26.03.2013 «Был тормоштоң уртаһында ҡайнап йәшәйек!»
Мин Илзиә Фәиз ҡыҙы ҡыуатова булам. Ейәнсура районының иң матур ауылдарының береһе – йәмле Иҙәш ауылында 1995 йылдың 23 февралендә Балыҡ йондоҙлоғо аҫтында донъяға килгәнмен. Ауылыбыҙҙа һигеҙенсе класты тамамлағас, Ейәнсура башҡорт гимназияһына уҡырға килдем. Унда төрлө түңәрәктәргә бик теләп йөрөнөм. Улар араһында бейеү һәм волейболды нығыраҡ яраттым. Ергә һалҡын ҡыш килеү менән саф һауала саңғыла йөрөүҙе хуп күрәм. Район һәм республика кимәлендә үткәрелгән спорт ярыштарында гел үҙ көсөмдө һынаным. Күптән түгел «Ейәнсура һылыуы» конкурсында ҡатнашып, рухланып ҡайттым. Бөгөн университет тормошонда ҡайнап, БДУ-ла инженер-эколог һөнәрен үҙләштерәм. Киләсәктә яҡындарымды, туғандарымды тағы ла ҡыуандырып, шатландырып йәшәгем килә!
Оҡшаш яңылыҡтар
23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары