23.11.2010 Быйыл «Гәлсәр»ҙә – игеҙәктәр йылы
Быйыл «Гәлсәр һандуғас» телефестивалендә Башҡортостандың төрлө район һәм ҡалаларынан 60 конкурсант ҡатнашты. Смс-тауыш биреү һөҙөмтәһе буйынса уларҙың егерме икеһе ярымфиналға үтте.
25 октябрҙә М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында шаулап-гөрләп уҙҙы ярымфинал. Мәртәбәле жюри – Башҡортостандың, Рәсәйҙең халыҡ артисы Флүрә Килдейәрова, Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Нәзифә ҡадирова, Башҡортостандың халыҡ артисы Фәнүнә Сиражетдинова, Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Тимеров, журналист Венер Исхаҡов алдында йырсылар, алдағы йылдарҙан айырмалы рәүештә, тере тауыш менән йырларға тейеш ине. Һынауҙы лайыҡлы үтеп, 30, 29, 28 балл йыйыусы конкурсанттар финалға сыҡты. Әммә гала-концертта иң күп смс-тауыш йыйыусы 10 конкурсант ҡына сығыш яһаясаҡ. Әлеге көндә иң күп тауыш йыйыусылар – Айҙар Рәҡипов, Ян Лира, Артур Насиров, Эльвира һәм Эльмира Ғилмановалар. Тауыш биреү 27 ноябргә тиклем дауам итә.
Ян ЛИРА, 30 балл.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы егете. Татарстан Республикаһының Алабуға ҡалаһында тыуған. Тамырҙары Бөрйән, Кушнаренко, Әбйәлил, Польша яҡтарында ла бар. Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлегендә 4-се курста белем ала. Бәләкәйҙән сәхнәне күреп, тойоп үҫкәнгәме, сәхнәлә үҙен иркен тота.
Яндың әсәһе Зилә Лира – йырсы, пародист. Күптәрҙә Ян Лира тигән исем ҡыҙыҡһыныу уята, сәхнәләге псевдонимы тип уйлайҙар һәм ысын исемен һорайҙар. Ян – егеттең исеме, Лира – фамилияһы, Яндың атаһы – поляк. Тырыш, моңло, үҙенсәлекле егеттәрҙең береһе ул Ян, йога менән дә шөғөлләнә.
Айҙар РӘҡИПОВ, 30 балл.
Илеш районы егете. Өфө сәнғәт училищеһының 4-се курс студенты. Вокал бүлегендә уҡый. Тамашасылар Айҙарҙы бәләкәй сағынан уҡ белә. Ул 8 йәштән «Сулпылар»ҙа ҡатнаша башлай. Бөгөн үҙе унда баһалама ағзаһы булып ултыра. Йырҙан тыш, спорт менән дә мауыға. Йөҙөү, волейбол буйынса спорт мастерына кандидат. Китап уҡырға ярата, нескә күңелле, хисле романтик һандуғастарыбыҙҙың береһе. Урынлы ғына итеп шаяртып та ала, кәрәк саҡта етди ҙә була белә.
Әлиә ХАЖИЕВА, 30 балл.
Күмертау ҡалаһы ҡыҙы. Бөгөн ул Өфө дәүләт сәнғәт академияһының вокал бүлегендә Флүрә Килдейәрова класында уҡый, Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаған. Конкурстарҙа ҡатнашырға, бейергә әүәҫ. Халыҡ, эстрада йырҙарын яратып башҡара. Үҙе лә йырҙар ижад итә, ярымфиналда башҡарған йырҙы ла Әлиә үҙе яҙған. ҡыҙҙың хыялы – опера йырсыһы булыу.
Эльвира, Эльмира ҒИЛМАНОВАЛАР, 30 балл.
Игеҙәк ҡыҙҙар бер-береһенә ике тамсы һыу кеүек оҡшаш. Ағиҙел ҡалаһында тыуғандар. Музыкаль мәктәпте тамамлап, И. Әүхәҙев исемендәге ҡаҙан музыкаль колледжының 3-сө курсында уҡыйҙар. Сәхнәгә әсәләре менән бергә өс йәштә аяҡ баҫҡандар.
«Ғаилә мозаикаһы», «Яҙғы тамсылар» конкурстарында ҡатнашып, дипломдар алғандар. ҡыҙҙарҙы төҫтәренә ҡарап айырып булмай, ә бына холоҡтары төрлө: Эльмира – дәртле, Эльвира – тыныс холоҡло, аш-һыуға оҫта.
Айрат ЗИННӘТОВ, 30 балл.
Тамашасы һөйөүе призын яуланы. Әбйәлил районының Буранғол ауылынан. Йырсы егет әле 11-се синыфта ғына уҡый. Сәғит Ғәлибай улы Хызыровта йыр дәрестәре ала. Айраттың хыялы – актер булыу. Тырыш, һәр яҡлап та өлгөр егеттәрҙең береһе.
Динара ШАКИРОВА, 30 балл.
Туймазы ҡалаһы ҡыҙы. Октябрьский музыка училищеһында башҡорт халыҡ хоры бүлегендә белем алған. Әлеге мәлдә БДПУ-ның музыка бүлегендә 4-се курста уҡый. Ныҡышмалылығы, һәр эшкә етди ҡарауы менән һоҡландыра йырсы ҡыҙ, бер генә съемканы ла ҡалдырмай, ихлас шөғөлләнә.
Илнур НАЗАРОВ, 29 балл.
Ырымбур өлкәһенең ҡыуандыҡ ҡалаһында тыуған. Әлеге ваҡытта Баҡалыла йәшәй. Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумында белем алған. Баҡалы мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе булып эшләй. Бик алсаҡ, дәртле егет.
Артур НАСИРОВ, 29 балл.
ҡырмыҫҡалы районының Олокүл ауылында йәшәй. Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге республика музыка гимназияһында белем алған. Өйләнгән, ике бала атаһы. ҡырмыҫҡалы район мәҙәниәт йортонда эшләй.
Заһир ХЫЗЫРОВ, 29 балл.
Әбйәлил районының Таштимер ауылы егете. Өфө сәнғәт училищеһында 4-се курста белем ала. Өйләнгән. Заһир 2005, 2006 йылдарҙа үткән «Яҙғы тамсы», «Оҙон көй» республика конкурстарында дипломант исеме алған. Волейбол менән мауыға, ҡурайҙа уйнай.
Зилиә БӘХТИЕВА, 28 балл.
Салауат ҡалаһында тыуған, әлеге көндә ата-әсәһе Баймаҡ ҡалаһында йәшәй. Зилиә – ғаиләләрендә уртансы бала. Өфө сәнғәт училищеһында 3-сө курста уҡып йөрөй. Киләсәктә музыка белгесе буласаҡ.
Резеда РӘХМӘТОВА, 28 балл.
Хәйбулла районы ҡыҙы. БДАУ-ның Урал аръяғы филиалында иҡтисад факультетында уҡый. Йырға һөйөүе бәләкәй сағынан уҡ уяна. Биш йәшендә тәүге тапҡыр районда үткәрелгән «Сулпылар»ҙа ҡатнаша. Бәйләргә, китап уҡырға ярата.
Резеданың ике хыялы бар: тәүгеһе парашют менән һикереү булһа, икенсеһе – бөтә донъяны урап сығыу. Тормошта «Йәшә йәшнәп, йәшә күкрәп, яңы үрҙәрҙе яулап» девизы менән йәшәй.
Регина, Венера ӘХМӘРОВАЛАР.
Тамашасы һорауы буйынса финалға үттеләр. ҡыҙҙар Мәскәү ҡалаһында донъяға килә. Стәрлебашҡа йәшәргә ҡайталар. Уларҙың уҡырға теләктәре бик ҙур. Ильмир Ғәзизуллиндың «Алтын ай» төркөмөндә сығыш яһайҙар. Әлеге мәлдә Стәрлебаш район мәҙәниәт йортонда эшләйҙәр.
Тимур РАМАЗАНОВ, 30 балл.
Әбйәлил районының Красная Башкирия ауылында тыуған. Ата-әсәһе Баймаҡ районының Басай ауылында йәшәй. Тимур бер йыл Өфө дәүләт сәнғәт академияһында вокал буйынса әҙерлек курсында белем ала. Һуңынан ошо уҡ академияның театр факультетына уҡырға инә. Бөгөн 2-се курста Таңсулпан Бабичева класында актер оҫталығына уҡый. Тимурҙың әйтеүенсә, уны Яҡуп олатаһы йырларға өйрәтә. Тәүге башҡарған йыры «ҡара юрға» була. Бик итәғәтле, баҫалҡы егет.
Айҙар ХӘМЗИН, 30 балл.
Өфө егете. Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлаған. Аспирантурала композиция бүлегендә уҡый. Үҙе йырҙар ҙа ижад итә. «Тамыр» студияһында тауыш режиссеры булып эшләй.
Илнур ҒӘБДЕЛХАҡОВ, 28 балл.
Мәсетле егете. Юрист булып эшләй. Өйләнгән, ике бала атаһы. Спорт менән мауыға, балыҡ ҡармаҡларға, йырларға ярата. Мәсетленән кәрәк саҡта «һә» тигәнсе килеп етә. Бик тырыш егет. Репертуар һайлауға бик етди ҡарай.
Розалия ИҘЕЛБАЕВА, 28 балл.
Баймаҡ районы ҡыҙы. БДУ-ның Сибай институтының музыкаль белем биреү бүлегендә 4-се курста уҡып йөрөй. Бәләкәйҙән йыр-моңға ғашиҡ ҡыҙ – «Ирәндек моңдары», «Һаҡмар һандуғасы» конкурстары лауреаты.
Гүзәл ӘҘЕҺӘМОВА.
Тамашасы һорауы буйынса финалға үтте. Күмертау ҡалаһы ҡыҙы. БДУ-ның иҡтисад факультетында 2-се курста уҡый. 15 йәштән «Гәлсәр һандуғас» телефестивалендә ҡатнашырға теләк белдерә һәм, ниһайәт, быйыл моратына ирешә.
Гүзәл ил гиҙергә ярата, Кавказда, ҡыҙыл диңгеҙҙә булып өлгөргән. Бейергә, йырларға ярата, йөҙөү менән шөғөлләнә.
Оҡшаш яңылыҡтар
23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары