22.11.2013 Хыялы – бик шәп уҡытыусы булыу
Һеҙ һүрәттә күргән мөләйем ҡыҙ Баймаҡ районының Үрге Иҙрис ауылында тыуып, Һаҡмар һыуын эсеп үҫкән Гүзәл Тәлғәт ҡыҙы Мөхитова була. Ул әлеге ваҡытта Сибай педагогия колледжының мәктәп бүлегендә 4-се курста уҡый. Буласаҡ башланғыс кластар уҡытыусыһы Гүзәл менән әңгәмәләшкән саҡта ул был һөнәрҙе әсәһенә ҡарап һайлауын белдерҙе. Булдыҡлы ҡыҙ мәктәп тормошонда ҡайнап йәшәй, колледжда уҡығанда ла һынатмай. Яңыраҡ ул БР Президенты стипендиаты исемен дә алды.
Уҡыуҙан буш мәлдәрендә Гүзәл бәйләргә, ашарға бешерергә, дуҫ-иштәре менән аралашырға ярата.
– Киләсәктә, юғары уҡыу йортон тамамлап, балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә яратҡан уҡытыусы булырға теләйем. Үҙемә өлгө итеп ғүмеренең 30 йылын мәктәп эшенә арнаған әсәйем Айгөл Рыҫҡужа ҡыҙын һайланым, – ти ул.
А. ИШНАЗАРОВ.
Оҡшаш яңылыҡтар
23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары