RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » «Туҡта, дауыл, ярһыма, Йөрәгемдә йыр ғына»

05.04.2013 «Туҡта, дауыл, ярһыма, Йөрәгемдә йыр ғына»

Аҡланмаған өмөттәр
Тәҙ(е)рәмде асҡан инем
Саф һауаға зар булып.
Көлһөн ине, тиеп, ҡояш
Бар мөйөштәргә тулып.

Еләҫ елгә, яҡты нурға
Өмөтләнеп мин баҡтым…
Аһ, хәйерһеҙ, бысраҡ елдең
Саң-туҙанына баттым.

Күңелемде асҡан инем,
Саф хистәргә тилмереп.
Ятмаҫ өсөн йоҡомһорап,
Нәҫкә батып, һимереп.

Анау матур күбәләккәй
Бында икән, их, керһә...
Өлгөрөрәк булып сыҡты
Һикерәндәк сиңерткә.

Дауа

Күрше бөгөн тағы саҡты,
ҡаяуҙарын ҡаҙап ҡасты.
Ауыртыуҙан һыным ҡатты,
Гүйә, көндөҙ ҡояш батты.

Маңлайыма һырҙар ятты,
Хәлгенәмде күҙҙәр һатты.
Түҙерменме таңға саҡлы?
Кемебеҙ һуң беҙҙең хаҡлы?

– Һауғынамы, хәйерле көн,
ҡара, ҡояш ниндәй бөгөн!
… Изге һүҙҙән булды күңел,
Әлдә күрше берәү түгел.

Донъям

Уралам да бөтөрөләм
Эше бөтмәҫ донъямда.
Кескәй генә саң бөртөгө
Ул әкәмәт йыһанда.

ҡатлы-ҡатлы, аҡ-ҡаралы,
ҡайһы ере саталы.
Берсә – шатлыҡ, берсә һағыш
Һыйып инеп ятмалы.

Инәм, сығам, күсеренәм,
Абынам да һөрлөгәм.
Кем хәсрәте кемгә кәрәк –
Донъя шулай төҙөлгән.

Бәхет ҡошо иңгә ҡунһа,
Тирә-йүнгә яр һалам.
Килеп тула дуҫ-күршеләр –
Байрамдан һуң кем ҡалған?!

Онотолоп уйҙа йөҙәм,
Усағым да һүрелгән…
Йыһан киң ул, ут артынан
Йондоҙҙарға үреләм!

Күренмәҫ дуҫҡа

Һинең менән минең донъя –
Кескәй генә,
Селтәрендә интернеттың
Нөктә, гүйә.

Әммә һыя шул нөктәгә
Серҙәр, хистәр.
Юҡ та бында ҡәҙимгесә
Сиктәр, биктәр.

Һөйләшәбеҙ, көлөшәбеҙ –
Ниҙер етмәй.
Минең ҡулым… ҡул йылыһын
Һинең һиҙмәй.

Муйыл сәскә атҡан тиҙәр,
Әйҙә, тышҡа!
Алыҫ әле бүлмәләргә
ҡыуыр ҡышҡа.

Йыр

Һыҙланырға сәбәп юҡ –
Өҫтөм бөтөн, тамаҡ туҡ.
Булыр ине өйөм тар,
Йәнен бирер йәрем бар.

ҡыҙым үҫә – гөл-сәскә,
Улым – сиҙәмдә бәпкә.
Әхирәттәр ташламай,
Сер һөйләһәң, фашламай.

Бары көнсөл, иҫәр ел
Ниҙер көҫәп иҫәлер.
Туҡта, дауыл, ярһыма –
Йөрәгемдә йыр ғына.

Көтәм

Килгәйне лә һаман наянланып,
Ғәмһеҙ генә уйнап-көләһем,
ҡыуып сығарҙы ла йәй өйөнән,
Шығырлатып элде келәһен.

Бәхетемде ҡыҫыр иттең, йәйем,
Йылыларың минән ҡыҙғанып.
Былай ҙа бит көҙ баҫтырып килә,
Йөрәгемде һыҙып-һыҙлатып.

Тәҙрәләргә шаршау ҡоролһа ла,
Туҡтатмаҫ та таңдар тыуаһын...
Һис ҡартаймай күңел, көтә әле
Яҡты көндәр – әбей сыуағын.

ҡайҙа сара?

Әйләнеп тә генә күҙ һалырға
Өлгөрмәнем, тағы
Елкәм талды.
Тормошомдоң ҡайһы
баҫҡысында
Юғалттым мин һине –
Һиҙмәй ҡалдым.

Өйрәнгәйнем инде донъя йөгөн
Тартырға ла күндәм –
Үҙемдеке.
Шул сабырлыҡ һәләк итә
бер мәл:
Күнһәң, тағы һынай
Түҙемлекте.

Меңәр йылдар, әҙәм, ғүмереңә,
Күңел яраһына
Тапсы дауа.
Меңәр яҙмыш бер-беренә
оҡшаш,
Юҡсы ниңә берәй
Әҙер сара?..

Тимер ишектәр

Мин үҙемдән ҡасам.
Ә ул ҡыуып килә,
Етеп килә тешен ыржайтып.
Тәҙрәләрҙе ябам,
Ә ул үтеп инә,
Үтеп инә ватып-ҡыйратып.

Мин ҡысҡырам ярһып.
Сәсәп туҡтап ҡалам,
Тауышымды берәү ишетмәй.
Тәҡдиремә күнәм,
Уйҙарымдан дүнәм –
Тирә-яҡта… тимер ишектәр.
Гөлдәр БҮЛӘКБАЕВА-БИРГӘНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Үҙебеҙ һайлаған юл


Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Тамырҙарымда башҡорт ҡаны аҡҡаны менән ғорурланам

Улар алдында баш эйәбеҙ

13.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Улар алдында баш эйәбеҙ


Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Мин – россиянмын!

10.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин – россиянмын!


Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!

19.04.2016 - Конкурстар » Йәшлек гүзәле Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!


Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Кешеләрҙең тәнен генә түгел, күңелен дә дауалаясаҡ ҡыҙ

Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Һылыу ҙа, һәләтле лә беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары!