28.02.2014 “Ҡайҙа һеҙ, ҡайҙа һеҙ, Әбйәлилдең күлдәре, Йылайыр урмандары…”
КВН-ға барыр алдынан ошондай һөйләшеү булғайны.
– Мин бармайым. Үткәндәге уйын оҡшаманы.
– Ә мин барам. Сөнки башҡорт КВН-ы берәү генә.
Эйе, балалар өсөн үткәрелгәненән тыш, башҡорт КВН-ы берәү генә – Башҡорт Асыҡ КВН Лигаһы. Шуға ҡарамаҫтан, беҙҙең бәхеткә күрә, уйындарҙы тәғәйен йышлыҡ менән, ваҡытында уҙғарып торалар. Бына әле быйылғы миҙгелдең беренсе һәм икенсе ярымфиналы уҙҙы. Сибайҙан “Еңмештәр”, Ейәнсуранан “Бытбылдыҡтар”, Өфөнән “Өтөр” һәм Әбйәлилдән “Тетрис”, Учалынан “Кәкре сүкеш”, Стәрлетамаҡтан “Страйк”, БДПУ-нан “Хыялыйҙар” командалары ҡатнашты.
Әбйәлилдәрҙең командаһы Лига уйындарында быйыл ғына килеп сыҡты. Исемдәре лә ҡыҙыҡ бит әле – “Тетрис”. Капитандарына һорау бирмәйенсә булдыра алманым.
– “Тетрис” бала саҡтың яратҡан уйынсығы ғына түгел. Күптәр шулай аңлай. Беҙҙең команда төрлө ваҡытта уйнаған төрлө командаларҙың вәкилдәренән төҙөлгән. “Тетрис” уйынындағы деталдәр кеүек, – тип аңлатты миңә Денис Харисов.
Әбйәлилдә КВН үҫешкән инде ул. Асҡарҙа хатта төбәк-ара ярыштар ҙа уҙа – рус телендә Урал аръяғы лигаһы эшләй.
“Өтөр” команда булараҡ яңыраҡ барлыҡҡа килһә лә, ундағы ике артист егет – Рәмил Ғафаров менән Азат Низаметдинов шаяндар һәм тапҡырҙар уйынында мәктәп йылдарынан бирле ҡатнаша. Әйткәндәй, ярымфиналға улар мөғжизә менән генә килеп эләкте – 0,14 балл хәҙерҙән үк улар иҫәбендә. Был уйынға һайлап алыу барышында шундай шарт менән үттеләр.
Сибайҙан килгән “Еңмештәр”, ысынлап та, еңмеш булып сыҡты. Үткән миҙгелде “Өмөт” номинацияһы менән тамамлаһалар, быйыл мотлаҡ еңергә тип килгәндәр. Шулай ти капитандары Шамил Солтанов.
Былтырғы миҙгел еңеүселәре – Ейәнсура “Бытбылдыҡтар”ын тамашасы барыһынан да нығыраҡ алҡышланы. Шаяртыуҙары күбеһенсә сәхнә өсөн генә яраҡлы булһа ла, был өс егет халыҡ һөйөүен яулап өлгөргән.
Иң көслө командаларҙың береһе – “Кәкре сүкеш”. Хәйер, уны команда тип атауы ла ҡыйын – бер генә кешенән тора. Фидан Килмөхәмәтовтың шаяртыуҙарын ғына ҡарар өсөн Милли йәштәр театрына килгән кешеләр булды тиһәм дә, хаталанмаҫмын. Үткер ҙә, ҡайһы саҡ һағышлы ла юморҙан торған сығыштары үҙенең сәхнә оҫталығы, мимика, ҡыланыштары менән бергә иҫ киткес тамашаға әйләнә. Башҡорт дәүләт педагогия университетының тик ҡыҙҙарҙан торған “Хыялыйҙар” командаһы – быйылғы миҙгелдә берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ командаһы. Шуға ҡарамаҫтан, әлегә лайыҡлы сығыштары менән ҡыуандырып килделәр. Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалынан “Страйк” командаһы – ярымфинал уйындарында ҡатнашҡандар араһында иң тәжрибәлеһе. Улар иҫәбендә ҙур еңеүҙәр ҙә бар.
Баймаҡтан бер команда ҡатнашырға тейеш ине лә баһа? Ҡайҙа һуң улар? Баҡһаң, ҡағиҙәләрҙе боҙған өсөн ярымфиналдан төшөп ҡалғандар икән. Лиганың профессиональ кимәлдә эш йөрөтөүе һөйөндөрә, тимәк, уйындарҙың сифаты артҡандан-артасаҡ.
Шулай итеп, әҙәби миҙгел дауам итә. Беренсе һынау – “Нимә, көтмәгәйнегеҙме?” темаһына визитка. Беренсе булып сибайҙар сығыш яһаны, минең ҡарамаҡҡа, иң уңышлыһы уларҙыҡы булды. “Өтөр” командаһының селтәр маркетингы, ғаилә темаларына шаяртыуҙары оҡшаны. “Тетрис” Украинала булып үткән һуңғы ваҡиғаларға ҡағылды.
Икенсе һынау – разминка, йәғни һорауҙарға тапҡыр яуаптар биреү. Был тур иң ауыры. Сөнки уға алдан әҙерләнеп булмай, яуапты ла ҡыҫҡа ғына ваҡытта табырға кәрәк. Ысын мәҙәк оҫталары һынаша. Һорауҙар 8 Март байрамына, Олимпиадаға, йылҡы йылына ҡағылышлы булды. Яуаптар артыҡ һөйөндөрмәһә лә, өмөт уятты.
Иң ҡыҙыҡлы тур – стэм. Ул, “Кисәге – бөгөнгө күҙлектән” тип аталып, әҙәби әҫәр сюжетына ҡоролорға тейеш ине. “Бытбылдыҡ” сәхнәгә сығыу менән:
– Беҙ әкиәттәрҙе “борон-борон заманда йәшәгән ти…” тип башлайбыҙ, ә шул ваҡытта йәшәгән кешеләр “кисә булды был хәл” тип башлайҙармы икән? – тип көлдөрҙө. Уларҙың сығышы Шекспирҙың әҫәрҙәренә арналғайны. Отелло, Ромео һәм Джульеттаның Бөрйәндәге мажараларын бик йәнле итеп һүрәтләп бирҙеләр.
“Минең мөхәббәтем Олимпиада уты һымаҡ түгел, бер ваҡытта ла һүнмәйәсәк!”, “Минең мөхәббәтем Премьер-министр һымаҡ йоҡламай!” – Ромео менән Отелло ҡыҙға мөхәббәтен белдергәндә зал рәхәтләнеп көлдө. “Тетрис” командаһының сығышы “Әбйәлил” әкиәтен үҙенсәлекле сәхнәләштереүгә ҡоролдо. “Яҡтыкүлдә башҡорттар йәшәгәндә булған, ти, ошондай хәл…” – тип башлап китте улар. Райондың тәбиғәт байлыҡтары һатылыуын, ерҙәре башҡа милләт вәкилдәре ҡулына күсеүен әллә нисә быуат алдан “фараз” итте егеттәр. “Өтөр” Шерлок Холмсты һәм доктор Ватсонды башҡорт ерлегенә күсереп, Башҡортостан Президенты менән осраштырһа, Сибай егеттәре һәм БДПУ ҡыҙҙары “Урал батыр” әкиәтен үҙҙәренсә йәнләндерҙе.
Стәрлеләр яҡташыбыҙ Сергей Аксаковтың “Ал сәскә” әкиәтен сәхнәгә сығарҙы. “Кәкре сүкеш”тән тамашасы айырыуса ҡыҙыҡлы сәхнәләштереү көтә ине. Фидан өмөттө аҡланы, уның А. Пушкиндың “Евгений Онегин” әҫәрен башҡортса көлкөлө тәржемәһе барыһына ла оҡшаны. Фидандың оҫталығы Башҡорт Асыҡ КВН Лигаһы кимәлен күптән үткән – уның хатта махсус төшөрөп ҡалдырған һүҙҙәрен дә аңлап ултыраһың.
Һуңғы һынау – “Нисек барһың, тик шулай бул!” тип аталған музыкаль бәйге. “Еңмештәр” Сибай – Өфө юлдарын, КВН-ға килеп еткәнсе кисергән мажараларын йыр аша бәйән итте. Билдәле Рәсәй командаһы “Камызяктар” стилендәге йыр уңышлы ғына килеп сыҡты. Йырлай белмәйбеҙ, тип баш тартҡан Өфө егеттәре лә көлкөлө йырҙары менән тамашасыны ҡыуандырҙы. Иң ҡыҙығы өс кешенән торған “Бытбылдыҡтар”ҙың номеры булды. Заһир Зәйнетдинов, гитараһын ҡулына алғас:
– Беҙгә сығыш яһауы ҡыйын буласаҡ, Илгиздең тауышы – бас, минеке – тенор, ә Марселдеке – сәрелдәк, – тип шаяртты.
“Ҡайҙа һеҙ, ҡайҙа һеҙ,
Әбйәлилдең күлдәре,
Йылайыр урмандары…”
“Кәкре сүкеш” был һынауҙа ла талантлы сәхнә оҫтаһы булыуын иҫбат итте: синтезаторҙа үҙе уйнап, һәр ваҡыттағыса, көлкөлө текстары менән алҡыштарға күмелде.
“Һин һорама, хәлең нисек, тиеп...
Хәмитов һайлауҙарҙа ҡатнаша”.
Музыкаль бәйгелә “Страйк” командаһы айырылып торҙо. Уларҙың республика башлығы тураһындағы йыры – ярымфиналдың иң көслө номеры. Ғөмүмән, һуңғы ике уйын сәйәсәткә ҡағылышлы шаяртыуҙарға бай булыуы, егет-ҡыҙҙарҙың үҙ позицияһын юмор аша бирә белеүе менән һөйөндөрҙө.
Уйындың фавориттары, һис шикһеҙ, “Бытбылдыҡтар” һәм “Кәкре сүкеш” ине. Ярымфинал һөҙөмтәһе буйынса финалда “Бытбылдыҡтар”ҙы, “Еңмештәр”ҙе, “Кәкре сүкеш” һәм “Страйк”ты күрәсәкбеҙ.
Башҡорт Асыҡ КВН Лигаһы етәксеһе Урал Кәримов ҡәнәғәт. Алға үҫеш бар, тип билдәләп үтте ул. Алдан уҡ мәрәйҙәрен кәметеп алған “Өтөр” командаһы ла өмөтлө булыуын иҫбатланы.
Нимә-нимә, ә миңә КВН-дағы үҙенсәлекле мөхит оҡшай. Үҙеңә оҡшаған команда өсөн янаһың, уңышлы шаяртыуҙарға тыйылмайынса рәхәтләнеп көләһең. Юҡ, тулыһынса аңлатып булмай икән кисерештәрҙе. Бының өсөн бер тапҡыр булһа ла КВН-да булырға кәрәк.
“Еңмештәр” Йәншишмәне тапҡандан һуң тереһыуҙы үҙҙәре эсмәй, башҡорт КВН-ына һипкәйне. Тәпәй баҫҡан шаяндар һәм тапҡырҙар Лигаһына үҫеп етеп, Рәсәй киңлектәрен яулауҙарын теләйбеҙ. КВН-ға беҙҙең мөхәббәт Олимпия уты һымаҡ түгел.
Миңзәлә АСҠАРОВА.
Оҡшаш яңылыҡтар
23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары