04.12.2012 Иң яҡшы бүләк – биҙрә-бәҙрәф
«Йәшлек» гәзите «Мин нисек Яңы йыл ҡаршыланым» тигән конкурс иғлан иткәйне. Хаттар килә башланы. бәйгелә «Йәшлек»те яҙҙырып уҡыусылар ғына ҡатнаша ала. Еңеүсегә – Яңы йыл табыны өсөн бер тоҡ күстәнәс (сәй, һут, шампан шарабы, емеш-еләк, кәнфит, колбаса, балыҡ һәм башҡа тәмлекәстәр). Еңеүсе декабрь аҙағында билдәләнәсәк.
Аһ, ваҡыттың уҙыуы! «Йәшлек» гәзите нисек Яңы йылды ҡаршылау тураһында яратҡан конкурсты иғлан итеп тә ебәрҙе түгелме?! Һай әттәгенәһе, мең-мең уттарын балҡытып, шыршы еҫтәрен сығарып, иң күркәм байрамдарыбыҙҙың береһе етеп килә икән дә баһа! Тиҙҙән тағы бер йыл артта ҡалыр, беҙ уны хәтер һандығына һалып ҡуйырбыҙ.
Яратҡан байрамыбыҙ – Яңы йыл беҙҙе атай-әсәйҙәребеҙ, туғандар, тыуған йортобоҙ тирәләй берләштерә, һыуыҡ ел-бурандарына ҡарамаҫтан, ул яҡты һәм йылы байрам булып ҡала. Мин Яңы йыл байрамын, һәр саҡ, ауылға ҡайтып, яҡындарым менән үткәрергә тырышам. Һәм ауыл маскарадына кейенмәй ҡалғаным юҡ. Ашыҡ-бошоҡ ҡына булһа ла (ғәҙәттә, был көн һуң ғына ҡайтып етелә, бер-ике сәғәт эсендә өлгөрөргә кәрәк), ниндәйҙер битлектә ауылдаштарымдың алдында туҡтауһыҙ бейергә, уларҙы көлдөрөп яҡшы кәйеф бүләк итергә, бала-сағаға кәнфит таратырға ифрат яратам. ҡайсаҡ дуҫтарымды ҡотортоп, бергәләп кәмитләнәбеҙ. Костюмдарҙың төрлөһө булды, уларҙы ҡул аҫтындағы әйберҙәрҙән әтмәләп, дыу килешеп клубҡа килеп инеүең була, халыҡ йығылып ятып көлә башлай. Яңы йылға бәйле ҡыҙыҡ-мыҙыҡтар күп булды.
Быйылғы аждаһа йылын ҡаршы алғанда һыйыр булып кейенеп сыҡтым. Шаршауҙан тегелгән киң һары күлдәгемде елберләтеп, шыршы тирәләй уралып-суралғанда талғын бейеү ҡуйҙылар. Жюриҙа ултырған апайҙарҙың береһе яныма килеп, мине вальсҡа төшөрҙө.
– Һин шулмы? – ауылдағы еңгәләрҙең береһенең исеме менән өндәшә был.
ҡыҙыҡ итәйем әле быны тип, дөрөҫләп баш ҡағам.
– Тауыш бир, – тип тағы ҡолағыма үрелә теге.
– Был мин, мин, танымайһыңмы ни, – тип шыбырлайым.
– Юҡсы, шунда уҡ таныным, нисәмә йыл инде жюриҙа ултырып, кешене маска аҫтында танырға дауна өйрәнгәнмен. Ярай, алдан вәғәҙәләгәнсә, иң яҡшы бүләкте һиңә бирәм. Иң яҡшыһы иң ҡиммәтлеһе була инде. Был юлы иң ҡиммәтле бүләк – биҙрә-бәҙрәф, биш йөҙ тәңкә тора, һиңә шуны бирәсәкмен.
Мин баш ҡағып, баш бармаҡты күрһәткән булам, бик шәп, рәхмәт, йәнәһе. Ах, суҡынсыҡтар, мәйтәм, эстән генә, хатта ошо бәләкәй ауыл маскарадында ла таныш-тоношлоҡ менән генә бүләктәр биреләме ни! Күренеп тора бит, кемдең ниндәй костюм тегеп кейгәне, күпме ваҡыт әҙерләнгәне, бөтә халыҡ алдында ла күҙ ҙә йоммай ғәҙелһеҙ ҡыланған намыҫһыҙ әҙәмдәргә иғтибар итмәҫкә тырышып, артабан шыршы тирәләй үрле-ҡырлы һикерәм. Быға тиклем һис тә бүләк өсөн кейенгәнем булманы, ғәҙәттә, нимә тотторалар, шуға риза булып ҡайтып китәм.
Шулай итеп, маскарад аҙағына ла килеп етте. Ахыры, үтә артыҡ һикергәнмен, йәш кеше икәнлегемде аңлағандар. Сөнки тәүге призлы урындарҙы иғлан итеп, береһенә зәңгәрле-күкле биҙрә-бәҙрәфте тоттороп уҡ ҡуйҙылар. Бер ниндәй ауырлыҡһыҙ, яп-ябай кейенгән бүләк алыусы битлеген сисеп үк ебәрҙе... алдыбыҙҙа жюри ағзаһы минең менән бутаған еңгә ҡояштай балҡып тора ине. Ярай, бына тигән яҡшы еңгә ул, был бүләк уға һис тә йәл түгел, тик күрәләтә кеше алдауҙары күңелде төшөрҙө.
Бына быйыл да, ҡайтып, бал-маскарадҡа кейенергә ихласлап торам әле. Был юлы кем менән бутарҙар икән, шуныһы ҡыҙыҡ...
Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА.
Оҡшаш яңылыҡтар
23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары