RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » «Бәхетем – балаларҙан»

22.03.2013 «Бәхетем – балаларҙан»

«Бәхетем – балаларҙан»
«Йәшлек»-фараз» уйынында еңеүселәребеҙгә бүләктәр тапшырғанда улар менән яҡындан таныша торғас, гәзитебеҙҙең приздары осраҡлы әҙәмдәргә түгел, лайыҡлы кешеләргә, «Йәшлек»тең ысын дуҫтарына эләкте, тип һөйөндөк. Кемеһен генә алма, үҙ эшендә абруй ҡаҙанған, ауылдаштары араһында хөрмәтле, ихтирамлы апай-ағайҙар улар. Мәсет­ле районының Тайыш ауылынан еңеүсебеҙ Мәрхәбә Хәмит ҡыҙы Вәлиева ла 34 йыл ғүмерен мәғариф эшенә арнаған башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булып сыҡты.
− Тәүләп отам әле бындай бүләкте. Бына бит, яҙғас, призы ла булды, − тине ул, ҡулына бүләген − электр ит үткәргесте тоттор­ғас.
− Элек тә был уйында ҡатнаша инек. Былтырғы фараздарҙы, гәзиттең тиражын ҡараным да үҙем өсөн һандарҙы билдәләп ҡуйҙым һәм яҙып ебәрҙем, – тип һөйләй Мәрхәбә апай «Йәшлек»- фараз» уйынында ҡатнашыуы тураһында. − Ебәрҙем дә, оноттом да. Бер көндө почта килгәс, иң беренсе булып тормош иптәшем «Йәшлек»те алып уҡый башланы. Күп тә үтмәне, өйҙә телефон шылтырай. Бергә эшләгән уҡытыусы икән. «Мәрхәбә, «Йәшлек»те күрҙеңме? Һин бит бүләк отҡанһың» , − тип һөйөнсөләй.
− Юҡ, әле ағайың гәзитте саҡ ҡулына алып ултыра. Хәҙер-хәҙер ҡарайбыҙ, − тинем дә, гәзиткә ҡапландыҡ.
− Ауылдаштар, нисек бүләк ота алдың, тип һорай. Йыл да яҙылһаң, отаһың ул, тип шаяртам. Уҡытыусы ла булғас, мәктәп йәшендәге ҡыҙым да үҫеп килгәс, матбуғат баҫмаларын күпләп алдырам. Уларҙың күпселеген эштә ҡулланам. Йыл һайын ике мең һумлыҡ матбуғат баҫмаһына яҙылырға тура килә. Айырыуса «Йәшлек»тә фәһемле хикәйәләр, «Тормош юлдары ҡатмарлы» рубрикаһы, дин, әүлиәләр тураһында яҙылған мәҡәләләр оҡшай. Хәҙер йәшебеҙ олоғайғанда дин темаһына күберәк уҡырға теләр инем, − ти ул.
Мәрхәбә Хәмит ҡыҙы – дүрт бала әсәһе. Тормош иптәше Рәйес Нәғим улы менән ул һәм ҡыҙҙарына лайыҡлы тәрбиә биргәндәр. Оло ҡыҙы Миләүшә, Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлап, үҙ эшен асҡан, улы Рөстәм Кропачево станцияһында эшләй, Айгөл БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультетының башҡорт-инглиз бүлегендә белем ала. Әйткәндәй, быйыл ул «Һылыуҡай − 2013» конкурсында ҡатнашты. Иң кесе ҡыҙҙары Ләйсән Өфөнөң 20-се мәктәбендә уҡый.
− Бәхетем – балаларҙан. Мәктәптә нисәмә бала мине көтөп тора, йортома ҡайтҡас, үҙемдекеләр. Балаларҙың хәлдәре нисек икән, тип көн дә шылтыратып алам. Үҙем ҡасандыр уҡытҡан уҡыусыларымдың яҙмышына ла битараф түгелмен − уңыштары, тормошта үҙ урындарын табыуы ла минең өсөн һөйөнөс, ҡыуаныс. Уҡытыусы, тәрбиәсе, әсә кешенең бар булмышы балалар бәхете менән йәшәүҙер инде, − ти ул.

З. ЙӘҺҮҘИНА.
Ю. КӘРИМОВ фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Үҙебеҙ һайлаған юл


Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Тамырҙарымда башҡорт ҡаны аҡҡаны менән ғорурланам

Улар алдында баш эйәбеҙ

13.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Улар алдында баш эйәбеҙ


Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Мин – россиянмын!

10.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин – россиянмын!


Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!

19.04.2016 - Конкурстар » Йәшлек гүзәле Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!


Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Кешеләрҙең тәнен генә түгел, күңелен дә дауалаясаҡ ҡыҙ

Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Һылыу ҙа, һәләтле лә беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары!