RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Һөйөүеңде белдер ҙә бүләк от!

05.02.2013 Һөйөүеңде белдер ҙә бүләк от!

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Үткән һан­да иғлан иткән иң шәп һөйөү смс-ына конкурс дауам итә. Һөйөүе­геҙҙе йәшермәй, мөхәббәтле хәбәрҙәрегеҙҙе гәзит аша еткерегеҙ һәм бының өсөн матур бүләктәр отоғоҙ! Бәйге 14 февралгә – Изге Валентин көнөнә тиклем бара.
Редакцияға смс-хәбәрҙәр килә башланы. Бер нисәһен иғтибарығыҙға тәҡдим итәбеҙ.
«Иҫләйһеңме, йәнем, нисек таныштыҡ? Мине өйҙән көсләп алып сығып, һине лә 8 – 10 саҡрымдан килтереп, таныштырҙылар. Үҙһүҙле булып сыҡтың, бер ай самаһы килеп йөрөнөң. Ул саҡта мин һиңә ғашиҡлыҡты тоймай инем. Арабыҙға ҡара йылан кереп, мөнәсәбәтте боҙҙо. Мин дә яңғыҙ башым − тыныс ҡолағым, ике баламды нисек тә үҫтерермен, кемгә хәжәтмен ике бала менән, тип уйланым.
Хоҙай Тәғәлә бөтәһен дә миңә биргән, тик... мөхәббәтте генә йәлләгән. Шулай үҙ-үҙемә бикләнеп йәшәүемде дауам иттем. Айҙар үтте. Яңы йыл алдынан телефон шылтыраны. Сәләм, хәлдәрең нисек, хәлдәрем хәлдәгесә. Бер нисә ай телефондан һөйләштек. Яҙҙың иң матур май айы ине, кейәүгә сығырға йыйынмайһыңмы, тинең. Ә мин, сығам, тәү осраған кеше, миңә кейәүгә сыҡ, тиһә, сығам да китәм, тинем. Шулай шаярҙым да оноттом. 1 – 2 көн шылтыратманың. Ниш­ләп­тер күңелгә ҡы­йын булып китте. Төн­гө сәғәт 4 − 5-тәр тирәһендә те­лефон шылтыраны. Өйҙәге­ләр­ҙе уятып ҡуй­майым тип, шым ғына, алло, тинем. Миңә кейәүгә сығаһыңмы, тинең. Ул­дарыңа атай булырмын, миңә лә берәй ул табырһың − иртәгә әсәйеңдән һоратырға киләм, көт...
Шулай итеп, уртаҡ тормошобоҙҙо башлап ебәрҙек. Еңелдән булманы. һине «йәшел йылан» үҙ ҡосағына алды, улыбыҙ тыуыуы ла туҡтатманы. Хоҙайым, ниңә беҙҙе таныштырҙың, ҡауыштырҙың, ми­не йәлләмәһәң дә, балаларҙы йәллә, тип ялбарҙым. Аллаға шөкөр, тәүбәгә килдең, ғәфү үтендең. Донъябыҙ алға китте, машина һатып алдыҡ, ер алып, шунда былтыр йорт күтәр­ҙек, яҡын арала шатланып күсергә торабыҙ. Былар бит бөтәһе лә – мөхәббәт емеше. Әле лә бар ара бутаусылар, әммә бер-беребеҙгә булған һөйөү – улар­ға кәртә. Сәйнәп-сәйнәп ҡарай­ҙар, тик йота алмайҙар. Бер ниндәй ауырлыҡ­тар­ға ҡарамай, беҙҙең мөхәббәт донъябыҙ шундай матур! Һөйөк­лөм, түҙ, сабырлыҡ төбө − һары алтын. Һөйөүе­беҙҙе ғүмер буйына һаҡлап, яҡлап торғанда ғына беҙҙең киләсәк яҡты һәм изге буласаҡ!»

***
«Хоҙай һине минең өсөн генә
яратҡандыр,
Бик яратам үҙеңде.
Эштәремдән йүгереп ҡайтам
Күрер өсөн нурлы йөҙөңдө.
Яҙмышыбыҙ беҙҙе
ҡауыштырҙы,
Терәк булдың ҡара көнөмдә.
Өшөгән йәнемде йылыттың,
Бәхетле бул ҡартлыҡ көнөңдә.
Аҡҡош тоғролоғо булһын юлдаш
Ғүмеребеҙ юлында.
ҡабат яҙмыш беҙҙе һынамаһын
ҡартайған көнөбөҙҙә».

***
«Йәнем, йәнекәйем, алтыным, алтынҡайым, йөрәгемдең тибеше, һулар һауам, һулышым. Йәнем, бөгөн шундай матур көн – Ғашиҡтар көнө. Алтыным, мин һине бик ныҡ яратам. Һин минең мөхәббәтем, бәхетем, ғүмерем бүләге. Иҫләйһеңме, йәнем, рауза сәскәһе бүләк иткәйнең? Мин ул сәскәне ҡәҙерләп, гөл итеп ултырттым. Һәм бына мөғжизә! Миңә тағы ҙур бүләк булып, рауза бөгөн сәскә атты. Һинең мөхәббәтеңдең шундай көслө булыуын иҫбатланы ул.
Һине ғүмерлеккә яратыусы йәрең».










Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Үҙебеҙ һайлаған юл


Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Тамырҙарымда башҡорт ҡаны аҡҡаны менән ғорурланам

Улар алдында баш эйәбеҙ

13.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Улар алдында баш эйәбеҙ


Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Мин – россиянмын!

10.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин – россиянмын!


Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!

19.04.2016 - Конкурстар » Йәшлек гүзәле Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!


Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Кешеләрҙең тәнен генә түгел, күңелен дә дауалаясаҡ ҡыҙ

Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Һылыу ҙа, һәләтле лә беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары!