RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

16.12.2013 Яңы йыл мажаралары

Яңы йыл мажараларыЯңы йыл мажаралары.
)лкән класс уҡыусылары өсөн байрам сценарийы.
Ҡатнашалар:
Миңниса
Гөлниса,
Япон ҡыҙҙары
Ттөрөк солтаны
Бейеүсе ҡыҙҙар
Бандиттар
Гавайи Ҡыш бабайы һәм Ҡарһылыуы
Һаҡсылар
Аҡбуҙат
Ҡыш бабай
Ҡарһылыу.

I күренеш.

Гавайи утрауҙары, пляж, шезлонгтар. Миңниса һәм Гөлниса пляж костюмдарында керәләр, шезлонгтарға яталар, телефондарында ниҙер булышалар.
Миңниса: Кемгә СМС яҙаһың?
Гөлниса: Ҡыш бабайға. Былтыр берәй дуҫ менән таныштыр тигән инем, бер бешмәгән малай менән таныштырҙы. Бешмәгәнеңде кире ал да, ноутбук бүләк ит тип яҙам.
Миңниса: Мин биш мең һорайым. Тик әсәй аша бирмә тип яҙам, сөнки яртыһын үҙенә ала ул…
Ҡара әле, Гөлниса,оҙаҡламай яңы йыл, ә беҙ бында ҡыҙынабыҙ. Бер ниндәй байрам да һиҙелмәй.
Гөлниса: Бик шәп тә инде! Ҡояш! Эҫе! Пляж! Текә малайҙар.Унан, )фөгә билеттар тик үғ ғинуарға ғына алынған.
Миңниса: Малайҙар, малайҙар имеш… Беҙҙең Ҡыш бабай биш артыҡ.
Музыка. Гавайи Ҡыш бабайы менән Ҡарһылыуы керә.
Гавайи Ҡыш бабайы менән Ҡарһылыуы.
- Добрый кис һәм яҡты час,
Беҙ сәләмләйбеҙ всех вас.
Вери гуд, сәләм әләйкүм,
Бена сера, вас истдас.
Миңниса: Былары кем тағы?
Гавайи Ҡыш бабайы.
- Мин – Гавайи Ҡыш бабайы, был – Гавайи Ҡарһылыуы. Мин тәҡдим итәм уйындар һеҙгә, әүҙемгә – билет Себергә!
Миңниса: Ҡалай шәп. Ҡарап торам, бабай, һин бигерәк шәп, әй. Беҙ уйнарға яратабыҙ ул. Тик һин һүҙеңдә торорһоңмы. Беҙҙе ысынлап ҡайтараһыңмы.
Гавайи Ҡыш бабайы: Ес. Ес.
Гавай Ҡарһылыуы: Уйын бик ябай, тик тағы ике пар кәрәк. Малайҙар, ҡыҙҙар, кем уйнарға теләй. (Уйындар уйната).
Гөлниса: Миңниса. Ҡара ниндәй күңелле бында, ә һин, ҡайтам да ҡайтам, тиһең. Әйҙә ҡалайыҡ.
Миңниса: Нисек инде ул. Минең ҡайтҡым килә. һыуыҡ, ҡар-бурандар, шыршы, Ҡыш бабай. Бына нимә теләйем мин.
Гавайи Ҡарһылыуы: Нимә ул һыуыҡ.
Миңниса: Ну һеҙ, бигерәк инде. Ҡар мы ул… Ҡар. Нисек аңлатырға инде… Яҡшыһы, мин йырлап күрһәтәм.
Йыр «Яңы йыл ҡарҙары».
Гавайи Ҡыш бабайы: Ярай инде, беҙ ярҙам итәбеҙ.
Гавайи Ҡарһылыуы: Осоусы балаҫ итәбеҙ бүләккә. һеҙ юл ҡағиҙәләрен беләһегеҙме .
Гөлниса: Беләбеҙ, беләбеҙ. «Юл ҡағиҙәләрен һөйләйҙәр».
«Осоусы балаҫ бирәләр»
Гавайи Ҡыш бабайы: Бында бар навигатор. Дөрөҫ итеп кәрәк ҡуйырға.
Миңниса: Ярай, ярай, берәй нисек ҡуйырбыҙ әле. Рәхмәт, Ҡыш бабай, рәхмәт, Ҡарһылыу.
«Сығалар».

II күренеш
Миңниса: Ҡайҙа килеп төштөк инде.
Гөлниса: Әйттем бит, навигаторҙы төнъяҡҡа ҡуй, тип. Ә һин, беҙ көнсығышта, тинең.
«Япон ҡыҙҙары иҫәнләшә»
Миңниса: Бында Ҡыш бабай юҡмы.
Япон ҡыҙҙары: Ҡыш бабай. Йо-ко. Йо-ко.
Миңниса: Хәҙер нимә эшләйбеҙ инде.
Япон ҡыҙҙары: «Суши, таяҡ бирәләр». Суши. Суши.
«Таяҡ менән ашап ҡарайҙар».
Гөлниса: Эй, был таяҡтар менән үҙҙәре генә ашаһын инде.
Миңниса: Бишбармаҡ ашап, ҡымыҙ эсмәгәс, был аш буламы инде. Гөлниса, әйҙә киттек. һау булығыҙ, ҡыҙҙар.
Гөлниса: Бәлки, ҡалырбыҙ. Сушиҙары ла ярарлыҡ.
Япон ҡыҙы: Ҡалығыҙ. Сакура сәскә атҡанда, теләктәр ҡабул була.
Миңниса: Эй, ул сәскә атҡансы әле. Минең хәҙер үк Башҡортостанға ҡайтҡым килә.
«Осоп китәләр, япон ҡыҙҙары һаубуллашып ҡала»

III күренеш
Төрөк солтаны моңайып ултыра, ике һаҡсы елпеүес елпей.
һаҡсылар: Ел елпейем елленән,
Ел елпейем елленән.
Елдәр, елдәр иҫегеҙ,
Ҡар һыуығы бирегеҙ.
Төрөк солтаны: Бик күңелһеҙ бөгөн. Кешеләр рәхәтләнеп Яңы йылға әҙерләнәләр. Ә бында эҫе. Ни эшләргә инде.. Ҡыҙҙар, килегеҙ. Бейегеҙ.
Ҡыҙҙар бер аҙ бейей.
Төрөк солтаны: Етәрегеҙ. Көн дәбер үк бейеү буламы. Көлдөрөгөҙ, йә йырлағыҙ.
(Йыр, шиғыр һөйләйҙәр). Гөлниса менән Миңниса керә
Миңниса: Ҡайҙа килеп эләктек инде.
Гөлниса: Белмәйем. Тик бында бик матур, эйе бит.
Төрөк солтан: һеҙ төрөк солтанының һарайында. Бында матур ҙа ул, тик күңелһеҙ, эҫе.
Миңниса: Эҫе, күңелһеҙ. Хәҙер төҙәтәбеҙ уны. Төрөк солтаны, рәхим ит уйынға. Кем уйнарға теләй. « Уйындар».
Төрөк солтаны: Рәхмәт һеҙгә. Күңелемде астығыҙ. Бәлки, бында ҡалырһығыҙ.
Миңниса: Юҡ. Мин Яңы йылды тыуған илемдә ҡаршы алғым килә.
Төрөк солтаны: Навигаторҙы Рәсәй маршрутына ҡуйығыҙ. һау булығыҙ.
IV күренеш
Сочи, обручтар менән биш ҡыҙ бейей.
Миңниса: Тағы ҡайҙа килеп эләктек инде.
Гөлниса: Сочиға. Ҡара, бөтә ерҙә олимпиада билдәләре. Сөнки, яңы әөүғйылда бында ҡышҡы олимпиада ярыштары үтәсәк. Ҡара әле, әхирәт, әйҙә бында ҡалайыҡ, олимпиадала ҡатнашайыҡ. Бәлки берәй алтын миҙал алырбыҙ.
Миңниса: һинән, минән ниндәй чемпион сыҡһын инде.
Гөлниса: Бик тә булмаһа, паралимпиадала көс һынашайыҡ.
Миңниса: Кит, юҡты. Беренсенән, беҙ мөмкинселәктәре сикләнгән кешеләр түгел, икенсенән паралимпиада уйынсылары ла әллә нисәмә йылдар буйы әҙерләнә.
Гөлниса: Булмай икән шул… Ҡара, ҡара әле, әллә кемдәр килә. Аа, ҡалай ҡурҡыныстар.
Миңниса: Бандиттар, ахыры… Шулай инде ул, яҡшылыҡ, изгелек булған ерҙә, арттан һөйрәлеп яуызлыҡ та йөрөй.
Бандиттар йыры
ү. Беҙ үҙебеҙ шәп бандиттар, ә.Урамаша сыҡҡан саҡта,
Йөрөйбөҙ гел маҡтанып. Әллә абындығыҙмы?
Беҙ урамдан үткән саҡта, Аяҡ-ҡулығыҙ ҡалтырай,
Халыҡ ҡала ҡалтырап. Әллә бик ҡурҡтығыҙмы?
һай, илдәре, илдәре, һ. Иртән дә ярһый йөрәк,
Илдәрендә күлдәре. Кисен дә ярһый йөрәк.
Был илдәрҙә шәп бандиттар, Шәп бандиттар булыу өсөн
Янып тора күҙҙәре. Тимерҙән йөрәк кәрәк.
Гөлниса: Хөрмәтле бандит ағайҙар. Әйтеп кенә бирегеҙсе, Башҡортостан ҡайһы яҡта икән.
ү-се бандит: Дәрестә тыңлап ултырырға кәрәк булған.
ә-се бандит: Бында ҡайһы яҡтан килеп сыҡтығыҙ һуң.
Миңниса: Яңы йылды ҡаршы алырға Гавайиға барғайныҡ, оҡшаманы. Кире ҡайтып етә алмайбыҙ. Гавайи Ҡышбабайы осоусы балаҫ бүләк иткәйне, навигаторы эшкинмәй.
һ-сө бандит: Гавайи утрауҙары. Мин был турала ғүмер буйыхыялландым.
ғ-се бандит: Аҡылы теүәл кеше, йылы яҡтан ҡасып, сатлама һыуыҡ Башҡортостанға ҡайтамы ни.
«Йыйылып һөйләшәләр ҙә, ҡыҙҙарҙы бәйләп, осоусы балаҫты алып, осоп китәләр»

V күренеш
«Гавайи утрауҙары. Ҡышбабай менән Ҡаһылыу»
Гавайи Ҡышбабайы: Ҡалай күңелһеҙ. Рәсәйлеләр ҙә ҡарҙы һағындыҡ тип ҡайтып бөттөләр.
Гавайи Ҡарһылыуы: Шулай шул, күңелһеҙ, бигерәк. Бәлки йырларһың, бабай.
Гавайи Ҡыш бабайы йырлай. «Ҡарҙар яуа тын ғына».
«Гөбөрләшеп бандиттар килеп инә, йәмһеҙ ҡыланып, бейеп йөрөйҙәр»
Гавайи Ҡыш бабайы: Эй, һеҙ, булырһығыҙ кемдәр.
Бандиттар:Беҙ бандиттар, ҡуш йөрәкле егеттәр.
Гавайи Ҡарһылыуы: Ой, ой, ой. Беҙгә бындайҙар кәрәкмәй.
Гавайи Ҡыш бабайы: Дөрөҫ, кәрәкмәй. Мин һеҙҙе әйләндерәм маймылдарға. Бер, ике, өс. «Сихри музыка, бандиттар әйләнә, маймыл битлектәре кейәләр».
Гавайи Ҡарһылыуы: Әйҙәгеҙ, хәҙер маймылдар менән бергәләп бейеп алайыҡ.Бейеү.
Гавайи Ҡыш бабайы: Әйҙәгеҙ, маймыл йылы булғансы, питомникта йәшәп тороғоҙ.

VI күренеш
Музыка «Диңгеҙ шауы». Диңгеҙ яры, ике ҡыҙ ултыра.
Гөлниса: Хәҙер нимә эшләйбеҙ инде. Ни Гавайиҙа ҡалманыҡ, ни Башҡортостанға ҡайтып етә алманыҡ.
Миңниса: Белмәйем инде. Ҡара әле, әхирәт дельфиндар йөҙөп килә түгелме.
«Дельфиндар бейей, ҡыҙҙарҙы ҡотҡара».
Миңниса, Гөлниса: Рәхмәт һеҙгә, дельфиндар.
Миңниса: Беләһеңме, Гөлниса, әгәр теләк теләп диңгеҙгә тәңкә ташлаһаң, ул ҡабул буласаҡ тип һөйләгәйне әсәйем.
Гөлниса: ЫсынмыҠ Улайһа, мин матур тун, яңы машина, алтын йөҙөктәр теләйем.
Тағы, тағы…
Миңниса: Эх, әкиттәге Аҡбуҙ ат елдереп килеп беҙҙе Башҡортостанға осороп китһен ине… «тәңкә ташлайҙар»
«Музыка – ат тояҡтары тауышы, Аҡбуҙат бейеп керә».
Аҡбуҙат: Яңы йыл алдынан бөтә матур теләктәр ҙә ҡабул була. һинең теләгеңде лә Миңниса мин бик теләп тормошҡа ашырасамын. Ҡыҙҙар, әйҙәгеҙ нығыраҡ тотоноғоҙ! Гүзәл Башҡортостанға осабыҙ!
VII күренеш
Ҡар бөртөктәре, Ҡарһылыу.
Миңниса:Донъяла бәхет бар икән. Бына мин тағы тыуған яғымда.
Ҡарһылыу: һаумыһығыҙ, һаумыһығыҙ, минең ҡәҙерлеләрем. Ҡайһылай матурһығыҙ, ҡояшта янып ҡарайғанһығыҙ.
Гөлниса: Нисек ҡарайҙыҡ, шулай хәҙер күгәрәсәкбеҙ инде. Ҡайғы берәүҙәр арҡаһында әйберҙәрҙе лә йыйнап булманы.
Ҡарһылыу: Борсолмағыҙ, хәҙер беҙ һеҙҙе йылытабыҙ.
«Шәл бәйләнем» бейеүе.
«Ҡар бөртөктәре шәл ябындыра»
Гөлниса: Байрам да байрам, тинең. Ҡайҙа бындаҠыш бабай, ҡайҙа бүләктәр.
Ҡарһылыу «телефондан шылтырата»: Ҡыш бабай, һин ҡайҙа. Яңы йылды ҡаршы алырға әҙерләнеп бөттөк.
«Йыраҡтан Ҡыш бабай тауышы»: Хәҙер, хәҙер килеп етәм, йырлай тороғоҙ.
Йыр «Ҡыш бабай», Ҡыш бабай керә.
Ҡыш бабай: Йә, дуҫтарым, әйтегеҙсе, мине оҙаҡ көттөгөҙме.
Балалар: Эйе, оҙаҡ көттөк.
Ҡышбабай: Беләм һеҙҙе, хәйләкәрҙәр, һағынып та бөттөгөҙме.
Балалар: Эйе, һағындыҡ, Ҡыш бабай.
Ҡыш бабай: һаумыһығыҙ, балалар! һаумыһығыҙ, Гөлниса һәм Миңниса. Йә, һөйләп ишеттерегеҙ, ҡайҙа булдығыҙ, нимәләр күрҙегеҙҠ
Миңниса: Бик күп илдәр, бик күп матур ерҙәр күрҙек, Ҡыш бабай. Тик тыуған Башҡортостаныбыҙға тиң булырлыҡ урынды тапманыҡ!
Ҡыш бабай: Шулай шул, балалар. Онотмағыҙ, сит яҡтарҙа һәйбәт булһа ла, иң яҡшыһы – тыуған ерҙә. Ҡыҙҙар, һеҙгә рәхмәтемдең иң ҙуры, сөнки һеҙ беҙгә яңы йылдың хужаһы – Аҡбуҙатты алып килдегеҙ.
«Курант тауыштары)
Ҡыш бабай: Ишетәһегеҙме, Яңы әөүғ йыл тыуған еребеҙгә килде.
Аҡбуҙат: Мин – Яңы йыл. Теләгем шул –
һау, сәләмәт булығыҙ.
Бәхет, уңыш менән генә
!тһен ғүмер юлығыҙ.
Барығыҙға, барығыҙға
Бәхет-шатлыҡ өләшәм,
Донъялар имен торһон, тип
Кешелеккә өндәшәм.
Йыр «Яңы йыл», уйын-көлкө, йыр-бейеүҙәр.

Авторы:Шәмсетдинова Гөлдәр Шәфҡәтҡыҙы,
Көйөргәҙе районы Илкәнәй урта дөйөм белем биреү мәктәбе директорының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары.


.










Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Үҙебеҙ һайлаған юл


Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Тамырҙарымда башҡорт ҡаны аҡҡаны менән ғорурланам

Улар алдында баш эйәбеҙ

13.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Улар алдында баш эйәбеҙ


Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Мин – россиянмын!

10.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин – россиянмын!


Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!

19.04.2016 - Конкурстар » Йәшлек гүзәле Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!


Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Кешеләрҙең тәнен генә түгел, күңелен дә дауалаясаҡ ҡыҙ

Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Һылыу ҙа, һәләтле лә беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары!