28.02.2014 Һыу насосы – шәп бүләк!
Ул Белорет районының Сосновка ауылынан дүрт балалы Гөлназ һәм Данир Аҫылбаевтар ғаиләһенә тапшырылды
– Әле бер тапҡыр ҙа «Йәшлек»тең килгәне юҡ… – шулай тип ҡаршыланы беҙҙе «Йәшлек»-фараз» бәйгеһе еңеүсеһе – Белорет районының Сосновка ауылында йәшәүсе Гөлназ Аҫылбаева. Инде ике ай үтте, ә беҙҙең гәзит уҡыусы «Йәшлек»те ҡулына ла алмаған һаманғаса… Гөлназ Шамил ҡыҙы әйтеүенсә, бының сәбәбе – почтальондарҙың йыш алмашыныуы:
– Шулай ҙа хәл арыуланыр әле тип өмөтләнәм, барыбер гәзиткә йыл да яҙыласаҡмын.
Ул конкурста ла, мотлаҡ еңермен, тип ышанып ҡатнашҡан. Былтырғы тиражды ҡараған да, тағы биш йөҙ дананы ҡушып, фараз менән квитанцияны редакцияға ебәргән. Үҙҙәре йыл башынан гәзитте күрмәгәс, таныштары аша еңеүҙәре хаҡында белгән. Был яңылыҡты ишеткәс, тормош иптәше Данир Закир улы йүгереп барып, таныштарынан «Йәшлек»те алып килгән. Ҡулдан-ҡулға йөрөтөп мәҡәләне ҡат-ҡат уҡығандар, һөйөнгәндәр, инде бүләкте нисек итеп Өфөнән барып алырбыҙ икән, тип борсолғандар ҙа… Ә Рәсәй Дәүләт думаһы депутаты Марсель Йосоповтың бүләге үҙе килеп етте Сосновкаға, тип көлдө хужабикә, һыу насосын ҡулдарына тотторғас.
Гөлназ үҙе сығышы менән Бөрйән районының Кейекбай ауылынан. Өфө педколледжында белем алған, тыуған ауылында башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булып эшләргә лә өлгөргән. Сосновка егете Данир Закир улына кейәүгә сыҡҡас, улар Белорет районына килеп төпләнгән. Матур, татыу ғаиләлә дүрт бала үҫә: Азалия һигеҙенсе синыфта уҡый, Айнур – икенселә, Динәгә биш йәш, ә Гүзәлгә – йәш тә туғыҙ ай! Былтыр күркәм йорт төҙөп сыҡҡандар, шуға тиклем йәш ғаиләгә кеше мөйөшөндә йәшәргә тура килгән.
– Беҙҙең өсөн иң мөһиме – балаларҙың һаулығы, – ти Гөлназ Шамил ҡыҙы. – Уларҙың ҡыуанысы – беҙҙең шатлыҡ, уларға ҡыйын булһа – беҙгә икеләтә ауырыраҡ. Ятҡан-торған һайын уларға бәхет, һаулыҡ теләйбеҙ…
Бүләккә эләккән һыу насосы был ғаиләгә бик тә кәрәкле булып сыҡты! Сосновкала ҡайһы ваҡыт йәйгеһен колонкаларҙа һыу булмай, күршеләргә йөҙ һыуын түгеп барырға тура килә. Ә хәҙер улар үҙҙәренең ихатаһы эсендә скважина ҡаҙҙыра ала. Ҡыуанысмы? Әлбиттә!
… Элекке йыл Бөрйән районының Аҫҡар ауылынан Ғәбиҙуллиндар ҙа «Йәшлек»-фараз»да еңеп, һыу насосы отҡайны. Улар һыу үткәргәс, вәғәҙәләрен үтәп, беҙҙе сәй эсергә саҡырҙы (инде Аҫҡарға барып етәһе генә ҡалды). Бына шулай итеп, «Йәшлек»-фараз» ярҙамында берәм-берәм булһа ла, тоғро дуҫтарыбыҙҙың һыу проблемаһы хәл ителә. Был конкурста әүҙем ҡатнашырға һәм оторға ғына кәрәк, дуҫтар!
Баныу Ҡаһарманова.
Оҡшаш яңылыҡтар
23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары