RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » РӘМИ МИНЕКЕ ЛӘ, БЕҘҘЕКЕ ЛӘ!

02.04.2013 РӘМИ МИНЕКЕ ЛӘ, БЕҘҘЕКЕ ЛӘ!

РӘМИ МИНЕКЕ ЛӘ, БЕҘҘЕКЕ ЛӘ!
“Шоңҡар” йәштәр журналының интернет селтәрендә "Минең Рәми!" шиғыр ятлау конкурсын үткәреүе изге бер йолаға әйләнеп бара
Видеоформатта барған шиғри ярыш ысын мәғәнәһендә халҡыбыҙҙың бөйөк улы, халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың ижадына ҡарата күңелендә ысын һөйөү менән янғандарҙы бер урынға тупланы. Был бәйгенең киң таралыш табыуы, әлбиттә, уҡытыусыларға бәйле. Милләт, туған телгә һөйөү тигән мөһим төшөнсәләр балаға, тәү сиратта, ғаиләлә һалынырға тейеш булһа, икенсе урында белем дә, мәҙәниәт усағы ла булған мәктәптер ул. Тап уҡытыусыһы, был осраҡта башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, тәрбиәсеһе аша ул халҡыбыҙ ижадының, әҙәбиәтенең ынйыларын, таждарын йыя.
Ике йөҙҙән ашыу видеояҙма ҡатнашты конкурста. Географияһы быйыл да киң булды уның: Баймаҡ, Бөрйән, Учалы, Белорет, Салауат, Ишембай, Хәйбулла, Ғафури, Туймазы, Әлшәй, Ейәнсура һәм башҡа райондарҙан уҡыусылар ихласлап ҡатнашты. Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында уҡып йөрөүсе йәштәребеҙ ҙә ситтә ҡалманы. Усман Юнысов, Иҙел Бохарбаевтарҙың Рәми Ғариповтың шиғырҙарын Мәскәү Кремле янында шартлатып ятлап тороуын күреү – үҙе бер ҙур ҡыуаныс! Ауылдарыбыҙҙа эшләүсе уҡытыусыларыбыҙ ҙа әүҙем. Уларҙың ҡатнашыуы тәү сиратта – уҡыусыларға миҫал, яҡшы өлгө. Мәҫәлән, Бөрйән районының Яуымбай мәктәбе уҡытыусыһы Зилә Хәкимйән ҡыҙы Хәйбул­линаның шағирыбыҙҙың "Табы­ныу" поэмаһын яттан һөйләүе тик маҡтауға ғына лайыҡ. Бәйгенең башҡорт балаларын бергә туплауы хаҡ, ә шулай ҙа тиҫтерҙәренән ҡалышмай, рус балаларының да шартлатып башҡортса шиғыр ятлап тороуын ҙур кинәнес менән ҡарарға була. Татьяна һәм Оля Щерба, Тимофей Богомолов, Анастасия Зеркина һәм башҡалар­ҙың башҡортса, ярай әҙерәк акцент та булһын ти, шиғыр ятлауы – оло кинәнес, башҡорт теленең тантанаһы ла.
"SHAWSHOW ENTERTAINMENT" ойошмаһы (Генераль директоры Заһир ҡотлосурин), "БашАрт" башҡорт ижади берекмәһе (директоры Заһир Ишкинин), балалар, шиғриәт, тип янып торған яҙыусы апайҙарыбыҙ ‒ Гүзәл Ситдиҡова һәм Гөлнур Яҡупова, "Бәйлә­нештә" социаль селтәрендә конкурс барышын даими яҡтыртып-таратып торған "Рәми Ғарипов төркөмө", "Башҡортса статустар" төркөмө ысын мәғәнәһендәге халыҡ бәйгеһен күтәреп-дәртләндереп торҙо һәм тора. Артабан да Башҡортостан, башҡорт әҙәбиәте, башҡорт шиғриәте өсөн янып йәшәгеҙ, дуҫтар!
Еңеүселәр кемдәр, тиһегеҙме? Абруйлы яҙыусылар һәм журналистарҙан торған жюри Зөлхизә Ғәликәева ( Сибай ҡалаһы), Руслан Күскилдин, Гөлнара Яҡупова (Өфө), Ислам Төхвәтуллин (Ишем­бай, Республика кадет мәктәп-интернаты), Алина Ғәлиева­ларҙың (Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернаты) сығышын иң шәбе тип тапты.

Шамил ЯУБАҪАРОВ,
“Шоңҡар” журналының бүлек мөхәррире.










Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Үҙебеҙ һайлаған юл


Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Тамырҙарымда башҡорт ҡаны аҡҡаны менән ғорурланам

Улар алдында баш эйәбеҙ

13.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Улар алдында баш эйәбеҙ


Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Мин – россиянмын!

10.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин – россиянмын!


Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!

19.04.2016 - Конкурстар » Йәшлек гүзәле Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!


Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Кешеләрҙең тәнен генә түгел, күңелен дә дауалаясаҡ ҡыҙ

Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Һылыу ҙа, һәләтле лә беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары!