04.12.2012 Гүзәл Саттарова: «Бәхет өсөн күп кәрәкмәй»
Көйөргәҙе районынан Гүзәл Саттарова булам. Мәктәбемде тик яҡшы билдәләргә тамамлағас, бала саҡ хыялдарымдың береһен тормошҡа ашыра алдым. БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының беренсе курс студенты булдым. Минең уйлауымса, һәр кеше үҙе алдына маҡсат ҡуйып, уға ынтылып йәшәргә тейеш. Бәләкәй генә уңыштарымды ла оло күреп, дәртләндереп тороусы яҡындарым булыуы менән бәхетлемен. Тормош девизым: бәхет өсөн күп кәрәкмәй!
Уҡыуҙан тыш ваҡытымды төрлө түңәрәктәргә йөрөүгә бүләм. Халҡыбыҙҙың мәшһүр бейеүҙәрен башҡарып, һөйләп аңлатмаҫлыҡ кинәнес алам. Сағыу һүрәттәр төшөрөү, әҙәби китаптар уҡыу ҙа − яратҡан шөғөлдәрем. Теләгем: күп телдәр өйрәнеп, сит илдәрҙе гиҙеп сығыу!
Фәниә ЮЛАНОВА әҙерләне.
Оҡшаш яңылыҡтар
23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары