07.03.2014 Һылыуҡай тажы – Йылайыр ҡыҙында!
Ошо көндәрҙә Өфөнөң ҡала мәҙәниәт һарайында “Һылыуҡай –2014” республика гүзәллек конкурсына йомғаҡ яһалды. Финалда республиканың төрлө төбәктәренән һәм Мәскәү, Санкт-Петербург, Магнитогорск ҡалаларынан ун ике һылыуҡай көс һынашты.
Иң һылыу ҡыҙ исеменә кем лайыҡ булыр? Тамаша барышында һәр кем үҙенсә фараз ҡорҙо, яҡташы, туғаны, дуҫы өсөн янды-көйҙө. Быйыл ойоштороусылар башҡорт модельерҙарының эшенә ҙур иғтибар бүлгән. Ҡыҙҙар Венера Йомағолова, Азалия Дилмөхәмәтованың коллекцияларынан күлдәктәрҙә тамашасылар алдында һылыулығын, йыр-моңға маһирлығын иҫбатларға тырышты. “Һылыуҡай” минең өсөн көтөлмәгән һөҙөмтәләр конкурсы – уйламаған гүзәл жюриға иң сибәре булып күренә. Хәйер, тәмдә һәм төҫтә дуҫ юҡ, тип әйтәме әле рустар? Башҡорт ҡыҙҙарының һәр ҡайһыһы үҙенсә матур, сәхнәгә сыҡҡандары ҡыйыу ҙа. Һөҙөмтәлә ҡатнашыусылар араһында иң йәше булған Йылайыр ҡыҙы, Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернатының X синыф уҡыусыһы Раушания Юлдыбаева иң гүзәл башҡорт ҡыҙы исеменә лайыҡ булыуын иҫбат итте. 1-се урынға – Санкт-Петербургтан килгән Алина Байзаҡова, 2-се урынға – Учалы һылыуы Лилиә Вилданова, 3-сө урынға Сибайҙан Эльвира Ғүмәрова менән Ейәнсуранан Ләйлә Харисова сыҡты. Номинацияларға килгәндә, “Нәфис һылыуҡай” – Сөмбөл Ҡарабулатова, “Нурлы һылыуҡай” – Гөлназ Сәлтәшева, “Моңло һылыуҡай” – Камила Бикҡолова, “иманлы һылыуҡай” – Гөлнара Шәмсетдинова, “Наҙлы һылыуҡай” – Илүзә Йәғәфәрова, “Зауыҡлы һылыуҡай” – Айгөл Вәлитова, “Тамашасы һөйөүе” – Эльвира Иҫәнбулатова.
Гәзитебеҙҙең “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмөндә 13 февралдән тауыш биреү ойошторолғайны. Унда Ғафури районы сибәре Илүзә Йәғәфәрова 930 тауыш йыйып, еңеү яуланы. Илүзәне ысын күңелдән ҡотлайбыҙ, вәғәҙә иткәнсә, уның хаҡындағы мәҡәләне киләһе һандарҙа бирәсәкбеҙ.
Конкурс матур тамаша менән ҡыуандырһа ла, күңелде ҡырған күренештәр ҙә булды. Мәҫәлән, конкурс башында фойела конкурсанттарҙың яҡташтарын йәлеп итеп ойошторолған тамашаның төп бәйгегә бәйләнеше аңлашылманы. Етмәһә, кемдер: “Был һабантуй өсөн дә һылыуҡайҙарға балл ҡуйыласаҡ”, – тигәнерәк хәбәрҙе еткерҙе. “Ысындырмы, буштырмы” булһа ла, күңелде финал башланмаҫ уҡ төшөрөргә ярҙам итте.
Журналист халҡы ойоштороусыларҙың бәйләнеш булдырырға теләмәүенә зарланды. “Һылыуҡай” – республика халҡы яратып күҙәтеп барған ҙур конкурстарҙың береһе һәм ул яҡшы яҡтыртылырға тейеш. Киләһе йылдарҙа ойоштороусылар ваҡытлы матбуғат вәкилдәренә иғтибарлыраҡ булыр, тип ышанайыҡ.
М. АСҠАРОВА.
Оҡшаш яңылыҡтар
23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары