RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Еңеүселәребеҙгә матурлыҡ та, уңғанлыҡ та хас

08.01.2013 Еңеүселәребеҙгә матурлыҡ та, уңғанлыҡ та хас

«Йәшлек» гүзәле – 2012» конкурсы тамам
Йыл башынан иғлан ителгән «Йәшлек» гүзәле» бәйгеһе үтә ҡыҙыу бармаһа ла, бына тигән сибәркәйҙәрҙән хаттар алдыҡ. Улар араһында «Һылыуҡай» республика конкурсында ҡатнашыусылар ҙа бар ине. ҡыҙҙар, үпкәләштән булмаһын, республика матурлыҡ бәйгеләрендә быға тиклем ҡатнашмаусыларға өҫтөнлөк бирелде. Тағы ла уҙған йылдарҙа гүзәлкәйҙәрҙе редакцияның тик ир-егеттәре генә һайлаһа, быйыл бындай хоҡуҡҡа ҡатын-ҡыҙ заттары ла эйә булды.
Һылыуҡайҙар беҙгә буранлап торған декабрҙең һуңғы көндәрендә килде. ҡояштай яҡты, наҙлы, һөйкөмлө йөҙҙәрҙән редакциябыҙ яҡтырып, йылынып киткәндәй тойолдо. Һәр ҡайһыһы әйтеп аңлата алмаҫлыҡ сихрилеге, үҙенсәлеге менән үҙенә тартты, шул уҡ ваҡытта арабыҙҙа кемде еңеүсе итеү бәхәсен дә тыуҙырҙы.
Үҙебеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алғас (тормош девизы, маҡсаты, яратҡан шөғөлө, хыялы һ.б.), бигерәк шәп ҡыҙҙарҙы һайлағаныбыҙға төшөндөк.


Сәмирә ӘМИНЕВА
Еңеүселәребеҙгә матурлыҡ та, уңғанлыҡ та хас

Ишембай районының Яңы Әптек ауылынан. «Беҙ ғаиләлә ике бала үҫтек, мин һеңлемә бар яҡлап өлгөлө апай булырға тырышам. Маҡсатым − юғары уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлау. Киләсәктә лайыҡлы кеше булып, әсәйем һәм туғандарым минең менән ғорурлан­һын тип хыялланам».
Сәмирә – ғәрәп исеме, бәхет, сибәрлек, ҡыуаныс, йылмайыу тигән мәғәнәгә эйә, шулай ҙа иң таралғаны – әңгәмәләшеүсе. Сәмирә Әминева ошо һыҙаттарҙың барыһын да үҙенә туплаған аҡыллы, тыныс ҡыҙ булып сыҡты. Уртаҡ фекергә килеүебеҙсә, Сәмирәне «Йәшлек» гүзәле» конкурсында еңеүсе тип баһаланыҡ.

Әлиә ТАЙМАСОВА
Еңеүселәребеҙгә матурлыҡ та, уңғанлыҡ та хас

Башҡорт дәүләт университетының химия факультетын тамамлап, «Башнефть – Новойл» нефть эшкәртеү заводында лаборант булып хеҙмәт юлын башлаған. Сығышы менән Хәйбулла районынан. Һөнәрем бик оҡшай, яратҡан эшемдә алдынғы белгес булыуҙы маҡсат итеп ҡуйғанмын, ти ул. Студент сағынан уҡ ваҡытын бушҡа уҙғарырға яратмаған, һәр ергә өлгөргән Әлиә киләсәктә донъя буйлап сәйәхәт итергә пландар ҡора. Гүзәлкәйҙең иң беренсе күрергә теләгән иле – Италия. Беҙ уға бер тауыштан «Иң серле һылыуҡай» номинацияһын бирергә булдыҡ.

Роза Йәғәфәрова
Еңеүселәребеҙгә матурлыҡ та, уңғанлыҡ та хас

ҡыпсаҡ ырыуы ҡыҙы, Бөрйән районынан. Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетының туризм һәм ҡунаҡхана бизнесы факультетында белем ала. Уның бер һирпелеп ҡарауынан уҡ илһөйәр, телһөйәр, булдыҡлы ҡыҙ икәне һиҙелеп тора. Роза Башҡор­тостанда туризмды үҫтереүгә үҙенең тос өлөшөн индерергә хыяллана. Ул тәбиғәт ҡомартҡыларыбыҙҙы һаҡлап ҡалыу өсөн беҙҙең халыҡты ысын туристарса ял итергә өйрәтмәксе. Мөмкин­лектәре сикләнгән кешеләргә сәйәхәт итеүгә шарттар тыуҙырып, милли үҙенсәлектәребеҙҙе килгән ҡу­наҡтарға ойошторорға теләгән ҡыҙҙың был хаҡта һөйләгәндә күҙҙәре осҡонланып китә.
Йәйгеһен Бөрйән ҡыҙы туризм буйынса тәжрибә туплау һәм бер аҙ аҡса эшләү маҡсаты менән Сканди­навия илдәренә юлланырға иҫәп тота.
Ғүмеренең һәр минутының ҡәҙерен белергә ынтылған Роза Йәғәфәрова алсаҡлығы, яһалма ҡыланмауы менән әсир итә, уның йөҙө лә, уйҙары ла яҡты һәм асыҡ. Ысын башҡорт ҡыҙҙары тап ошолай була – ҡыйыу ҙа, изге күңелле лә, ябай ҙа, итәғәтле лә. Роза – «Башҡорт һылыуҡайы» номинацияһы еңеүсеһе.


Еңеүселәребеҙгә матурлыҡ та, уңғанлыҡ та хас
Ә бына «Интернет – «Йәшлек» гүзәле» номинацияһын кемгә биреүҙе интернетты яратыусылар һайланы. Иң күп тауыш йыйып, Әбйәлил районының Асҡар ауылындағы 1-се мәктәптең 9-сы класс уҡыусыһы Айгүзәл Мансурова еңеү яуланы. Айгүзәл – күп балалы ғаиләлә тәүге бала, ата-әсәһенең ышаныслы терәге. Кескәй туғандарын да ҡараша, тәмле итеп аш-һыу әҙерләй, оҫта итеп һүрәт төшөрә. Яҡшы билдәләргә генә өлгәшеүсе Айгүзәлгә мәктәп үҙидаралығының вице-президенты вазифаһын ышанып тапшырғандар. Алсаҡ, мөләйем ҡыҙға барлыҡ тиҫтерҙәре тартылып тора – дуҫтары бик күп. Айгүзәл спортта ла алдынғы, мәктәптең йыйылма волейбол командаһы капитаны. Бар яҡлап һәләтле гүзәлкәй әлегә киләсәктә ниндәй һөнәр һайларға хәл итмәһә лә, үҫкәс, иң тәү­ҙә ата-әсә­һенә ярҙам итергә тигән ныҡлы маҡсат ҡуйған.

Эльмира Харрасова
Еңеүселәребеҙгә матурлыҡ та, уңғанлыҡ та хас

Учалы районының Мәҫкәү ауылынан. Башҡорт дәүләт педагогия университетының 3-сө курсында белем алыусы тырыш ҡыҙ яҡшы уҡый, «Мисс Башҡортостан» матурлыҡ студияһында шөғөлләнә. «Был студияла шөғөлләнеү үҙ-үҙемә ышаныс өҫтәне, үҙемде кеше алдында тоторға, сығыш яһарға өйрәндем, яңы таныштар таптым», – тип һөйләй ул. Тыйнаҡ, тал сыбығылай һы­ғыл­малы гүзәлде «Иң һөйкөмлө һылыу­ҡай» номинацияһында еңеүсе тип иғлан итәбеҙ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Үҙебеҙ һайлаған юл


Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Тамырҙарымда башҡорт ҡаны аҡҡаны менән ғорурланам

Улар алдында баш эйәбеҙ

13.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Улар алдында баш эйәбеҙ


Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Мин – россиянмын!

10.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин – россиянмын!


Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!

19.04.2016 - Конкурстар » Йәшлек гүзәле Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!


Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Кешеләрҙең тәнен генә түгел, күңелен дә дауалаясаҡ ҡыҙ

Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Һылыу ҙа, һәләтле лә беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары!