрөү буйынса махсус белеме юҡ. Ул үҙен белгәндән алып мәктәп гәзиттәрен биҙәү, урындағы клубта декорациялар эшләү менән шөғөлләнгән. Хәрби хеҙмәттә булғанда Марат Ғафаров өлөшөнә карталар эшләү ҙә төшә һәм шунлыҡтан легендар маршал Александр Покрышкин менән бергәләп “ЛИ – 2” самолетында осоп, донъя күреп йөрөй. Хәрби хеҙмәт, самолеттар ныҡ ылыҡтырһа ла, ауылға кире әйләнеп ҡайта, сөнки өйҙә ата-әсәһеҙ ҡалған ҡусты-һеңлеләре көтөп тора. Бөгөн Марат Ғафаровтың ҡулы тейгән ижад өлгөләре бик күп: матур итеп биҙәлгән тирмәләр, сәхнәләр, пароходтар, балалар баҡсалары һәм тағы ла әллә күпме объект. Темәстәге крайҙы өйрәнеү музейына ла ҙур өлөш индергән ул. Ҡасандыр республикала тәүгеләрҙән булып төҙөлгән Сибай ҡалаһы мәсетенең проектын да Марат Ғафаров төшөрөп, Әғләм хәҙрәт Ғәзизовҡа тапшырған. Оҙаҡламай иман йорто ҡалҡып та сыҡҡан. Был хәл илебеҙҙең һынылыш осоронда булғанлыҡтан, бөтә власть тағы ла тик коммунистар ҡулына төшһә, мәсет ни эшләр икән, тип шыртлаңҡырап та йөрөгәндәр әле.
– Ошоға тиклем бик күп һүрәт эшләнем, улар илебеҙҙең төрлө мөйөштәренә таралған. Шуларҙы, исмаһам, фотоға ла төшөрөп алып ҡалмағанмын бит. Нисәү булғанлығын да белмәйем хатта. Ул хаҡта уйланылманы, бына хәҙер үҙемдең ижад емештәремә һаҡсылыраҡ ҡарайым. Выжданһыҙ әҙәмдәр шул тиклем күп, минең эштәремде үҙенеке тип, интернет аша ойошторолған конкурстарҙа ҡатнашыусылар ҙа бар. Бер компанияның, 3D һүрәтемде реклама итеп файҙаланып, халыҡты, шул һүрәттәрҙе иҙәнегеҙгә эшләйәсәкбеҙ, тип ышандырырға тырышыуын күреп тә аптыраным, – ти Марат Ғафаров.
Әлегә һәүәҫкәр рәссам бер таҡта иҙәнде һәм бер кафелде биҙәгән. Икенсеһендә мөләйемлеге менән һоҡландырған дельфин һүрәтләнгән, уның башынан һыйпағы ғына килеп тора: шул тиклем ысынға оҡшаған. Әйткәндәй, 3D иҙәнле ғаилә аптырашып бөткән инде, уларҙың йортонан халыҡ өҙөлмәй, һәр кемдең был матурлыҡты күргеһе килә.
Ә “аҫылмалы күпер-иҙән” тигәндән, психологтар бындай һүрәттәрҙе ыңғай баһалай һәм, киреһенсә, кешеләрҙе үҙ-үҙенә ышанырға, тынысланырға ярҙам итә, тип һанай икән. Быныһы – һүҙ ыңғайынан. Донъяның төрлө мөйөштәренән “Ә ҡайҙа һуң ул Башҡортостан?”, “Ә нимә ул Баймаҡ һәм Темәс?” тип ҡыҙыҡһыныусыларҙы туплаған, ижад баһаһын белеүселәрҙе ҡунаҡҡа саҡырған, беҙҙе танытҡан талантыбыҙ Марат Ғафаровҡа уңыштар теләйек! Ул ошо көндәрҙә милләтебеҙҙең мәҙәниәтен, тарихын, матурлығын күрһәткән эштәргә ныҡлы тотонорға йыйына!
Лилиә СИРАЕВА.
Оҡшаш яңылыҡтар
23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары