12.04.2013 «Донъяны дөрөҫлөк һәм балалар йылмайыуы ҡотҡарыр»
«Йыл уҡытыусыһы – 2013» республика конкурсының абсолют еңеүсеһе – Оксана Шәрәфетдинова
9 апрелдә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында «Йыл уҡытыусыһы – 2013» республика конкурсының йомғаҡлау тантанаһы үтте. Был мәртәбәле бәйге быйыл 23-сө тапҡыр ойошторолдо. Унда республика мәктәптәренән 116 уҡытыусы ҡатнашты. Улар араһында төрлө фән белгестәре бар. Конкурс барышында рус теле һәм әҙәбиәте, татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ла «Иң яҡшы тел уҡытыусыһы» исеменә һынау тотто. Бер аҙна буйы улар баш ҡала мәктәптәрендә асыҡ дәрестәр күрһәтте, класс сәғәттәре бирҙе, «Методик берекмә» конкурсында үҙенең йылдар буйы тупланған эш тәжрибәһен яҡланы. Әлбиттә, был һынауҙар, ғөмүмән, конкурс үҙе уҡытыусыларҙан юғары оҫталыҡ, бай эш тәжрибәһе һәм үҙ һөнәренә тоғролоҡ талап итә. Бәйге йомғаҡтарынан күренеүенсә, беҙҙә үҙ эшен бар күңеленән яратып башҡарған, йылдар буйы тупланған тәжрибәһен башҡаларға өлгө итеп күрһәтерҙәй алдынғы уҡытыусылар күп.
116 уҡытыусынан 43-ө, барлыҡ һынауҙарҙы уңышлы үтеп, икенсе турға сыҡты. Алдынғы уҡытыу технологияларына, үҙенә генә хас методик алымдарға ҡоролған «Оҫталыҡ дәресе» үткәргәндән һуң һәр төркөмдән бишәр уҡытыусы иң юғары баҫҡысҡа – финалға сыҡты.
«Йыл уҡытыусыһы – 2013» конкурсының йомғаҡлау тантанаһы барлыҡ конкурсанттарҙы йәнә бергә осраштырҙы.
– Был залда бөгөн педагогиканың буласаҡ легендаһы йыйылған. 38 меңдән ашыу уҡытыусы көн һайын республика мәктәптәрендә балаларға мәңгелек изге төшөнсәләрҙе аңлата. Һуңғы йылдарҙа мәғариф системаһы ысын мәғәнәһендә революцион үҙгәрештәр кисерҙе. Әммә был үҙгәрештәрҙең һөҙөмтәһе үҙенең иленә кәрәкле һәләтле уҡыусы булһын ине. Был миллиард һумлап бүленгән аҡсаға ла, күпләп төҙөлгән мәктәптәргә, балалар баҡсаларына ла түгел, ә иң беренсе сиратта һеҙҙең талантығыҙға, профессиональ оҫталығығыҙға, үҙегеҙгә йөкмәтелгән бурысҡа кешелекле мөнәсәбәтегеҙгә бәйле, – тине БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, уҡытыусыларҙы тәбрикләп.
«Йыл уҡытыусыһы – 2013» республика конкурсы еңеүсеһе исеменә Стәрлетамаҡ ҡалаһынан 3-сө башҡорт лицейының информатика уҡытыусыһы Луиза Мырҙаҡаева лайыҡ булды. Уға шулай уҡ Һәләтле йәштәргә ярҙам күрһәтеү фондының махсус бүләге лә тапшырылды. Еңеүсенең педагогик стажы биш йыл.
– Минең өсөн был еңеү көтөлмәгән оло ҡыуаныс булды. Йыл буйы маҡсатҡа ярашлы рәүештә был конкурсҡа әҙерләндем, финалға сығырға ла өмөтләнә инем, әммә еңеүсе булырмын тип көтмәгәйнем. Конкурс бик оҡшаны, балалар менән аралашыу, оҙаҡ йылдар эшләгән уҡытыусыларҙың эш тәжрибәһен өйрәнеү, һынауҙарға әҙерлек – ошондай ижади мөхиттә ҡатнашып, үҙемә ҙур фәһем алыуым менән үтә лә бәхетлемен. Конкурста еңеүем тағы ла ҙурыраҡ яуаплылыҡ өҫтәне, яңынан-яңы үрҙәргә ынтылырға этәргес бирҙе, – ти, йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, конкурста үҙен иң алдынғы уҡытыусы итеп күрһәтә алыусы йәш мөғәллимә.
Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында Өфө ҡалаһының 115-се гимназияһынан Оксана Шәрәфетдинова, татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларынан Туймазы ҡалаһының 1-се мәктәп-интернатынан Зинфира Нурисламова еңеүсе тип иғлан ителде. Ошо еңеүселәр араһынан иһә абсолют еңеүсе билдәләнде. Ул – Өфө ҡалаһының 115-се гимназияһының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Оксана Шәрәфетдинова. Тап ул Бөтә Рәсәй конкурсында республика уҡытыусылары исеменән сығыш яһаясаҡ.
– Бөгөн байрам, әлбиттә, мин бик шатмын. Әммә байрам тамамланыр һәм көндәлек тормош башланыр. Уҡытыусы өсөн ул көн дә дәрескә әҙерләнеү, яратҡан уҡыусылары менән осрашыу. Һәр дәрес – ул үҙе беҙҙең киләсәгебеҙҙе ҡотҡарыр тормош дәресе. Ошо залда ултырыусы һәр уҡытыусы үҙенең дәресендә уҡыусыларға дөрөҫлөк һүҙен еткерер, тип ышанам. Минеңсә, донъяны матурлыҡ ҡына түгел, ә дөрөҫлөк һәм балаларҙың йылмайыуы ҡотҡарыр, – тине ул үҙенең сығышында.
Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.
Оҡшаш яңылыҡтар
23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары