05.02.2013 Регина Алачева: «Маҡсаттарым – халҡыма, илемә файҙалы кеше булыу»
Йәмле ҡырмыҫҡалы районының ҡарлыман ауылында донъяға килгәнмен. Стәрлетамаҡ ҡалаһының 2-се лицейын тамамлағандан һуң, Башҡорт дәүләт аграр университетының 1-се курсында белем алып йөрөйөм. Туризм факультетын юҡҡа ғына һайламаным тип уйлайым. Маҡсатым – тырышып уҡып, ҙур туристик фирмала эшләү, төрлө илдәргә сәйәхәт ҡылыу.
Сәләмәт тормош алып барыу яҡлымын. Йәш ҡыҙҙарҙың, егеттәрҙең эскелек менән мауығыуын, тәмәке тартып, организмдарын ағыулауын бер нисек тә аңламайым. Был күптән заман модаһы түгел икәнлеген аңлаһын ине улар.
Тормош йәмен, матурлығын, йәшәү мәғәнәһен табыу, ҡуйған маҡсаттарыңа ирешеү – үҙе ҙур бәхет бит ул! Алсаҡлыҡ, тоғролоҡ, яуаплылыҡ, маҡсатҡа ынтылыусанлыҡ сифаттары булған кешеләрҙе юғары баһалайым. Әсәйемде, ҡустымды, яҡындарымды бик яратам. Уларҙы борсолдорорға, ҡайғыртырға тырышмайым. Барыһы ла һау-сәләмәт һәм бәхетле йәшәһен ине.
Тормош девизым – ҡуйған маҡсаттарыма ирешеп, халҡыма, илемә файҙалы кеше булып йәшәү!
Регина АЛАЧЕВА.
ҡырмыҫҡалы районы,
ҡарлыман ауылы.
Оҡшаш яңылыҡтар
23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары