14.05.2013 Мин “ЙәшлекМән”, Ә һин?
Дуҫтар, йәмле миҙгел тулыһынса килеп етеүе менән һеҙҙе! Яҙ, күңелдең осҡоһо килә, тигән һүҙҙәрҙе лә йыш ишетәбеҙ. Башҡаса булыуы мөмкин дә түгел – донъя шундай матур!
Әйҙәгеҙ, бөтөн нәмәгә бергәләп ҡыуанайыҡ. Аһ-аһ, нисек инде, тиерһегеҙ. Бер шәп мөмкинлек бар. Ошо көндән башлап “Йәшлек” гәзите “Бәйләнештә” өп-өр яңы конкурс-акция иғлан итә. “ЙәшлекМән” тип атаныҡ уны. Шарттары бик ябай – баҫмабыҙҙы яратҡанығыҙҙы, уҡығанығыҙҙы ғына күрһәтергә кәрәк. Маҡсаты – “Йәшлек”тең популярлығын арттырыу, таратыу һәм танытыу һәм, әлбиттә, фотоһәүәҫкәрҙәргә оҫталығын күтәрергә, тәжрибә тупларға булышлыҡ итеү. Ә ни өсөн исеме шулай тип уйлайһығыҙ? “ЙәшлекМән” бығаса ишетелмәгән һүҙ ҙә ул. “Мән” ялғауы таныш та – көйәрмән, һөнәрмән. Ҡалғанын үҙегеҙ аңлағыҙ.
Фотоаппарат объективы уртаһында “Йәшлек” булһа, ул кадрҙы мөмкин тиклем ҡыҙығыраҡ юҫыҡта “шылт” итһәгеҙ, еңеүгә бер ниндәй кәртә лә булмаҫ. Бында фантазияғыҙҙы ғына эшкә ҡушырға кәрәк (мәҫәлән, “Йәшлек” гәзитен уҡып, көйәнтәләп шишмәгә һыуға китеп барған киленде төшөрөп алырға ла мөмкин).
Фотоларҙы “Бәйләнештә” селтәренең “Йәшлек” гәзите төркөмөнә (vk.com/public35065816) ебәрегеҙ. Иң шәп фотолар гәзит битендә лә баҫылып сығасаҡ, авторҙарға иҫтәлекле бүләктәр бөгөндән әҙерләнә башланы.
Мөхәрририәт.
Оҡшаш яңылыҡтар
23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары