RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Гүзәлиә ҠАЗЫЕВА: «Үҙ-үҙем булып ҡалыу көс бирә...»

23.11.2010 Гүзәлиә ҠАЗЫЕВА: «Үҙ-үҙем булып ҡалыу көс бирә...»

Гүзәлиә ҠАЗЫЕВА:  «Үҙ-үҙем булып ҡалыу көс бирә...»«Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай, шундай ҡыҙҙар осрай – ят та үл инде!» Был шиғри һүҙҙәр һеҙ һүрәттә күргән һылыу башҡорт ҡыҙы Гүзәлиә ҡазыеваға бағышланған һымаҡ. Аҡ ҡайындай зифа буй-һынлы, үткер ҡарашынан нур, йылылыҡ һибеүсе, ҡарлуғастай ҡыйғас ҡара ҡашлы, алсаҡлығы, һөйкөмлөлөгө, нескә күңеле менән айырылып торған сибәркәй 1989 йылдың 17 мартында Силәбе ҡалаһында ғаиләлә икенсе бала булып донъяға килгән. Балыҡ йондоҙлоғо аҫтында тыуған ҡыҙҙың эскерһеҙ бәхетле бала сағы Баймаҡ районының йәмле Бетерә буйында үтә.
Темәс ауылы урта мәктәбен тамамлаған Гүзәлиә әлеге көндә Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының 4-се курсында ҡыҙыҡлы ла, ҡатмарлы ла журналист һөнәрен үҙләштерә. Ләкин бының менән генә сикләнмәй. Киләсәктә икенсе юғары белем алып, иле, халҡы өсөн хеҙмәт итеү хыялы менән янып йәшәй. Кешеләрҙә ғәҙеллекте, ихласлыҡты, рухи матурлыҡты үҙ иткән һылыуҡай ял сәғәттәрендә әҙәби китаптар уҡыуҙы, милли аш-һыуыбыҙҙы төрләндереп бешереүҙе, дуҫ-иштәре менән театрға, ял парктарына йөрөүҙе хуп күрә. Айырыуса мәшһүр Мостай Кәрим, Зәйнәб Биишева, Бальзак, Морҙың ижады күңеленә яҡын. Йырлауға, сәнғәт донъяһына ла битараф түгел. Баш ҡалабыҙҙа үткән рухи-мәҙәни кисәләрҙең береһенән дә ситтә ҡалмай тиерлек. Гүзәлиә икейөҙлөлөк, яманлыҡ, хыянат юлынан барған замандаштарын кешелекле, сабыр, ауыр минуттарҙа үҙ-үҙең булып ҡалырға саҡыра. Халҡының батыр рухына, шанлы тарихына, ғөрөф-ғәҙәттәренә ғашиҡ илһөйәр һылыу республикабыҙ матбуғатында әүҙем сығыш яһап тора. Ер йөҙөндә идеаль кешеләр булмай, һәр кеше үҙенсә матур, тип иҫәпләй буласаҡ журналист.
Баҫҡан ерендә ялҡын уйнатҡан, шаян, шуҡ, һәр кемгә ихлас йылмайыуын бүләк иткән, кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙған әхирәтемдең болоҡһоу, күңелһеҙ саҡтарын күрмәҫһең. Мөғжизәгә, яҡтылыҡҡа инанып, яҡындарын, туғандарын ҡыуандырып, изге эштәренән көс-ҡеүәт, дәрт-дарман алып, тормоштоң һәр мәлендә матурлыҡты күрә белеп йәшәй Гүзәлиә. Ә ундайҙар юғалмаҫ, бәхет тажын кейер.

Эльвина ШАФИҡОВА,
БДУ студенткаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Үҙебеҙ һайлаған юл


Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Тамырҙарымда башҡорт ҡаны аҡҡаны менән ғорурланам

Улар алдында баш эйәбеҙ

13.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Улар алдында баш эйәбеҙ


Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Мин – россиянмын!

10.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин – россиянмын!


Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!

19.04.2016 - Конкурстар » Йәшлек гүзәле Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!


Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Кешеләрҙең тәнен генә түгел, күңелен дә дауалаясаҡ ҡыҙ

Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Һылыу ҙа, һәләтле лә беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары!