RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

13.12.2013 Яңы йыл мөғжизәһе

Ҡатнашалар:

Ҡыш бабай
Ҡарһылыу
Йыланбикә
Йылҡы хан
Ҡар бөртөктәре
Мәскәй әбей
Балалар

Беренсе шаршау.

Сәхнә. Талғын музыка. Шыршы тирәләй
балалар сыр-сыу килеп уйнайҙар. Йырлайҙар.

(“Ҡыш бабай” йыры).
Яңы йыл  мөғжизәһеӘйҙә, тышҡа сығайыҡ,
Ел-малайҙы ҡыуайыҡ.
Сыр-сыу килеп, бергәләшеп,
Тауҙан сана шыуайыҡ.

Ҡушымта:

Кем саҡыра беҙҙе тышҡа?
Уның сере яп-ябай.
Һеперткеле, кишер танау,
Биҙрә кейгән Ҡыш бабай.

Әйҙә, тышҡа сығайыҡ,
Һыбай менеп урамды.
Шат тауыштарға күмәйек
Үҙебеҙҙең урамды.

Ҡушымта.

Әйҙә, әйҙә, һыу буйына,
Ялтыр боҙҙар тамаша.
Ҡыш күңелле, ҡыш матур шул,
Нурҙан күҙҙәр ҡамаша.

Ҡушымта.

Ҡарһылыу менән Ҡар бөртөктәре килеп сығалар. Улар балаларға һоҡланып ҡарап торалар.Ҡар бөртөктәре өйрөлөп-өйрөлөп сығып китә.
Ҡарһылыу. Уралымда – ожмах еребеҙҙә –
Ниндәй бәхетлебеҙ –
Ҡыштар бар!
Аҡ бурандар.
Көмөш тәңкә ҡарҙар
Яҙҙырырҙай хатта hуштарҙан. (Ҡ.Аралбаев шиғырынан).

Сығып китә, артынан Мәскәй әбей инеп китә.Ут һүнә.

Икенсе шаршау.

Ут яна. Шул уҡ урын. Ҡар бөртөктәре йүгереп килеп сыға.
Ҡар бөртөктәре. Һаумы, ҡупшы шыршы,
Боҙ шыуғалаҡ, сәләм!
Яңы йылдың йырын
Ишетһен бар ғаләм.
Яңы йылға теләп
Иң матур теләктәр,
Килер ҙә Ҡыш бабай,
Таратыр бүләктәр.

Ҡушымта:

Бәхеттәр генә теләп,
Яңы йыл килә гөрләп.
Күңелле булды быйыл,
Һаумы, Яңы йыл! (Г.Ишҡыуатова шиғыры).

Ҡыш бабай менән Йыланбикә килеп сыға.

Ҡыш бабай. Һаумыһығыҙ, балалар!
Үттем юлдар оҙаҡ-оҙаҡ,
Үттем юлдар йыраҡ-йыраҡ.
Йондоҙҙарҙы иттем сыраҡ:
Эҙләгәнем изге йөрәк.
Күрмәнем мин балаларҙы.
Һеҙҙән матур, һеҙҙән зирәк.
Башҡортостан — бәхет иле,
Ундай илдәр ерҙә һирәк! (Т.Искәндәриә шиғыры).

Йыланбикә. Сәләм, минең кескәй дуҫтарым! Хәлдәрегеҙ нисек?
Балалар. Яҡшы!
Ҡар бөртөктәре. Яҡшы!
Йыланбикә. Һай, афариндар! Һәр ваҡыт шулай булһын, йәме?
Ҡыш бабай. (Ҡар бөртөктәренә өндәшә.) Ә ҡайҙа Ҡарһылыу?
1-се Ҡар бөртөгө. Артыбыҙҙан ғына килә ине.
2-се Ҡар бөртөгө. Хәҙер килеп етер ул, Ҡыш Бабай.
3-сө Ҡар бөртөгө. Анау тауҙа шыуып йөрөгән балаларға әүрәнеме икән?
Ҡыш Бабай. Улайһа, әйҙәгеҙ, балалар, Ҡарһылыу килгәнсе, үҙ һөнәрҙәрегеҙҙе күрһәтә тороғоҙ.
Йыланбикә. Әйҙәгеҙ, кемегеҙ шиғыр һөйләй, кемегеҙ йырлай йәки бейей?
1-се Ҡар бөртөгө. Бүләккә Ҡыш Бабайҙан тәмлекәстәр!

Балалар сәхнәгә сығып шиғыр һөйләй, бейей, йырлай. Ҡыш Бабай барыһына ла тәмлекәстәр тарата.

Ҡыш Бабай. Һай, афариндар!
Йыланбикә. Уңғандар, аҡыллылар... Эх...
2-се Ҡар бөртөгө. Нишләп күңелһеҙләнеп киттең, Йыланбикә?
Йыланбикә. Бына бит, минең йылым да тамамланды, китергә ваҡыт етеп килә, ә ошондай мөғжизәле балаларҙан һис тә айырылаһым килмәй, улар шундай матурҙар, аҡыллылар, шаяндар... (Илай).
Ҡыш бабай. Йыланбикә, һин бит мәңгелеккә китмәйһең, тағы ҡайтасаҡһың әле бында. Балалар һине онотмаясаҡтар, илама...
Йыланбикә. Онотмаясаҡтар? Ысынмы? Балалар, һеҙ мине иҫкә аласаҡһығыҙмы?
Балалар. Эйе!
Йыланбикә. Эй, рәхмәт, яуғырҙары!
Сәхнә артында аттар кешнәүе, сабыуы ишетелә. Йылҡы хан килеп сыға.
Йылҡы хан. Һаумыһығыҙ! Бына килеп еттем әле.
Ҡыш Бабай. Һаумы, хөрмәтле Йылҡы хан.
Йыланбикә. Киләһе йылды рәхим итеп һиңә тапшырам, Йылҡы хан.
Ҡар бөртөктәре. Ә, Ҡарһылыу, һаман килеп етмәне...
Ҡысҡырып көлөп Мәскәй әбей килеп инә. Барыһы ла аптырауға ҡала.
Ҡарсыҡ. Ха-ха-ха...Ә-ә, юғалттығыҙмы, Ҡарһылыуығыҙҙы?! Күпме әйттем, балалар янына яҡын ебәрмәгеҙ тип... Балалар уны ауыр һүҙ әйтеп рәнйетте... Шунан Ҡарһылыу ҡайҙалыр юҡ булды, ул бында килмәйәсәк. Яңы йыл булмаясаҡ! Ха-ха-ха...
Ҡар бөртөктәре. Нисек балалар рәнйетте?..
Йыланбикә. Ҡарһылыу бит балаларҙы бик ярата ине...Балалар ҙа уны...
Йылҡы хан. Яңы йыл булмаясаҡ?
Ҡыш бабай. Ҡарһылыу һәр кемгә лә тик яҡшылыҡ эшләне. Ул был донъяға килгән һәр баланы ысын күңел менән яратты, һөйҙө, уларға һәр ваҡыт ярҙам итергә тырышты. Яҡшылыҡҡа яуызлыҡ менән яуап бирмәйҙәр, ҡарсыҡ.
Йылҡы хан. Ҡарһылыуҙың ҡайҙа икәнен һин яҡшы беләһең, әйт, Мәскәй әбей, ҡайҙа ул?
Ҡарсыҡ. Ха-ха-ха...Ҡарһылыу кәрәкме?! Киләһе йылға һин хужа булырға теләйһеңме? Ха-ха-ха... Йыл хужаһы мин! Ишеттегеҙме, мин! Сөнки Йыл асҡысы миндә!
1-се Ҡар бөртөгө. Йыл асҡысы һиндә?
2-се Ҡар бөртөгө. Унһыҙ бит Яңы йыл башланмаясаҡ?
3-сө Ҡар бөртөгө. Хәҙер нимә булыр?
Ҡыш Бабай. Юҡ, яңылышаһың, ҡарсыҡ. Һин бер ҡасан да йыл хужаһы була алмаясаҡһың. Яманлыҡ итһәң - яманлыҡ табырһың.
Йыланбикә. Ҡайтар Ҡарһылыуҙы, бир Йыл асҡысын!
Ҡар бөртөктәре. Эйе!
Йылҡы хан. Ямандың яманлығы үҙ башыңа ҡайтыр. Яманлыҡ ҡылма, Мәскәй әбей!
Ҡар бөртөктәре. Ә һин беләһеңме? Яманлыҡтың төбө наҙанлыҡ!
Ҡарсыҡ. Ю-юҡ, мин наҙан түгел! Мин...мин... Ә беләһегеҙме, мин йомаҡтар сисә беләм. Эйе, эйе. Беләм!
Ҡыш бабай. Балалар, Мәскәй әбейҙең белемен тикшереп ҡарайыҡмы?
Балалар. Эйе!
Йыланбикә. Әйҙәгеҙ, беҙ йомаҡтар ҡоябыҙ, ә һеҙ уларҙы сисегеҙ. Кем тиҙерәк яуаптарын табыр?
Ҡар бөртөктәре. Әйҙәгеҙ!
Йыланбикә. Утта янмай, һыуҙа батмай. (Боҙ).
1-се Ҡар бөртөгө. Йондоҙ булып ҡойола,
Мамыҡ булып йыйыла.
Ел булһа, оса,
Яҙ булһа, ҡаса. (Ҡар бөртөктәре).
Ҡыш бабай. Йәйен, ҡышын бер төҫтә. (Шыршы).
2-се Ҡар бөртөгө.
Өс йоморсаҡ етеп ҡуйҙы
Кәүҙә менән башына,
Танау итеп кишер ҡуйҙым,
Ҡара буяу – ҡашына.
Ике күҙе – ике төймә,
Тешһеҙ ауыҙ – сыбыҡтан,
Аяғында иҫке галуш,
Ә ҡулдары – ҡабыҡтан. (Ҡар бабай - Г.Ситдиҡова шиғыры).
Йылҡы хан. Кәкре муйын ағайҙар, ҡарға батмай баралар. (Саңғы).
3-се Ҡар бөртөгө.
Ҡурыштыра, бөрөштөрә,
Битте, ҡулды өшөттөрә. (Ҡыш).
Ҡыш бабай. Һай, афариндар, балалар!
Йыланбикә. Уңғандар, бәләкәстәр!
Ҡарсыҡ бер генә лә йомаҡты сисә алмай. Күңелһеҙләнә.
Ҡарсыҡ. Ғәфү итегеҙ инде... Зинһар... Башҡа улай эшләмәм. Бөтәһе лә минән ситләшкәнгә генә шулай эшләгән инем, Йылға мин хужа булһам, бөтәһе лә мине күрер, миңә иғтибар итеп тип уйлағайным. Бөтөнләй яңылышҡанмын. Бары тик яҡшылыҡ ҡына эшләргә кәрәк икән.
Ҡыш бабай. Ғәфү итәбеҙме, балалар!
Балалар. Итәбеҙ!
Йыланбикә. Яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ менән яуап ҡайтаралар.
Ҡарсыҡ. (Ниҙер сихырлай башлай). Әпсен-төпсөн, кире ҡайтһын... Хәҙер саҡырһағыҙ ҙа була Ҡарһылыуҙы.
Ҡыш бабай. Балалар, әйҙәгеҙ, күмәкләшеп Ҡарһылыуҙы саҡырайыҡ.
Бөтәһе бергә. Ҡарһылыу! Ҡарһылыу! Ҡарһылыу!
Ҡарһылыу килеп инә. Ҡулында Йыл асҡысы.
Ҡарһылыу. Һаумыһығыҙ, Ҡыш бабай! Ҡар бөртөктәрем! Һаумыһығыҙ, Йыланбикә һәм Йылҡы хан! Һаумыһығыҙ, балалар! Ҡотҡарғанығыҙ өсөн рәхмәт, дуҫтарым, әл дә һеҙ бар!
Барыһы бергә. Һаумы, Ҡарһылыу! (Ҡосаҡлашалар).
Ҡарһылыу. Һағынып та өлгөрҙөгөҙме ни, бәләкәстәрем?
1-се Ҡар бөртөгө. Матурлыҡҡа, моңға, татыулыҡҡа
Йәшәйек гел ерҙә hоҡланып.
Йәшә ризыҡ менән генә түгел –
Рухи аҙыҡтан да hут алып. (Ҡ.Аралбаев шиғыры).
2-се Ҡар бөртөгө. Эшегеҙҙән, тотҡан юлығыҙҙан
Йән тыныслыҡтары табылhын.
Күңелдәргә шайтан ҡағылмаhын,
Йәнебеҙҙә зауыҡ ҡабынhын!
3-сө Ҡар бөртөгө. Fүмер ебен ипле тағатайыҡ,
Яңы йомғаҡтар ҙа урайыҡ.
Уй-теләкте, атыр таңыбыҙҙы,
Гел яҡшыға ғына юрайыҡ!
Барыһы. Һай, афариндар! Бәләкәй генә булһалар ҙа, күңелдәре тулы яҡшылыҡ, изгелек.
Ҡар бөртөгөнөң береһе Йыл асҡысын алып, шыршы янына һалып тора.
Ҡар бөртөктәре. Һай, ә шыршыбыҙ ни эшләп утһыҙ?
Ҡыш бабай. Хәҙер яндырабыҙ беҙ уны. Балалар, шулаймы?
Ҡарһылыу. Әйҙәгеҙ, мин бер, ике, өс тигәс, “Шыршы, ян!” тип күмәкләшеп ҡысҡырайыҡ, йәме?
Балалар. Ярай!
Ҡарһылыу. Бер, ике, өс!
Барыһы бергә. Шыршы, ян! Шыршы, ян! Шыршы, ян!
Шыршының уттары тоҡана. Барыһы ла шатланаша.
Ҡар бөртөктәре. Беҙ йыйылдыҡ уйынға,
Йәшел шыршы янына.
Шыршы матур кейенгән
Ал нурҙарға күмелгән.
Ниндәй рәхәт беҙгә,
Шыршы менән бергә.
Рәхмәт, шыршы һиңә,
Рәхмәт, Тыуған илгә!
Балалар менән шыршы тирәләй “Шыршы ҡупшы кейенгән” йыры.
Ҡыш бабай. Балалар, Яңы йыл яҡынлашып та килә! Ә кем йылҡы, ат тураһында шиғырҙар һөйләп ишеттерер?
Бала. Ирек һөйә аттар, ялан буйлап,
Елде ҡыуып саба уйнаҡлап.
Әйтерһең дә ғүмер миҙгелдәрен,
Ҡыуып тотмаҡ була юртаҡтар.
Эх, сабалар аттар, кинәнешеп,
Тояҡ ритмы бер йыр сығара.
Ирек һөйә аттар, сапҡан саҡта,
Кәртәләүҙәр, сиктәр юғала. (Г.Ҡыуатова шиғыры).
Ҡарһылыу. Афарин! Һиңә Ҡыш Бабайҙан күстәнәс.
Ҡыш Бабай. Дуҫтар, ат тураһында мәҡәлдәр беләһегеҙме икән? Әйҙәгеҙ,тыңлап ҡарайыҡ.
Йыланбикә. Ат - ... (ир-егеттең юлдашы).
Ҡарһылыу. Аты бар - ... (арыҫлан).
1-се Ҡар бөртөгө. Аттың саяһы - ... (юрға).
2-cе Ҡар бөртөгө. Аттың даны ... (егет ҡулында).
3-сө Ҡар бөртөгө. Атым - ... (пар ҡанатым).
Ҡыш Бабай. Һай, афариндар! Ҡалай күп беләһегеҙ.
Йылҡы хан. Рәхмәт, кескәй дуҫтарым! Һеҙ булғанға мин бик шат! Ҡарһылыу. Йылҡы хан, ошо Йыл асҡысын ысын күңелдән ҡабул итеп ал! 2014 йылды һиңә ышанып тапшырабыҙ! (Йыл асҡысын бирә).
Йылҡы хан. Барығыҙға ла бәхет-шатлыҡ өләшәм,
донъялар имен торһон, тип кешелеккә өндәшәм!
Ҡыш Бабай. Йыланбикә, һиңә әйтәбеҙ ҙур рәхмәт,
Осрашҡанға тиклем оҙатабыҙ күмәкләп!
Бөтәһе бергә. Хуш, Йыланбикә!
Йыланбикә сығып китә.
Ҡар бөртәктәре. Аҡ бурандар менән килә ята,
Көтөп алған байрам – Яңы йыл!
Әкиәти серле был көндәрҙә,
Күңелдәрҙән урғый дәртле йыр. (Г.Ҡыуатова шиғыры).
“Яңы йыл килә”йыры. Шаршау ябыла.

Гөлсәсәк ИБРАҺИМОВА,
БДУ студенты.










Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Үҙебеҙ һайлаған юл


Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Тамырҙарымда башҡорт ҡаны аҡҡаны менән ғорурланам

Улар алдында баш эйәбеҙ

13.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Улар алдында баш эйәбеҙ


Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Мин – россиянмын!

10.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин – россиянмын!


Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!

19.04.2016 - Конкурстар » Йәшлек гүзәле Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!


Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Кешеләрҙең тәнен генә түгел, күңелен дә дауалаясаҡ ҡыҙ

Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Һылыу ҙа, һәләтле лә беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары!