RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

18.12.2012 Көтөлмәгән һынау

Был хәл 1992 йылды ҡаршылағанда булды. Ул саҡта бер йәшлек ҡыҙыбыҙ менән ҡаланан ауылға йыйына инек. Юлға сығыр алдынан сабыйыбыҙ ауырып китте. Имә лә ҡоҫа, имә лә ҡоҫа. Йәш саҡ, уны-быны уйламай, үтеп китер әле тип, поезға төштөк. Тимер юл вокзалы аҫтараҡ урынлашҡанғамы, беҙгә – трамвайҙан килеп төшөүселәргә шулай тойолғанмылыр, ул саҡта Өфөлә “поезға төшәбеҙ” тип әйтеү бар ине. Шулай, бала менән төнгә ҡаршы юлға сыҡтыҡ. Ә ҡыҙыбыҙ юлды ярата, бер ҙә мыжымай, иламай. Температураһы күтәрелеп китһә лә, әле лә иламай.
Иртәнсәк Салауат ҡалаһына килеп төштөк. Хәҙер ҡыҙыбыҙ иммәй ҙә башланы, ағарынып китте. Беҙ ҡайтыр юлдың яртыһын ғына үткәнбеҙ. Район үҙәгенә барып етер өсөн генә лә өс сәғәттән ашыу автобуста барырға кәрәк. Унан ауылға еткәнсе бер сәғәтлек юл. Мин иремә Ишембай ҡалаһында йәшәүсе ағайымдарға барырға тәҡдим иттем. Ул риза булды. Бәхеткә күрә, ағайым да, еңгәйем дә өйҙә ине. Еңгәйем сәй ҡуйып ебәр­ҙе лә, ҡыҙыбыҙҙы юрғанынан сисеү менән, төҫө үҙгәреп: “Мин “Тиҙ ярҙам” саҡырам”, – тине. Ағайымдарҙың ике балаһы бар, ә беҙҙең тәүге бәпәйебеҙ генә. Сәй эсергә генә ултырғайныҡ, “Тиҙ ярҙам” килеп тә етте. Табип ҡыҙыбыҙҙы ҡарай ҙа башланы. Ул тиҙ генә йыйынырға ҡушты, дауаханаға алып барырға кәрәклеген әйтте. Беҙ аптырап ҡалдыҡ. “Әгәр ҙә ике сәғәткә генә һуңлаған булһағыҙ, ҡыҙығыҙ менән хушлашыр инегеҙ”, – тип өҫтәне доктор. Беҙҙе ултыртып алып киттеләр. Ике дауаханала, икенсе ҡаланыҡылар типтер инде, алманылар, өсөнсөһөндә “Тиҙ ярҙам” беҙҙе ҡалдырып китте. Мине бала менән һалдылар. Ул мәлгә аңым томаланған һымаҡ ине. ҡулымда һулып барған бала, табиптар ни ҡуша, шуны эшләйем. Ике көн ҡыҙыбыҙға капельница тамыҙҙылар, ирем дә ағайымдарҙа ҡалды, беҙҙең янға килеп йөрөнө. Өсөнсө көндә – 31 декабрҙә ҡыҙыбыҙ арыу­ланғандай булды һәм беҙҙе дауахананан сығарҙылар. Еңел һулап, ҡайтыу яғына ҡуҙғалдыҡ. Өйҙәгеләр беҙҙе юғалтҡан. Мунса инеп кенә алдыҡ та, ҡыҙыбыҙҙы күтәреп, күстәнәстәребеҙҙе ҡыҫтырып, иремдең класташтары йыйыл­ған мәжлескә лә өлгөрҙөк хатта.
Мин шул саҡта беҙгә ярҙам ҡулы һуҙған Ирек ағайым менән Рузилә еңгәйемә, Ишембай ҡалаһының “Тиҙ ярҙам”сыларына, инфекцион дауахана табиптары һәм шәфҡәт туташтарына йөрәгемдә ҙур рәхмәт йөрөтәм. Хоҙай уларҙы һаулыҡтан яҙҙырмаһын!
Ә ҡыҙымдың ауырып китеүе магазиндан һатып алынған алма пюреһынан булған. Ул пюрены йәш балаларына ашатып, күп әсә тап шул мәлдә дауаханала ятҡан икән. Был турала беҙ Яңы йылдан һуң осрашҡас белдек.

Земфира АҡБУТИНА.
Ейәнсура районы,
Ибрай ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Үҙебеҙ һайлаған юл


Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Тамырҙарымда башҡорт ҡаны аҡҡаны менән ғорурланам

Улар алдында баш эйәбеҙ

13.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Улар алдында баш эйәбеҙ


Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Мин – россиянмын!

10.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин – россиянмын!


Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!

19.04.2016 - Конкурстар » Йәшлек гүзәле Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!


Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Кешеләрҙең тәнен генә түгел, күңелен дә дауалаясаҡ ҡыҙ

Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Һылыу ҙа, һәләтле лә беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары!