RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » “Мин нисек Яңы йыл ҡаршыланым”

14.12.2012 “Мин нисек Яңы йыл ҡаршыланым”

«Йәшлек» гәзите «Мин нисек Яңы йыл ҡаршыланым» тигән конкурс иғлан иткәйне. Хаттар килә башланы. бәйгелә «Йәшлек»те яҙҙырып уҡыу­сылар ғына ҡатнаша ала. Еңеүсегә – Яңы йыл табыны өсөн бер тоҡ күстәнәс (сәй, һут, шампан шарабы, емеш-еләк, кәнфит, колбаса, балыҡ һәм башҡа тәмлекәстәр). Еңеүсе декабрь аҙағында билдәләнәсәк.

Хоҙай үҙе генә белә
Бынан тап 25 йыл элек, 1988 йылды – Аждаһа йылын ҡаршыларға әҙерләнәбеҙ. Иптәш ҡыҙым менән алдан уҡ һөйләшеп ҡуйғанбыҙ – Яңы йылды беҙҙең Тәүәкән ауылында ҡаршылаясаҡбыҙ. Район дауаханаһында эшләп йөрөйбөҙ. 31 декабрҙә эштән һуң ҡайтырға сыҡтыҡ. Көслө буран ҡотора. Воскресенка ауылына тиклем автобус менән килдек. Артабан нимә тура килә, шуның менән ҡайтырға кәрәк (хәҙерге кеүек ауылға тиклем автобустар юҡ). Көтәбеҙ-көтәбеҙ, бер нәмә лә юҡ, киреһенсә, буран көсәйә генә. Етмәһә, ҡараңғы төшә башланы. Мораҡ яғынан аҙаҡҡы автобус Мәләүезгә китеп бара. Аптырағас, ултырып, шунда юл тоттоҡ. Ундағы химия заводында синыфташ ҡыҙыбыҙ эшләй ине. Уның йәшәгән ятағына барҙыҡ, сәғәт 8-ҙе күрһәтә. Бүлмәһенә инһәк, синыфташыбыҙ төнгө сменаға эшкә киткән. Бүлмәләш ҡыҙҙары беҙҙе үҙһенмәне, нимә эшләйһең инде, һәр кемдең Яңы йылды үҙенсә ҡаршылағыһы килә шул.
Мәләүез урамында аптырап ҡалдыҡ. Халыҡ, буран тип тормай, тегеләй-былай йүгерешә, үҙҙәренең йылы өйҙәрендә, яҡындары менән Яңы йыл ҡаршыларға әҙерләнә. Беҙ генә, дүрт яғыбыҙ ҡибла тигәндәй, торабыҙ урам уртаһында. Шул саҡ иптәш ҡыҙым Мәләүезгә яҡын ғына ауылдан бер ҡыҙ менән бергә уҡығанын иҫенә төшөрҙө. Киттек автобуста шәкәр заводына тиклем. Оста эй торабыҙ, эй торабыҙ, техника түгел, кеше заты күренмәй. Буран ҡотора, сәғәт 10 тулып килә. Шул саҡ урам автобусынан бер инәй килеп төштө, ҡулында ике сумка. Беҙҙән һораша башланы, хәлде һөйләп биргәс: «Эй, ҡыҙҙар, һеҙ хәҙер бер ҡайҙа ла бара алмайһығыҙ, юл юҡ. Әйҙәгеҙ беҙҙең ауылға, миндә йоҡлар­һығыҙ. Беҙ алыҫ түгел, йәйәү ҡайтабыҙ», – тине. Беҙгә барыбер ине инде. Өшөгәнбеҙ, асыҡҡанбыҙ, ҡайҙа булһа ла төндө үткәрергә кәрәк. Көрт яра-яра, киттек әбейҙең ауылына. Өйөнә килеп етһәк, ишегенең яртыһына тиклем көрт һалған. Таҙартып, өйгә инәйек тиһәк, әбейебеҙ аптырап китте: «Аһ-аһ, өйөмдө бикләп киткәйнем, кем ингән икән?». ҡурҡа-өркә өйгә индек. Баҡһаң, әбейҙең төрмәлә ултырған улы ҡайтып төшкән. Хужабикә мейес яғып ебәрҙе, самауыр ҡуйҙы. Шул саҡ ауылдың бер нисә егете әбейҙең улын күрергә инде. Беҙҙән һораша башланылар: «ҡайҙан килдегеҙ, кемдәр булаһығыҙ?». Аҙаҡ берәүһе ипләп кенә: «ҡыҙҙар, бында ҡалмағыҙ, теләһәгеҙ, мин һеҙҙе ауыл йәштәре йыйылған өйгә алып барам», – тине. Миңә тиҙерәк ятып йоҡларға ғына ине, әммә әхирәтем барырға өгөтләне, ни тиһәң дә, Яңы йыл бит. Сәғәт 12-се ярты. Өйҙә ҡыҙҙар өҫтәл әҙерләгән. Беҙ егеттәре менән килеп ингәс, әҙерәк ҡырын ҡаранылар инде. Яңы йылды ҡаршылағас та бәйләнеп маташтылар.
Өй хужаһы беҙгә бер бүлмәлә урын һалып биргәс, ниһайәт, йоҡларға яттыҡ. Иртәнсәк торғас, аптырап киттем. Тышта шундай аяҙ, әйтерһең, кисә буран ҡотормаған. Өй хужаһы тышта ҡар көрәп йөрөй, самауыры ҡайнап ултыра. Кисәге өҫтәл йыйыштырылған, һауыт-һаба йыуылған. Бергәләшеп сәй эсеп, Морағыбыҙға юл тоттоҡ.
Бына шулай, Хоҙай үҙе генә белә кемдең ҡайҙа Яңы йыл ҡаршыларын. Әгәр ҙә өй хужаһы, ошо мәҡәләне уҡып, беҙҙе иҫенә төшөрһә, мең-мең рәхмәт уға.
Иптәш ҡыҙым күптән инде яҡты донъя­ла юҡ. Инәйебеҙ ҙә иҫән түгелдер инде, ауыр тупрағы еңел булһын.

Рәбиға ӘЛИМҒОЛОВА.
Күгәрсен районы,
Мораҡ ауылы.

Тәмле бесәй

31 декабрь төнөнә Яңы йылды ҡаршыларға ке­йәүем менән ҡыҙым саҡырҙы. «Барырбыҙ, сәғәт 11 ту­лыу­­ға килеп етербеҙ. Тик беҙҙе көтөп ултырмағыҙ, ҡунаҡтарығыҙҙы һыйлай тороғоҙ», – тинем.
Яңы йылды ҡаршыларға теп-теүәл бер сәғәт ҡалғас, киттек бабай менән. Әлбиттә, мин ҡупшыҡай шыршы булып кейенгәнмен. Барып индек. Шым ғына залға күҙ һалам, ҡунаҡтар ултырышҡан, һөйләшәләр, көлөшәләр. Мин ҡапыл ғына:
– Тотоғоҙ ҡуянды, тотоғоҙ, ҡуян ҡасты, ярҙам итегеҙ. Һеҙҙең өйгә инеп юғалды, – тип шыршы тирәләй йүгерәм, өҫтәл аҫтын ҡарай башланым. Был тауышҡа ҡунаҡтар аптырап ҡалды, буғай, шым булдылар. Ә мин һаман, ана, ана, тотоғоҙ ҡуянды, тип ҡысҡырам. Шул арала күҙгә бесәй салынып ҡалды. «Ә-һә, тоттом бит, әй, тегене», – тип бесәйҙе эләктереп алдым (2011 йыл ҡуян йәки Бесәй йылы бит инде).
ҡунаҡтар менән иҫәнләшкәс, бесәйемде күтәреп, кухняға сығам. Шыршы кейемен сисеп, өйөмдә бешереп алып килгән йорт ҡуяны итен табаһы менән табынға килтереп ҡуйҙым да:
– Бына, теге ҡуянды тотоп, бешереп тә алдым. Әйҙәгеҙ, ҡунаҡтар, ауыҙ итегеҙ! – тим. Барса халыҡ, аптырап, ҡурҡып ултыра. Мин эй ҡыҫтайым тегеләрҙе. Шунан аңла­тыр­ға тура килде.
Шулай итеп, Аждаһа йылын ҡуян ите ашап ҡаршыланыҡ. Бер-беребеҙҙе байрам менән ҡотлап, бүләктәр бирештек. Бик күңелле булды.
Киләһе Йылан йылын да күңелле итеп ҡаршыларға яҙһын ине.

Бәпес тә мин, Алла Пугачева ла
Яңы йылды ниндәй ҙә булһа кейемдә ҡаршылау бала саҡтан уҡ ҡаныма һеңгән. Йыш ҡына ҡар бөртөгө булып кейенә инем. Матур-матур кейемдәр булмағанлыҡтан, тәҙрә селтәренән ҡабарып торған күлдәк тегәбеҙ. Үҫә төшкәс тә кейемдәрҙе, битлектәрҙе үҙебеҙ әҙерләнек, сөнки магазинда ундай әйберҙәр булманы.
Эшем балалар менән бәйле булды. Башланғыс синыфтар уҡытыусыһымын. Яңы йыл шыршыһына төрлө кейемдә килеү, балалар менән бергәләп уйнап-көлөү, шыршы тирәләй йырлап өйрөлөү, бейеү ғәҙәти күренешкә әйләнде. Бер йылды балалар шыршыһына үзбәк ҡыҙы булып кейендем, икенсе йылында ҡыш бабай менән ҡарһылыу янына Санта Клаус булып килеп сыҡтым. Йә сиған, йә убырлы ҡарсыҡ, йә айыу, йә бабай булып кейенгән саҡтар ҙа булды. Кейемдәрҙе, битлектәрҙе үҙем әҙерләйем.
Һуңғы йылдарҙа ауылыбыҙҙа шыршы байрамын урамда уҙғарыу ғәҙәткә инеп китте. Хаҡлы ялда булһам да, ҡанға һеңгән ғәҙәттән һис арынып булмай. ҡуян йылын ҡаршылағанда, байрамға бәпес булып кейенеп барҙым: өҫтөмдә – ерлегенә ваҡ ҡына ҡыҙыл сәскәләр төшөрөлгән пижама, башымда – башлыҡ, ауыҙымда – имеҙлек. Артлы тимер санаға ҙу-ур «ҡуян»ды ултыртып алдым. Киләм һөйрәп. Осраған бер кешенән һаҡау тел менән:
– Әсәйемде күлмәнеңме? Әллә ҡайҙа киткән әсәйем. Шылшы тиләһендә күленмәйме? – тип һораша-һораша килеп еттем байрамға. Санамды ситкәрәк ҡуйып, «ҡуян»ымдың ҡолағынан тотоп (йәнәһе, көсөм етмәй), шыршы тирәләй «әсәйем»де эҙләйем. «Әсәйем»де тапмағас, «ҡуян»ымды маҡтап, шиғыр һөйләнем. Һөйләп бөтөүемә: «Мин – һинең әсәйең», – тип ҡаршыма убырлы ҡарсыҡ килеп баҫты. «Илап» ҡайтып киттем, ҡурҡтым, йәнәһе.
ҡайтып, кейемемде алмаштырып, Алла Пугачева булып кейенеп барҙым. ҡапыл ябалаҡлап ҡар яуа башланы. Бына шәп булды ла баһа. Күккә ҡарап, һуҡ бармағым менән янап: «Эй, вы там, наверху…» – тип йырлап та алдым.
Байрам аҙағына яҡынлашты. Ойоштороусы лотерея уйнатыласағын хәбәр итте. Приздар бик күп булды. Ваҡ-төйәктәрен күлдәк итәгенә тултырып, шампан шарабын ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып, сувенир «һыйыр»ҙы етәкләп ҡайттым байрамдан. Иң төп приз – тере йорт ҡуяны ла бар ине, тик ул миңә эләкмәне.
Яңы йылды ҡаршылау бик күңелле булды. Шау-шыуҙан, йыр-моңдан ауыл гөрләп торҙо.
Аждаһа йылын да урамда ҡаршыланыҡ. Унда ҡупшы шыршы булып кейендем. Йәм-йәшел күлдәк кейеп, төрлө-төрлө мәрйендәр тағып, ялтыр-йолтор тәңкәләр менән биҙәлгән шыршыға оҡшаным да ҡуйҙым. Эй йырланылар минең тирәлә, түңәрәккә баҫып бейенеләр, маҡтап шиғырҙар һөйләнеләр. Ә мин уртала ҡул сабып, таҡмаҡ әйтеп торҙом. Маҡтау кемгә килешмәй инде?!.
Мәҙинә АБДУЛЛИНА.
Стәрлебаш районы,
Үрге Шәкәр ауылы.

Көтөлмәгән бүләк
2012 йылды нисек ҡаршы алыуымды яҙып үтмәксемен. Сөнки ул – шатлыҡлы ваҡиға. Мәҙәниәт йортонан беҙгә ҡыҙыҡ ҡына саҡырыу ҡағыҙы килде. Унда шундай һүҙҙәр бар: «Фәнил ағай, Алма апай! Оло хөрмәт менән мәҙәниәт йортона Яңы йылға ҡунаҡҡа саҡырабыҙ. Килмәй ҡалһағыҙ, ҙур суммала штраф».
Беҙ бабай менән аптыраштыҡ – үҙҙәре ҡунаҡҡа тип саҡырған, үҙҙәре штраф тигән. Әллә йәштәрҙең шаяртыуымы, тип уйлайбыҙ. Кешеләрҙән һорашып йөрөмәнек, балаларға ла әйтеп торманыҡ. Ни булһа ла булыр тип, матур кейенешеп, ҡунаҡҡа киттек. Беҙ клубҡа барғанда кеше күп йыйылғайны. Йәштәр бейей, гармун уйнай, шыршы бик матур биҙәлгән, күңел һаман: «Их, әҙерәк йәшерәк булғанда, клубты бер һелкетеп ҡайтыр инек», – тип талпына. Баҡтиһәң, беҙҙе сюрприз көткән икән. 2011 йылда бабайым менән бергә йәшәүебеҙгә 50 йыл тулды. Алтын туйыбыҙҙы ҡотлап, Президентыбыҙ Рөстәм Хәмитовтың бүләген тапшырыу кисәһен Яңы йыл менән бергә үткәрергә булғандар. Беҙ унда өс пар булдыҡ – Рәхимҡоловтар, Гардановтар һәм беҙ – Нуриевтар.
Ике байрам гөрләп үтте. Беҙгә Президент бүләген үҙебеҙҙең ауыл хакимиәте рәйесе Алмас Фәнил улы Аллаяров тапшырҙы. «Алға» кооперативы етәксеһе Раушан Усманов та беҙгә ҙур бүләк әҙерләгән. Шатлыҡ-ҡыуаныстар менән ауырлыҡтарҙы еңеп, 50 йыл бергә ураған тормош йомғаҡтарыбыҙҙы кирегә һүтеп, йәшлегебеҙгә әйләнеп ҡайтып килгән һымаҡ булдыҡ. Шуныһы ҡыуаныслы – ғүмерҙәр бит бушҡа үтмәгән.
ҡыш бабай бүләктәре, ҡарһылыу күстәнәстәрен тейәп, барыһына ла ҙур рәхмәт әйтеп, шатланып ҡайтырға сыҡтыҡ. Йәшлек йылдарыбыҙ һиҙелмәй ҙә үтеп китеүенә бер аҙ яманһыулап та алдыҡ. Өйҙә лә беҙҙе оло табын, өҫтәл тулы һый-хөрмәт, балаларыбыҙ шаулашып ҡаршы алды.
Алма НУРИЕВА.
Саҡмағош районы,
Яңы ҡото ауылы.

«Йәш саҡта кеше, ысынлап та, дыуамалыраҡ була»
Беҙ иптәшем Рәфил менән 1-се клас­тан алып мәктәпте бөткәнсе бер клас­та уҡыныҡ. Беҙҙең йылғы балалар иң күбе булды: Түбәнге һәм Үрге Яйыҡбайҙан уҡыусылар килгәс, өс класс булып киттек (“а”, “б”, “в”). Кластарыбыҙҙы бер улай, бер былай ҡуштылар. Ғәжәп, шунда ла беҙ гел бер класҡа эләккәнбеҙ. Мәктәптән һуң мин Өфөгә барып, уҡырға индем, ул армияға китте. Рәфил ҡайт­ҡас, өйләнештек. Йәш белгестәргә ҡәҙер-хөрмәт булған заман – мине, авиация институтын тамамлаусыны, Күмертауға эшкә тәғәйенләнеләр.
Шулай, Күмертауҙа “Искра” заводында эшләп йөрөйбөҙ, завод йортонан бер бүлмәле фатир, “подъемный” аҡсаһы бирҙеләр. Атай-әсәйҙәребеҙ килеп, ҡыуанып ҡайтты. Алыҫ, юл насар, тип тормайбыҙ – үҙебеҙ ҙә ваҡыты менән ҡайтып урайбыҙ. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң мин декрет ялына сыҡтым. Яңы йыл тирәһендә бәпәй алып ҡайтырға тип торабыҙ.
30 декабрь етте. Ул ваҡытта 31 декабрь, 1 ғинуар ял була ла, эш башлана торғайны. Яңы йылды бында ғына ҡаршыларға булдыҡ. Былай ҙа һиңкеп юлда күп йөрөнөк, тигәнбеҙме икән, сөнки Йылайыр – Иҫәнғол араһына асфальт һалынмағайны. Рәфил эштә саҡта ҡәйнәмдән “Тиҙ арала ҡайтып ет” тигән телеграмма килеп төштө. Иптәшем эштән ҡайтты. Телеграмманы күргәс, аптырап, ҡайтырға булды, ә мин ҡалмайым бит инде: “Нишләп бер үҙем ете ят ерҙә Яңы йыл ҡаршылап ултырайым?”.
Юлға сыҡтыҡ. Беҙҙең яҡҡа автобус киткән (ул көнөнә бер генә тапҡыр йөрөй ине). Етмәһә, буран башланып тора. Шунда ла кире боролоу юҡ, йәш саҡта кеше, ысынлап та, дыуамалыраҡ була шул. Ни булһа булыр тип, Иҫәнғол автобусына ултырҙыҡ. Кеше күп – байрам бит инде. Көрткә бата-бата барып, төндө ҡунаҡханала үткәреп, таң менән юлды дауам иттек. Нисек итһәк тә, 31 декабрҙә ауыл­ға ҡайтып еттек. ҡәйнәм аптырап китте: “Эй, балаҡайым, киленде нишләп ыҙалатып йөрөтәһең?”.
ҡәйнәм аш-һыуға бик оҫта, эшкә тилбер булды. Байрамға бөтә нәмәһе әҙер ине, та­бын­ға ултырыша һалып, бергәләп Яңы йылды ҡаршыланыҡ. Ярай, ҡайттыҡ, хәл белештек, инде кире барыу тураһында уйларға ваҡыт. Күмертауға барыр өсөн бер кис алда Сибайға барып йоҡларға кәрәк, сөнки автобус таң менән Баймаҡ аша үтә лә китә, иртәнсәк сыҡһаң, өлгөрөп булмай. Сослоҡ та, әрһеҙлек тә етерлек булғандыр инде, 2 ғинуар кисендә Күмертауға барып еттек. Минең, ауырлы кешенең, аяҡтар шешенгән, быйманы саҡ сисеп алдыҡ.
Иртәгәһен ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһына барып күренеү менән мине туп-тура бала табыу йортона ебәрҙеләр. Биш көндән улыбыҙ тыуҙы.
Әлеге көндә улым, медицина университетын тамамлап, Мораҡта эшләп йөрөй. Ғәжәп инде, 26 йылдан һуң тағы шундай хәл: килен декрет ялында, Яңы йыл тирәһендә бәпәй алырға торалар. Алла бирһә, ҡоҙағыйым менән икәүләп Яңы йыл ҡаршыларға барырбыҙ ул. Балаларыбыҙ имен-аман ғына йөрөһөн, киленем бәпесен имен генә тапһын. Ейәнем атаһы һымаҡ аҡыллы, һау-сәләмәт, тәүфиҡлы, ата-инәле булып үҫһен, тигән изге теләктәрҙә торам. Балаларыма арнап шиғыр ҙа яҙҙым әле.

Балаларыма

ҡыҙым барҙа наҙым бар,
Тормошомдоң ғәме бар.
Донъям балҡый, йәшәү йәмле,
Аштарымдың тәме бар.
Улым – терәк, иртәгәгә
Көндәрем ышаныслы.
Улар ебәргән хәбәрҙәр
Гел булһын ҡыуаныслы.
Эштәре уң булһын, уйҙары
ҡоролһон изгелеккә.
Яҙмыш даръяһын кисһендәр
Һәр икәү тигеҙлектә.

Яңы йыл барыбыҙға ла тик ҡыуаныс, именлек-һаулыҡ, уңыштар алып килһен!

Тәслимә РӘХИМОВА.
Баймаҡ районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Үҙебеҙ һайлаған юл


Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Тамырҙарымда башҡорт ҡаны аҡҡаны менән ғорурланам

Улар алдында баш эйәбеҙ

13.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Улар алдында баш эйәбеҙ


Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Мин – россиянмын!

10.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин – россиянмын!


Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!

19.04.2016 - Конкурстар » Йәшлек гүзәле Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!


Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Кешеләрҙең тәнен генә түгел, күңелен дә дауалаясаҡ ҡыҙ

Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Һылыу ҙа, һәләтле лә беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары!