08.01.2013 Бүләк лайыҡлы ғаиләгә эләкте
«Мин нисек Яңы йыл ҡаршыланым» конкурсында Әбйәлил районының Тупаҡ ауылынан Ғәлимйән Нәжметдинов еңде
Әбйәлил районының Тупаҡ ауылында йәшәүсе Ғәлимйән Нәжметдинов әүҙем ҡәләм тибрәтеүсе авторыбыҙ булараҡ гәзит уҡыусыларға яҡшы таныш. Бигерәк тә уның «Һүрәте – һүрәт, яуап кәрәк!» конкурсына ебәргән тапҡыр шиғырҙары күптәрҙең күңеленә ятты. Бер бәйгебеҙҙән дә ситтә ятып ҡалмаған Ғ. Нәжметдинов «Мин нисек Яңы йыл ҡаршыланым» конкурсында еңеүгә лайыҡ булғас, иңгә бер табынлыҡ аҙыҡ-түлекте йөкмәп, шатланып юлға сыҡтыҡ. Төп бүләкте тапшырыу өсөн Әбйәлил районының «Осҡон» гәзите хеҙмәткәрҙәре лә беҙгә ҡушылды, ни тиһәң дә, Ғәлимйән Муллайән улы был баҫманың да күп йылдар яҙышып торған тоғро уҡыусыһы.
Эй-й, Ғәлимйән ағайығыҙ иртүк эшкә китте – уның бөгөн хеҙмәт отпускыһынан һуң тәүге эш көнө, – тип ҡаршы алмаһынмы беҙҙе хужабикә.
Магнитогорск ҡалаһының «Урал-Корд» калибровкалау заводында слесарь-ремонтлаусы булып эшләүсе хужа беҙ килеүгә көн һорап ҡараһа ла, рөхсәт итмәгәндәр икән шул. ҡалай итәһең, ҡала ойошма-предприятиеларында тәртип үтә ҡаты, хеҙмәт дисциплинаһын һанға һуҡмаусылар менән наҙланып тормайҙар.
Ә Мөслимә апай, Ғәлимйән ағайҙың хәләл ефете, шат йөҙө, ихласлығы менән беҙгә һис тә бошонорға бирмәне. Табын әҙерләп, оло ҡунаҡҡа тиңләп, беҙҙе түргә әйҙүкләне һәм хәбәрен теҙҙе:
– Ғәлимйән, «Мин нисек Яңы йыл ҡаршыланым» конкурсына хатты һуңлатып яҙҙым, тип эй борсолдо. Гәзиттә был хаҡта иғлан ителеү менән, ҡатнашырға теләгем бар, тип белдерһә лә, ауыл ерендә эш тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел. Үҙем йәһәтләп почтаға барып, «Йәшлек»кә яҙылдым да квитанцияға ҡушып конвертын да тотторҙом. Сабир улыбыҙ, атаһының «Мишка» тураһында бала саҡ хәтирәһе тиҙерәк барып етһен өсөн, хатты ҡалаға барып почта йәшнигенә төшөрҙө.
Мөслимә Хөснитдин ҡыҙы әйтеүенсә, еңеүсебеҙ ҡыйыуһыҙыраҡ кеше. Төндәр буйы керпек ҡаҡмай яҙған ижадын күп осраҡта гәзит-журналға ебәрергә тартына. Уны тиҙ генә күндереп өлгөрмәһәң, шиғыр-хикәйәләрен йыйып барған бер тоғо бар, шунда йәшерә һала икән. Ғәлимйән ағайҙың телефон номерын алып, уның менән бәйләнешкә сығабыҙ. Айыу балаһы хаҡында хәлдең ысынмы-бушмы булыуын һорауға, автор былай тип яуаплай:
– Ысын булды ул хәл. ҡырмыҫҡа айыуын (улар кәүҙәгә күпкә ҡайтыш) ҡырҡты тауынан табып алып ҡайтҡайныҡ. Ул саҡта Таштимер, ҡужан, Салауат һәм беҙҙең ауыл халҡы ҡырҡтыла ҡуна ятып бесән эшләй торғайны. Айыу балаһын урманға кире оҙатҡас, ауылдаштарым «Мишка» тигән ҡушаматты үҙемә таҡты ла ҡуйҙы. Йылдар уҙғас, ир ҡорона еткәс кенә был ҡушамат онотолдо.
Нәжметдиновтар – бүтәндәрҙән бер нимәһе менән дә айырылып тормаған, һәүетемсә донъя көтөп ятҡан ғаиләләрҙең береһе. Ир йәш сағынан урындағы колхозда тир түкһә, ҡатын ауылдағы кирбес заводында эшләй. Үҙгәртеп ҡороуҙар арҡаһында килеп тыуған эшһеҙлек шауҡымы Нәжметдиновтарҙы ла урап үтмәй. Ирле-ҡатынлы ҡаты һынауҙарҙы лайыҡлы үтеп, дүрт бала тәрбиәләп үҫтерә. Бөгөн инде уларҙың өсәүһе башлы-күҙле. Был йортта күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрала – Мөслимә апай апаруҡ йылдар һөт, ҡаймаҡ, эремсек менән сауҙа итә. Һуғым күп булған йылдарҙа һыйыр һәм ҡаҙ итен һатыуҙан килгән килем дә ярап ҡала.
Һәр саҡ алдынғы эшсе исеменә тап төшөрмәүсе Ғәлимйән ағайҙы заводта ла маҡтап телгә алалар. Алты тиҫтәгә тиклем йүгереү, саңғы менән дуҫ булған, гер күтәреү буйынса ярыштарҙа йәштәргә ал бирмәгән ғаилә башлығы бөтә эште лә күңелен һалып башҡара белә. Ауылдың мәҙәни тормошоноң да уртаһында ҡайнай инек, балалар үҫеп бөткәс, әллә ни сығыш яһаған юҡ, ти Мөслимә апай. Ял һайын балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен ҡунаҡҡа көтөп, уларға ярҙам итеп, һәр уңышына шатланып йәшәй Нәжметдиновтар. Шөкөр, үткән 2012 йыл уларға һөйөнөстәрен йәлләмәгән – баш бала Гөлйөҙөм фатирлы булған, ипотека түләй, Денис кәләш алған, өй төҙөй башлаған, кинйәкәй Гөлнара, мәктәпте тамамлап, колледжға уҡырға ингән. Йылдың һуңғы көндәрендә хужаны еңеү менән ҡотлап, беҙҙең сәфәр ҡылыуыбыҙ был йортҡа тағы бер ҡыуаныс өҫтәне.
Ә беҙҙең ҡыуанысыбыҙ – тап Нәжметдиновтар кеүек эскерһеҙ, ижадҡа бай, бөтмөр һәм «Йәшлек» те яратып уҡыусы ғаиләләр! Быйыл да беҙҙең менән ҡалғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә!
Лилиә ХӘЛИТОВА.
Резедә ХӘСӘНОВА фотоһы.
Оҡшаш яңылыҡтар
23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары