25.12.2012 Нисек тәмәке тартыуҙы ташланым?
1999 йыл, декабрь аҙағы. Ғинуар башында ҡатыным бала табырға тейеш. 1 ғинуарға ғына тура килмәһә ярар ине, тип йөрөйөм. Яңы йыл төнөндә акушерҙар ҙа иҫерек булыр кеүек тойолдо. Тағы ла нисек булһа ла киләһе йылы тәмәке ташларға ҡарар иттем. 30 декабрь кисен ҡорама ауылының клубында ойошторолған бал-маскарадҡа барҙым. ҡатырға ҡумтанан эшләнгән робот костюмында ике сәғәт буйы тирләп-бешеп сәхнәлә йөрөнөм. Береһе лә танымаһын тип, шул сәхнә кейемендә ҡайтып киттем. Әйтергә кәрәк, ул көндө утыҙ градус һыуыҡ булды. Мин ун минутлыҡ юлды йүгерә-атлай ҡайттым. Өйгә ингәндә кейемем арҡама йәбешкәйне, уны тиҙ генә алмаштырҙым. Һыуытҡыста Яңы йылға тип ултыртып ҡуйылған “ярты”лар ҙа бар ине. Эсте йылытырға йә иһә ыуынырға башҡа ла килмәне. Иртәгеһен уянғанда үпкәмә һыуыҡ тейгәйне. 1 ғинуарҙы тәмәке тарта алмайынса ҡаршы алдым. Аллаға шөкөр, 2000 йылдың 4 ғинуарында Фәриҙә ҡыҙым тыуҙы. Тын алыуы ҡыйын булһа ла, дауаханаға бармайынса 20 көн ауырып үткәрҙем. Шулай тәмәке тартыуҙы ташланым.
Хәҙер: “Нисек тартыуҙы ташланың?” – тип һораһалар, мин: “Бик еңел ул. Үпкәгә тын алмаҫтай итеп һыуыҡ тейҙерергә кәрәк. Аҙаҡ үҙенән-үҙе ташлана ул”, – тип яуаплайым…
Фәнүр ШАҺИЕВ.
Учалы районы,
Иҫке Байрамғол ауылы.
Оҡшаш яңылыҡтар
23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары