02.04.2013 «Бер ҡайтырға ине үткәндәргә, Ун алтынсы яҙға әйләнеп…»
Миҙгелдәрҙә ҡатын-ҡыҙҙың төҫө
Миҙгелдәрҙә ҡатын-ҡыҙҙың төҫө −
Алһыу гөлгә тиртеп тулышҡан.
Таң ысығы йөҙөн сафландырып,
Нурын алып үҫкән ҡояштың.
Миҙгелдәрҙә ҡатын-ҡыҙҙың төҫө −
Һутланып та бешкән еләктәр.
Тамылйырға торған сейәләрҙәй
Ирендәре наҙлап иркәләр.
Миҙгелдәрҙә ҡатын-ҡыҙҙың төҫө −
Мөхәббәтле ҡыҙыл раузалар.
Һаҡһыҙ ҡағылмағыҙ күңеленә,
Сәнскеләре менән язалар.
Миҙгелдәрҙә ҡатын-ҡыҙҙың төҫө −
Туҙғанаҡтай сәскә сал төшөр.
ҡатын-ҡыҙһыҙ ерҙә йәшәү юҡтыр,
ҡатын-ҡыҙһыҙ ут та өшөтөр.
Яҙға бағышлау
Көйһөҙ генә көйлө яҙ көндәре,
Яйлы ғына яйһыҙ яҙ айы,
Бурандарың бер аҙ баҫылмаҫмы,
Һиңә лә, тим, бер йыр яҙайым.
Аҡман ғына тоҡман бурандарҙың
Яҙҙарғамы башын эймәүе?
ҡыштарынан яҙға ҡарын ташый
Тәбиғәттең көйһөҙ кейәүе.
Алты ла ғына көндән үтә торған
Бурандарға, зинһар, көймәгеҙ.
ҡар һыуҙары ярһыр "бишҡунаҡ"ҡа,
Әҙер генә торһон көймәгеҙ.
Өйһөҙ генә көйһөҙ бурандарҙың
Мин танышы инде күптәнге...
Иламайһың нисек, һалдырғанда
Ап-аҡ ҡыштың сафлыҡ күлдәген?..
Апрелгә бағышлау
Апрель, апрель... Илаҡ ҡына малай,
Тәҡәтемде тамам ҡороттоң.
ҡыштарыңа әллә ғашиҡ булып,
Яҙлығыңды бик тиҙ оноттоң.
Әллә ҡышмы һиңә үҙе ғашиҡ?
Яҙҙарыңдан һине көнләшә.
Йомарт ҡуллы еңгәйме ни был ҡыш −
Аҡ ҡарҙарын беҙгә өләшә.
Юғалтҡыһы әллә килмәй һине,
Аҡ буранға ҡуйҙы йүгәнләп.
Зарыҡтырҙың инде яҙ һылыуын,
Ләйсән үтте йәшен һибәләп.
Апрель, апрель... Кемгә ғашиҡһың
һин?!
Майҙарыңа тоғро булһаңсы?
ҡош осорор мәле яҙҙарымдың,
ҡыштарыңды берүк ҡыуһаңсы?
***
ҡайттыҡ! ҡайттыҡ! Һауаларҙы яра
Көмөш сыңдай ҡоштар тауышы.
Йөрәкһенеп бөгөн тыңлап торҙом
ҡыр ҡаҙының ҡанат ҡағышын.
Сәләм, дуҫым! Көткәйнеңме беҙҙе?
Бына ҡайттыҡ, беҙҙе ҡаршы ал! −
Тип әйткәндәй өй(ө)рөлөп осоп,
Бер ҡыр ҡаҙы төштө ҡаршыма.
Мөлдөрәмә һағыш ике күҙе
(Илай белә икән ҡаҙҙар ҙа).
ҡайырылды, ти ул, ҡанаттарым,
Ишем ҡалды сит-ят ярҙарҙа.
Һөйләне лә зарын, осоп китте
Таныш ҡаҙым ҡанат ҡағынып.
Теҙелешеп ҡайта ҡыр ҡаҙҙары,
Тыуған ерен, илен һағынып.
ҡайттыҡ! ҡайттыҡ! Нисек
ҡайтмайһың һуң
Тыуған ерең һине көткәндә?
Һуңғы яҙы еткән кешеләрең
Бер күрергә өмөт иткәндә?!
Теҙелешеп ҡайтҡан ҡыр ҡаҙҙарын
Йөрәкһенеп торҙом күҙәтеп.
Был донъялар фани ғына, тиеп
Әйтә кеүек ҡаҙҙар киҫәтеп.
***
Бер ҡайтырға ине үткәндәргә,
Ун алтынсы яҙға әйләнеп,
Муйылдарҙың ап-аҡ сәскәһенә
Төрөнгәндә донъя йәмләнеп.
Сирендәрҙең зәңгәр томанынан
Баш әйләнер хуш еҫ бөркөлә.
Их, ҡайтырға ине шул сиренле
Йәшлегемә бары бер көнгә.
Бер ҡайтырға ине иҫәр саҡҡа,
Ирендәрҙе тәмләр ирендәр.
Наҙлы елдәр һөйөү һүҙе булып
Йылдар аша тәҙрә сиртһендәр.
Их, шул саҡтар − үҙе бәхет бит ул,
Иң саф һөйөү йәндә һаҡлана.
... Шул йылдарзың хәтирәһе булып
Сирень сәскә ата баҡсала.
Яҙмыш тигәндәре
шулмы икән…
Яҙмыш тигәндәре шулмы икән,
Аҡ-ҡаралы юлдан атлайым.
Кеше тигән бөйөк исемде лә
Йөрөтөүе ауыр, аңлайым.
Яҙмыш тигәндәре шулмы икән,
Дуҫтарымдан дошман күберәк.
Хыялың да ҡайсаҡ юҡҡа сыға,
Осоп үтә, гүйә, күбәләк.
Яҙмыш тигәндәре шулмы икән,
Тура һүҙем була язалы.
Хаҡлыҡтарҙан өҫтөн нахаҡ сыға,
Йөрәгемдә ҡала ҡаяуы.
Яҙмыш тигәндәре шулмы икән,
Йөк атылай эштә көндәрем.
Донъя малы − дуңғыҙ ҡаны, тиҙәр,
Йылы ҡараш көтә күҙҙәрем.
Яҙмыш тигәндәре шулай булһын −
Ил өҫтөндә билем бөгөлһөн.
Хаҡлыҡ өсөн, бары халыҡ өсөн
Ергенәмдә тирем түгелһен.
***
Ташлап китеү ауыр үткәнде,
Тик сыҡмай ҙа булмай ишектән...
Р. Ғарипов.
Китеп булмай икән. Был үткәндәр
Әйләнә лә шаҡый ишекте.
Инде үткән тигән хәтирәләр
Тирбәлдерә күңел бишеген.
Күптән үткән йәшел яҙҙарымдың
Һандуғаслы кеүек иртәһе.
Сәскәлерәк кеүек май айы ла,
Шул үткәндән нисек китәһе?
Бөтәһен дә йылдар үҙгәртһә лә,
Үҙгәрешһеҙ ҡала үткәндәр.
Киләсәккә илткән юлды табам,
Бер әйләнеп ҡайтһам үткәнгә.
***
ҡараңғылыҡ ярып ҡайтып барам,
Шәм яҡтыһы һинең тәҙрәңдә.
Күңелкәйем минең һиндә генә,
Һинең күң(е)лең, йәнем, кемдәрҙә?
Шәм нурына манып ҡәләмеңде,
Кемдәргәлер хаттар яҙаһың.
Яҙғаныңды уҡып ҡабат-ҡабат,
Берсә өҫтәп, берсә һыҙаһың.
Мөхәббәтең булып теҙеләлер
Бер-бер артлы һүҙҙәр сылбыры.
ҡулдарыңда ҡәләм уйнап тора,
Хәреф булып яна күҙ нурың.
Яҙған хатың, беләм, миңә түгел,
Миңә түгел һөйөү һүҙҙәрең.
Шәм нурынан ғына йылы алып
Етер микән ғүмер көҙҙәрем?..
Өйгә ҡайтыу
ҡайтыу менән эштән арып-талып,
Утын һалам һүнгән усаҡҡа,
Сәйнүгемде ҡуям ҡайнатырға,
Икмәк теләм ҡыҫып ҡосаҡҡа.
Мәтрүшкәләр һалып сәй бешерәм,
Сәскә еҫе генә сәйемдә.
Оҙон ҡышта аңҡый хуш еҫтәре
Шау биҙәкле йәмле йәйемдең.
Өй эсендә китә нурҙар уйнап,
Йырсы сәйнүк ҡапҡас бейетә.
Ожмахтарға тиңдәш ошо мәлгә,
Эй, илаһым, ни һуң, ни етә?
***
Тамылйырға торған, ай, тамсылай
Һинең миңә алҡа-бүләгең,
Алҡаларға төҫтәш булһын, тиеп,
Кейеп алдым зәңгәр күлдәгем.
Сәстәремде елгә таратайым,
Ел уйнатһын ебәк толомом.
Һинең өсөн, һөйөү өсөн тыуған
Мөхәббәттең тоғро ҡоломон.
Баҫыу иңләп үҫкән сәскәләрҙе
ҡаҙайымсы өҙөп түшеңә.
Йән һөйгәнең һине генә һөйһә,
Нимә кәрәк тағын кешегә?
Таллыҡтарҙа һайрар һандуғастан
Моңлораҡтыр беҙҙең йырыбыҙ.
Һөйөүҙәргә үрелеп үтһә икән
Икәү атлар оло юлыбыҙ.
Айгөл АЙЫТҡОЛОВА.
Оҡшаш яңылыҡтар
23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары