RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » “Мин нисек Яңы йыл ҡаршыланым”

30.11.2012 “Мин нисек Яңы йыл ҡаршыланым”

«Йәшлек» гәзите «Мин нисек Яңы йыл ҡаршыланым» тигән конкурс иғлан иткәйне. Хаттар килә башланы. бәйгелә «Йәшлек»те яҙҙырып уҡыусылар ғына ҡатнаша ала. Еңеүсегә – Яңы йыл табыны өсөн бер тоҡ күстәнәс (сәй, һут, шампан шарабы, емеш-еләк, кәнфит, колбаса, балыҡ һәм башҡа тәмлекәстәр). Еңеүсе декабрь аҙағында билдәләнәсәк.

Күҙ төбөндә “фарҙар”

1994 йыл. 30 декабрь кисен дискотекаға сыҡтым. Дуҫ егеттәр менән түңәрәк яһап бейейбеҙ. Шунда иптәштәрҙең береһе, дөрөҫөрәге, Зөфәр, стремянкаға – тимер баҫ­ҡыс­ҡа менеп бейергә булып китте. Мин ситтәрәк бейеп тора инем, гөрһөлдәгән тауыш ишетелде лә, артҡа боролдом. Был ваҡытта Зөфәр баҫҡыстан һикергән булған. Мин боролоуға стремянка ике күҙ араһына килеп тә һуғылды. Боҙ ҙа, ҡар ҙа ярҙам итмәне – ике күҙ ныҡ күгәреп сыҡты. Шулай Яңы йылды ике “фара” менән ҡаршыларға тура килде. Ә өсөнсө ғинуарҙа Өфөгә юл тоттом. Сессияға килгән курсташтарым мине күреү менән: “Нимә булды?” – тип һораны, әлбиттә. Мин ентекләп яуап бирәм: “Яңы йылда дискотекала бейегәндә күҙ төбөнә стремянка килеп төштө…” Һөйләп бөтөүемә яңынан һорайҙар: “Дөрөҫөн әйт, нимә булды?” Шулай өс-дүрт кешегә аңлатып ҡараным. Бер үк хәл. Аҙаҡ "Нимә булды?” һорауына: “Һуғыштым!” – тип яуап бирергә булдым. Шунда уҡ барыһы ла ышанды. Кем нимә ишетергә теләй, шуға ышана шул…

Фәнүр ШАҺИЕВ.
Учалы районы,
Иҫке Байрамғол ауылы.

Шыршы бәләһе

Шыршыһыҙ ниндәй Яңы йыл булһын инде? Өй түренә урман һылыуҡайын биҙәп ултыртмай ҡалған йылым юҡ. Бер йыл, шулай, бажам миңә шыршы вәғәҙә итте:
– Бажаҡайым, бер ҡайғың булмаһын, урмандағы иң ҡупшы шыршыҡай һинеке буласаҡ. Был яуаплы эште мин үҙем ойошторасаҡмын, ышан миңә!
Тыныс күңел менән йөрөйөм, мәйтәм, бажам маладис, миңә шыршының бына тигәнен вәғәҙәләне, һүҙендә торор. Яңы йыл кисенә һанаулы ғына көндәр ҡалды, шыршы түгел, ылыҫтың еҫе лә тойолмай. Иртәгә байрам тигән көндө теге бажам телефондан шылтырата:
– Бажаҡайым, берүк үпкәләмә, шыршы табып булманы. Үҙеңә тапһаң, миңә лә бер төптө эләктер инде, зинһар, – ти, хәйер­һеҙең.
Ни эшләйһең инде, аяҡҡа саңғы таҡтым да, менеп киттем ауыл эргәһендәге тауға. Һайлана-һайлана ике төп шыршыны ҡырҡтым да йөкмәп, ҡайтырға ыңғайланым. Юлымды ҡыйып, бер «уазик» выжт итеп килеп тә туҡтаны. Баҡһаң, улар тәбиғәтте һаҡлау ойошмаһынан икән.
– Ағай, ултыр, – ти үҙҙәре. – Шыршыларыңды ла машинаға һал.
ҡыҫҡаһы, 31 декабрь көнө буйы тегендә-бында йөрөттөләр, ике шыршының хаҡын һәм эш боҙғаным өсөн штраф түләттеләр: шыршылар – 1000-шәр, браконьерлыҡ – 500, йәмғеһе 2500 һум. Кис буш ҡул менән ҡайтарып ебәрмәкселәр ине, егеттәр, мәйтәм, шыршылар­ҙың хаҡын түләнем дә инде, алып ҡайтырға мөмкиндер. Тегеләр, бер аҙ уйлашҡандан һуң, ризалашты. Юл ыңғайы бер шыршыны бажаға индереп киттем. Бер мең һумлыҡ квитанцияны ла тотторҙом.
ҡайтып инһәм, өйҙәгеләр, ҡайҙа йөрөнөң, тип һораша. «Шыршы алып ҡайттым», – тип яуаплайым. «Уй, ҡайһылай матур! ҡайҙан таптың бындай ҡупшыҡайҙы?» – тиҙәр. «Мең ярым һумға һатып алдым», – тим. «Кит, булмаҫты һөйләмә, мең ярымға, ана, майҙанда 6 метрлыҡты һаталар», – тип бот сапты барыһы ла. Мең михнәт аша ҡулға төшөргән шыршыны дан итеп биҙәнем, штрафтар­ҙың квитанцияһын да ҡаҙаным. Өй янынан уҙған береһе, һоҡланыуҙан:
– Фәрит ағайҙың шыршыһы иң матуры! – тип тел шартлатты.
Фәрит ҒИЛӘЖЕВ.
Өфө районы,
Подымалов ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Үҙебеҙ һайлаған юл


Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Тамырҙарымда башҡорт ҡаны аҡҡаны менән ғорурланам

Улар алдында баш эйәбеҙ

13.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Улар алдында баш эйәбеҙ


Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Мин – россиянмын!

10.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин – россиянмын!


Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!

19.04.2016 - Конкурстар » Йәшлек гүзәле Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!


Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Кешеләрҙең тәнен генә түгел, күңелен дә дауалаясаҡ ҡыҙ

Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Һылыу ҙа, һәләтле лә беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары!