07.02.2014 Тамашалар бәйгеһенә йомғаҡ яһалды
Беҙҙең баҫма Яңы йыл сценарийына "Мөғжизә көткәндә" тип аталған конкурс иғлан иткәйне. Уның шарттары былай булды: тамаша Йылҡы йылына арналған булырға тейеш һәм ижади фантазияның милли ерлектә үҫеше мотлаҡ, сценарий мәктәп сәхнәһе йә мәҙәниәт йорто өсөн яҙылһын.
Вәғәҙә итеүебеҙсә, иң шәп ҡулъяҙмалар гәзит биттәрендә һәм сайтыбыҙҙа баҫылды. Билдәле журналист, профессиональ әҙибә Фәрзәнә апай Аҡбулатованың да конкурсҡа әүҙем ҡушылыуы беҙҙең бәйгегә мәртәбә өҫтәне. Уның “Сөм тәрилкә, һай һауыт” тип аталған эшен, башҡа авторҙарҙан айырмалы рәүештә, махсус бүләк менән билдәләргә булдыҡ.
Батыр исемле ҡурҡыу белмәҫ егеттең, Шүлгән батшаны урынына ултыртып, Ҡыш бабайҙы, Ҡарһылыуҙы һәм Аҡбуҙатты нисек ҡотҡарыуы хаҡындағы сценарий барыһының да күңеленә хуш килгәндер. Төп герой яуыздар менән көрәштә белем менән барыһын да таң ҡалдыра, йыр-моңға маһир булыуын да иҫбатлай һәм еңеп сыға. Тамашаның авторы Зөлфиә Сәлихованы (Белорет ҡалаһы) бер тауыштан гран-приға лайыҡ тип белдерәбеҙ һәм еңеүсе тип иғлан итәбеҙ.
Нәҡ бөгөнгө көндө сағылдырыусы, замана йәштәрен тапҡыр һүрәтләүсе үҙенсәлекле сценарий авторы Гөлдәр Шәмсетдинова (Көйөргәҙе районы) – 1-се урын;
Ярҙамсыллыҡ, дуҫлыҡ, иғтибарлылыҡ төшөнсәләрен онотмаҫҡа, тирә-йүндәгеләрҙе баһалай белеү сифатын юғалтмаҫҡа өндәгән Вәсилә Әбдрәхимова (БДУ студенты) – 2-се урын;
Төрлө шағирҙарҙың ижадын туплап, күңеленә ятҡан шиғри юлдар, башҡорт халыҡ мәҡәлдәре менән яманлыҡтан алыҫ торорға саҡырыусы Гөлсәсәк Ибраһимова 3-сө урынға лайыҡ булды.
Конкурсҡа эштәрҙе тоҡлап алдыҡ, тип әйтеп булмай. Шулай ҙа сценарийҙар тәрән йөкмәткеле булыуы, ҡыҙыҡлы сюжетҡа ҡоролоуы менән ҡыуандырҙы. Ғөмүмән, сценарий – бик үҙенсәлекле жанр, уны башҡорт телендә генә түгел, рус телендә лә яҙыусылар һирәк, сөнки күптәр әҙәби әҫәрҙәр ижад итергә ынтыла. Сценарий яҙырға өйрәтеүсе бер ниндәй уҡыу йорто ла юҡ. Мөхәрририәт был бәйгене ижади конкурс тип билдәләһә лә, уның төп маҡсаты – башҡорт теленең ҡулланыу даирәһен киңәйтеү маҡсатында киләсәктә сценарийҙар йыйынтығын туплау һәм сайтта йәки китап форматында баҫтырыу. Шуға күрә конкурс йыл буйына дауам итәсәк – Ғашиҡтар көнө, 23 февраль, 8 март, 1 май, 9 май, Һуңғы ҡыңғырау, Белем көнө, Уңыш байрамы, Ололар байрамы һәм башҡа тантаналарға арнап яҙырға мөмкин. Иң мөһиме, йөкмәткеһе фәһемле, рухи мәғәнәгә эйә булһын.
Еңеүселәрҙе иһә шөһрәтнамәләр һәм бүләктәр артынан редакцияға саҡырабыҙ. Ижадтан ҡурҡып торорға кәрәкмәй, кем белә, бәлки, сираттағы еңеүсебеҙ тап һин булырһың, ҡәҙерле гәзит уҡыусыбыҙ?
Мөхәрририәт.
Оҡшаш яңылыҡтар
23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары