RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Һәр бәйгесе – йөҙөк ҡашы!

12.02.2013 Һәр бәйгесе – йөҙөк ҡашы!

Һәр бәйгесе – йөҙөк ҡашы!
Бөрйән районында үткәрелгән “Йыл уҡыусыһы” конкурсында һәр мәктәптән иң шәп балалар ҡатнашты
Бөгөндән үк күберәк уҡырға, тағы ла күберәк белергә кәрәк, тигән уйҙар менән ҡайтылды был юлы Бөрйәндән. Шулай итмәй ни, унда бит береһенән-береһе аҡыллыраҡ, һәләтлерәк балалар үксәгә баҫып үҫеп килә. Ышанмайһығыҙмы? «Йыл уҡыусыһы» конкурсына килһәгеҙ, үҙегеҙ ҙә шуға шаһит булып, улар алдында оятҡа ҡалмаҫ өсөн уҙышмаҡтан камиллыҡҡа ынтыла башлар инегеҙ. Тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшкән, төрлө олимпиадаларҙа еңеү яулаған уҡыусы­лар­ҙың йыр-бейеүгә лә маһирлыҡтары хайран итте, спортты ла улар үҙ итә – нисек барыһына ла өлгөрәләр тиһең?! Бынан тыш, атай-әсәйгә йорт эштәрендә лә ярҙам итергә кәрәк бит әле (яҡшы уҡый, тип кем ауыл балаһын малға бесән һалыуҙан азат итһен?) Ялҡаулыҡты яратмаған Нурания Ишморатова, мәҫәлән, бәйләү, сигеү кеүек ҡатын-ҡыҙҙар эшенән тыш, утынын да яра, бесәнен дә саба – эш һайлап тормай. Гәзитебеҙҙең яҡын дуҫы, сканвордтар менән барыбыҙҙың да «башын ҡатырған» Илдар Ғәбитовтың Ғәлиәкбәрҙәге аҙашы Илдар Ғәбитов та өйҙә тик ултырмай – һәр эште яратып башҡара. «Йыл уҡыу­сыһы»на килерҙән алда, бәйгеселәрҙе күңелһеҙ кешеләр, баш күтәрмәй гел уҡыу менән генә булған «фән ҡорттары» кеүегерәк итеп күҙаллауым төптө хата булған! Әйтәйек, Рузилә Буранбаева буш ваҡытында һүрәт төшөрөү менән мауыҡһа, Максим Самохин ағастан юнып әйберҙәр яһай. Бейергә ярат­ҡан Гөлһылыу Баймырҙина ҡумыҙҙа ла уйнай, ә Артур Хәйбуллин оҫта ғына ҡурайҙа һыҙҙыра! Ғөмүмән, йырлай, бейей белмәгән башҡорт юҡ, тигән һүҙҙәрҙе раҫлағандай, бәйгеселәрҙең сығышынан тотош концерт ҡуйырға була ине: ҡәҙим Ишкинин йырлар, Айгиз Буранғолов менән Фирғәт Шәмиғолов бейер ине... Әйткәндәй, роботтар эшләү түңәрәгендә шөғөлләнгән Фирғәт бейегәндә, уның янында хужаһынан ҡалышмай кескәй генә робот та тыпырлап торҙо – был үҙе бер тамаша! Йыр-бейеүгә оҫта булһалар ҙа, балаларҙың барыһы ла артислыҡҡа ынтылмай. Мәҫәлән, Гәүһәр Ситдиҡова балалар табибына уҡырға ниәтләй, Алина Сәлихова – юрисҡа, «бишле»ләрҙе услап тигәндәй йыйған «академик» ҡушаматлы Ғәлиә Хоҙайғолова үҙен киләсәктә фән өлкәһендә һынап ҡарамаҡсы. Наполеонды тар-мар итеүҙә ҡатнашҡан яугир Килдеғол нәҫеленән булған Шайморат ҡорманғолов матбуғат менән дуҫ (гәзит-журналдарҙы күп уҡый), бәлки, киләсәктә ул беҙҙең коллегаға ла әйләнер әле. Хәйер, ниндәй һөнәрҙе һайлаһалар ҙа, улар халҡыбыҙға кәрәкле кеше булырға теләй – шул мөһим.
Һәр бәйгесе – йөҙөк ҡашы!
«Бөрйән – тыуған ерем», «Туризм – төйәгебеҙҙең киләсәге», «Экология проблемалары һәм уларҙы хәл итеү юлдары», «Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тыуыуына – 105 йыл» исемле бәйге һынауҙарын балаларға үтеүе еңелдән түгел ине. Бәйгеселәргә хәтер һандығында ҡаҙынырға, алдан төҙөлгән бизнес-проекттарҙы яҡларға, баштағы шөрөптәрҙе тиҙ-тиҙ эшләтергә тура килде. Компьютер тип иҫтәре киткән заман балаларының китап уҡып бармауы ла асыҡланды, көйәрмәндәр төркөмө менән бергә тирә-яҡ мөхиттең таҙалығы өсөн «көрәшкән»дә иһә тотош мәктәптәрҙең нисек үҙҙәренең уҡыусыһы өсөн «көйгәне» лә беленде. Кемдер «Йыл уҡыусыһы»на яңғыҙы ғына әҙерләнгәйне, ахыры, ә кемдеңдер артында тотош уҡыусылар, уҡытыусылар коллективы торғаны тойола ине. Һуңғылары үҙҙәрен сәхнәлә иркенерәк, ышаныслыраҡ тотто, еңеүгә табан ырамлы аҙымдар менән барҙы.
Беҙҙе, тамашасыларҙы, «аһ» та «уһ» килтергән, бер көлдөргән, бер көйҙөргән бәйге, ниһайәт, тамамланып, «Йыл уҡыусыһы» билдәләнде – был титулға Ағиҙел ҡасабаһынан килгән 9-сы синыф уҡыусыһы Алина Сәлихова лайыҡ булды. «Иң-иң»дәр араһында йондоҙ булып балҡыған Ғәлиә Хоҙай­ғолова, Фирғәт Шәмиғолов һәм ҡәҙим Ишкинин беренсе, икенсе һәм өсөнсө урындарҙы үҙ-ара бүлеште. Гөлһылыу Баймырҙина «Йыл асышы», Артур Хәйбуллин – «Экология буйынса иң яҡшы проект», Шайморат ҡорманғолов – «Талант һәм белемдең яҡты нуры», Рузилә Буранбаева – «Ин­теллектуалка», Айгиз Буранғолов «Туризм буйынса иң яҡшы проект» номинацияларында еңде. Башҡалар ҙа конкурста әүҙем ҡатнашҡаны өсөн дипломдар менән бүләкләнде. Ә инде тамашасылар һөйөүен һис бер һүҙһеҙ Әбделмәмбәт мәктәбенең 8-се синыф уҡыусыһы Фирғәт Шәмиғолов яуланы. Уға ғашиҡ булмаған, һоҡланмаған кеше ҡалманы. Хоккей уйнаған, бейегән, шиғыр яҙған, башҡорт телен яратҡан, киләсәктә йә инженер, йә табип булырға йыйынған Фирғәткә аҡсалата приздар тапшырғанда барыһы ла уңышлы ғүмер юраны: «Был егет әллә ниндәй үрҙәрҙе яулар әле!» Төрлө ойошма вәкилдәренең дәртләндереү приздарын шулай уҡ Артур Хәйбуллин менән Рузилә Буранбаева ла алды. Уларға ла уңышлы киләсәк юранылар. Хәйер, был бәйгелә ҡатнашыусыларҙың барыһы ла тейешле ты­рышлыҡ күрһәткәндә үҙ маҡсаттарына ирешәсәк, сөн­ки аҡылды ла, һәләтте лә хоҙай уларҙан йәлләмәгән.
– Теләктәре генә булһын һәм ялҡауланмаһындар, – бәйге идеяһының авторы, ойоштороусыһы Роза Ғүмәрова ла шулай тине. – Был конкурсты яратып үткәрәм, сөнки «Йыл уҡыусыһы» һәләтле балаларға үҙҙәрен һынап ҡарарға мөмкинлек бирә. Ошонда еңеү яулағандар артабан да һынатмай, шул бигерәк һөйөнөслө. Тәүге еңеүсебеҙ Әнүзә Ғиззәтуллина Башҡорт педагогия университетында уҡый («Һылыуҡай»ҙа финалға сыҡты), Нурзилә Яҡупова БДУ-ла белем ала, ә Гөлназ Хәлиуллина быйыл ун беренсе синыфты тамамлай. Быйылғы еңеүсебеҙ Алина ла йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәҫ, һәр саҡ алдынғылар рәтендә булыр, тигән өмөттәбеҙ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Үҙебеҙ һайлаған юл


Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Тамырҙарымда башҡорт ҡаны аҡҡаны менән ғорурланам

Улар алдында баш эйәбеҙ

13.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Улар алдында баш эйәбеҙ


Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Мин – россиянмын!

10.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин – россиянмын!


Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!

19.04.2016 - Конкурстар » Йәшлек гүзәле Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!


Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Кешеләрҙең тәнен генә түгел, күңелен дә дауалаясаҡ ҡыҙ

Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Һылыу ҙа, һәләтле лә беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары!