20.02.2013 Һаҡмар һыуын һыулап үҫкән
оҙон сәсле, ҡыйғас ҡашлы Гүзәлдәрҙең дә гүзәле ауылымдың ҡыҙҙары!
Тиңләр инем йондоҙҙарға
Башҡортомдоң ҡыҙҙарын.
Йондоҙҙар көндөҙ һүнәләр,
Һеҙ – һүнмәҫ йондоҙҙарым!
Гүзәл заттың матурлығын күп сифат билдәләй – әҙәп, күңел һәм уйҙарҙың сафлығы, сәләмәтлек, тышҡы ҡиәфәттең күркәмлеге, ә шулай ҙа сәстең роле бында баһалап бөткөһөҙ. Кемебеҙҙең генә ҡупшы, матур сәсле булғыһы килмәй икән?! Матур сәс ул хыял ғына түгел, уға өлгәшеп тә була бит! Бында тик сабырлыҡ, тырышлыҡ һәм күпмелер сығым кәрәк.
Билдән аҫҡа төшөп торған толомдарына көмөш сулпылар таҡҡан башҡорт ҡыҙҙары кемдәрҙә генә һоҡланыу уятмаған?! Уларға арнап күпме шиғыр, йыр ижад ителгән, хатта “Оҙонсәс” исемле һоҡланғыс лирик бейеү ҙә һалынған! Оҙон сәсле һылыуҡайҙарыбыҙ беҙҙә лә бар, заман шауҡымына бирелмәй, сәсен оҙон итеп үҫтереп, икегә үреп һалған ҡыҙҙарыбыҙ көслө заттың ғына түгел, әхирәттәренең дә иғтибарын йәлеп итә, һоҡланыу уята.
Баймаҡ районының Темәс мәҙәниәт йортонда урындағы тарихи- мәҙәни үҙәк тарафынан гүзәллек конкурсы – “Оҙонсәс” зона конкурсы ойошторолдо. Был сара башҡорт ҡыҙҙарының гүзәллеген пропагандалау, ижади һәләтен үҫтереү, милли рухта тәрбиәләү маҡсатында ойошторолдо. Бәйгегә Һаҡмар, Таһир, Темәс ауылдарынан 8 йәштән 17 йәшкә тиклемге ун һигеҙ ҡыҙ көс һынашырға сыҡты.
Оҙон толомдарына сылтырап торған көмөш сулпылар үреп, ҡуш беләҙектәр кейеп, сағыу милли кейемдә сығып баҫҡан ҡыҙҙарыбыҙҙы күреү үҙе бер онотолмаҫлыҡ матур тамаша ине. Башҡорт халҡының милли кейеме ни тиклем ҡупшы ла, зауыҡлы ла, күркәм дә икәнен ҡыҙҙарыбыҙ үҙ миҫалында иҫбат итте.
Бәхет өсөн, әлбиттә, оҙон сәс кенә етмәй әле – тәрән белемле булыу ҙа мөһим. Алтындан аҡыл ҡиммәт, башы булғандың ашы була, тигән ата-бабаларыбыҙ. Халҡыбыҙҙың милли кейеменә, биҙәүестәренә, аш-һыуына бәйле “Белгән – уҙыр, белмәгән – туҙыр” исеме аҫтында үткән һынау “иң-иң”дәрҙе асыҡларға ярҙам итте.
Киләсәктә әсә тигән бөйөк исемгә лайыҡ буласаҡ ҡыҙҙарыбыҙҙың күңелендә ниндәй хыял-маҡсаттар ята, улар алдағы тормошон нисек күҙ алдына килтерә? Был һорауға төрлө яуаптар яңғыраны, бигерәк тә Түбәнге Таһир ауылынан килгән 12 йәшлек Нәйлә Әлибаеваның сығышы һоҡланыу уятты. Һәр саҡ ҡояштай балҡып йылмайып торған ҡыҙыҡай, кескәй генә булыуына ҡарамаҫтан, үҙен ышаныслы тотто, шуға ла тамашасыларҙың һөйөүен яуланы.
Кейем хужаһының характеры, зауығы, күңел торошо тураһында күпте һөйләй. Һылыуҡайҙарыбыҙ “Мода – 2013” тип аталған конкурста яҙғы-йәйге кейем өлгөләре менән сығыш яһап, тамашасыларҙы ҡыуандырҙы.
Беҙҙең халыҡ йырлы ла, моңло ла, дәртле лә. Тормошта ниндәй генә ауырлыҡтар булһа ла, башҡорт бер ҡасан да йыр-моңдан айырылмаған, күңелен ҡайғы-һағыш баҫһа, моңло итеп йырлап, хәсрәтен таратҡан, йә өҙә баҫып бейергә төшкән. Сәхнә түрендә үҙ телендә ихлас йырлаған, күбәләктәй талпынған ҡыҙҙарҙың йөрәгендә халҡыбыҙҙың йыр-моңона ҡарата һөйөү йәшәй икән, уны һүндермәү – беҙҙең бурыс. Шиғриәткә ғашиҡ йәштәребеҙ эске кисерештәрен шиғри юлдар аша ла еткерҙе.
Конкурс аҙағында ҡыҙҙарыбыҙ төрлө номинацияларҙа билдәләнде. Араларынан иң оҙон сәслеһе тип (106 см) Темәс ауылынан Гөлйөҙөм Фәттәхова табылды. Таһир ауылынан Нәйлә Әлибаева – “Сәсән телле һылыуҡай”, Ғәлиә ҡотләхмәтова – “Иң дәртле һылыуҡай”, Әлиә Ибраһимова – “Башҡорт бейеүенә тоғролоҡ”, Айнагөл Байраҡаева “Моңло күңел” номинацияларында, Темәс ауылынан Гөлсибәр Нурмөхәмәтова – “Иң тос толом”, Азалия Йылҡыбаева – “Ижади ынтылыш”, Гөлсиә Билалова – “Башҡорт һылыуы”, Гөлйемеш Фәттәхова – “Иң мөләйем һылыуҡай”, Әлиә ҡарабандина – “Сая һылыу”, Карина Нурмөхәмәтова – “Иң оригиналь прическа”, Айгөл Алғазина – “Нәфис һүҙ оҫтаһы”, Милә ҡотлоғәлләмова – “Моңло күңел”, Миләүшә ҡарабандина – “Оригиналь костюм”, Һаҡмар ауылынан Асия Ғүмәрова – “Иң күркәм прическа”, Эльвира Ғиззәтуллина – “Һаҡмар һылыуы”, Гөлназ Кираметдинова “Актерлыҡ һәләте” номинацияларында еңеү яуланы.
Һылыуҡайҙарға иҫтәлекле бүләктәр һәм Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Был сара ҡыҙҙарыбыҙҙың күңеленә ҡанат ҡуйып, үҙ-үҙенә ышанысын арттырыр, тип уйлайым. Киләсәктә лә башҡорт һылыуҙарына ғына хас күркәм сифаттарын юғалтмай, юғары маҡсаттарға ынтылып үҫерҙәр, тип өмөт итке килә.
Темәстә үткән күп сарала Таһир ауылынан (етәксеһе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Г. Байраҡаева), Һаҡмарҙан (етәксеһе И. Маннапова) килгән балаларҙың һәр саҡ әүҙем ҡатнашыуы, матур сығыштары менән еңеүҙәр яулауы – тәү сиратта үҙ эшенә бар күңелен һалып эшләгән остаздарының хеҙмәт емеше. Үҙ балаларындай күреп хәстәрләгән, һәләттәрен үҫтергән шундай уҡытыусыларыбыҙ күберәк булһын ине.
Лилиә ИШБАЕВА,
“Темәс” тарихи-мәҙәни үҙәге
методисы.
Баймаҡ районы.
Оҡшаш яңылыҡтар
23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары