06.12.2013 «Яҡшылыҡҡа, яҡтылыҡҡа ынтылырға!»
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында белем алған Миләүшә Шәкирйән ҡыҙы Таһирова 1991 йылда Миәкә районының Ҡаран-Ҡунҡаҫ ауылында тыуған. Мәктәптә тырышып уҡығас, ул хәҙер юғары уҡыу йортоноң һуңғы курсында белем ала. Туғандарына өлгөлө апай ҙа.
Әңгәмә барышында Миләүшә үҙенең хыялдарын да әйтеп бирҙе. Төрлө сит илдәрҙә булып, уларҙың тормошо, мәҙәниәте менән танышырға ине, ти. Инглиз, төрөк телдәрен дә өйрәнгән ҡыҙ, шулай итеп, үҙенең хыялдарын тормошҡа ашырырға ынтыла. Миләүшә уҡып бөткәс, тәржемәсе булып эшләмәксе.
Әңгәмәсебеҙ бейеү сәнғәтен үҙ итеүен, шаян бейеүҙәрҙе яратыуын да йәшермәне. Шулай итеп, яҡшылыҡҡа, яҡтылыҡҡа ынтылған Миләүшә был донъяны биҙәп йәшәүен дауам итә.
Айбулат ИШНАЗАРОВ.
Оҡшаш яңылыҡтар
23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары