02.05.2014 “Тормош шарттары ниндәй генә булмаһын, кеше булып ҡалырға кәрәк”
Мин, Зөлхизә Рөстәм ҡыҙы Сәлихова, Баймаҡ районының Үрге Иҙрис ауылында тыуып үҫкәнмен. Бәләкәй саҡтан бейергә, йырларға әүәҫ булдым. Башланғыс белемде тыуған ауылда алғас, аҙаҡтан баш ҡаланың Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназияһына уҡырға килдем. Шул йылдарҙа гитарала уйнарға өйрәндем, үҙемде телевидениела ла һынаным. “Тамыр” телеканалында йәш хәбәрсе булдым.
11-се класты уңышлы тамамлағас, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына уҡырға индем. Буласаҡ һөнәрем – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Дуҫтарым менән “Бәйләнештә” селтәрендә “Илһам усағы” исемле проектты башланыҡ. Ул йәмәғәт башланғысында эшләй һәм балаларҙы яҡлауҙы маҡсаты итеп алған. Төркөмдә тороусы ирекмәндәр балалар йорттарына бара, күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр менән күрешә, сәс үреү, ҡына менән һүрәт төшөрөү, гитарала, ҡурайҙа уйнау кеүек оҫталыҡ дәрестәре күрһәтә.
Киләсәккә маҡсаттарым һәм хыялдарым күп. Шуныһы асыҡ – тырышырға, уҡырға һәм эшләргә кәрәк. Девизым – тормош шарттары ниндәй генә булмаһын, кеше булып ҡалырға кәрәк!
Ҡәҙерле һылыуҡайҙар! “Бәйләнештә” селтәрендәге беҙҙең “Йәшлек” гүзәле – 2014” конкурсы” төркөмөнә үҙегеҙ тураһында яҙа, фотоларығыҙҙы ҡуя алаһығыҙ. Диуарҙағы мәғлүмәтте эҙләү еңелерәк булһын өсөн #Йашлек_гузале хэштегын ҡуйырға онотмағыҙ. Шулай уҡ сәхифәләрегеҙ шәхси хәбәрҙәр яҙырға асыҡ булһын.
Төркөмдөң адресы - https://vk.com/ye02guzel
Оҡшаш яңылыҡтар
23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары