RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » “Яҡшы студент – яҡшы агроном, насар студент – район хакимиәте башлығы”

23.10.2012 “Яҡшы студент – яҡшы агроном, насар студент – район хакимиәте башлығы”

“Яҡшы студент – яҡшы агроном, насар студент – район хакимиәте башлығы”
Х.Әхмәтов исемендәге Баш­ҡорт дәүләт филармонияһында Беренсе башҡорт асыҡ КВН лигаһы уҙҙы. “Башҡорт телендә һөйләшәбеҙ һәм шаяртабыҙ” тигән исем аҫтында үткән бәйгелә ун алты команда ҡатнашты.
Шаяндар һәм отҡорҙар бәйгеһенең әлегеһендә, элеккеләренән айырмалы рәүештә, социаль, әхлаҡи һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр урынлы яҡтыртылды. Рәсәй шоу-бизнесына ҡағылған, ҡыҙ менән егет араһы кеүек тапалған юморҙың булмауы шатландырҙы.
“Салауат Юлаев” хоккей командаһы, студенттар һәм ауыл тормошо, тел мәсьәләһе кеүек темалар үҙәктә булды. Шаяртыуҙарҙан тыш, уйынсылар актерлыҡ һәм бейеүгә һәләтен дә күрһәтте.
Башҡорт телен уҡытыу проблемаһы күҙ йәштәре аша көлөү менән яҡтыртылды. Мәҫәлән, Стәр­летамаҡтың “Страйк” командаһы уйға һалды: “Әгәр ҙә мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу туҡтатылһа, 2025 йылда йәштәр түбәндәге һүҙҙәрҙе шулай тәржемә итәсәк: “ҡамыр батыр – мой пончик, бөрлөгәндәй ҡара күҙҙәрең – ежевичные твои глаза, йөрәк майым – о, мой холестерин”.
Башҡортостан йырсылары, “Тәм­ле”, “Байыҡ” телетапшырыуҙары тәнҡит утына тотолдо. Әйтергә кәрәк, шаяртыуҙарҙа хәҡиҡәт ярылып ята ине.
Учалының “Горняк дозор” командаһында ике егет кенә булыуға ҡарамаҫтан, бик шәп уйнанылар. Үҙенсәлекле образдар, бер-береһенә бәйле юмор залды геү килтерҙе.
“ҡеүәтә” командаһы, һәр ваҡыттағыса, театраль сығышы, көнкүрештән алынған юморы менән ҡыуандырҙы.
“Хыялыйҙар” (М. Аҡмулла исемендәге БДПУ) командаһы үҙҙәренә генә хас имидж тыуҙырған. Быйыл улар иҫәр сибәркәй роленән тыш етди образдар таба алған. Был уларға уңыш килтерҙе – гран-приға лайыҡ булдылар. Беренсе урынды “Бытбылдыҡ”тар (Ейәнсура), икенсене “Горняк дозор” (Учалы), өсөнсөнө “Һупайлы дәрүиштәре” (Өфөнөң 136-сы лицейы) алды. Бынан тыш, иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ (Зөлфиә Камалова, “Бытбылдыҡ” ) һәм ир-егет (Фидан Килмөхәмәтов, “Горняк дозор”) ролдәре, “Асыш” (“ҡыйыуҙар”, Ишембай райо­ны), “Өмөт” (“Дегәнәк”, Өфөнөң 2-се педагогия колледжы), “Иң яҡшы шаяртыу” (“ҡеүәтә”, Өфө ҡалаһы) номинациялары билдәләнде. “Беҙгә барыбер” командаһы кубогына “Горняк дозор” лайыҡ булды.
Башҡорт асыҡ КВН лигаһы рәйесе Урал Кәримов: “Командаларҙың күп булыуы ҡыуандырҙы. Хатта балалар ҙа, мәҫәлән, Ишембай районының Маҡар ауылы уҡыусылары килгәйне. Шаяндар һәм отҡорҙар бәйгеһенең башҡорт телендә уҙыуы мәртәбәле булды. Был да үҙенә күрә телебеҙҙең үҫеүенә йоғонто яһай.
Киләһе уйындар декабрҙә буласаҡ. Командалар ике төркөмгә бүленеп, ярым финал уҙасаҡ. Ә февралдә йә мартта финалын уҙғарырбыҙ”, − тине.

“Бытбылдыҡ”, Ейәнсура райо­ны:
– Анау сибәркәйҙең егете бармы икән?
– Юҡ.
– О-о, янына барайым әле…
– … уның егете юҡ, әммә ире, дүрт балаһы бар.

* * *
– “Салауат Юлаев” – чемпион, Радулов – сибәркәй!
– Бәй, Радулов ЦСКА-ға китте бит.
– Әтеү, ЦСКА – чемпион, Радулов – сибәркәй!

“Ох-әй”, Әбйәлил районы:
Медицина университетында: “Яҡшы cтудент – яҡшы табип, насар студент – баш табип”.
Аграр университетта: “Яҡшы студент – яҡшы агроном, насар студент – район хакимиәте башлығы”.

“Нелегал эмигрант”, БР Федераль миграция хеҙмәте:
“Бер заман үзбәк, әрмән, тажик һәм башҡорт йыйылған, ти. Башҡорт уйлаған-уйлаған да, барыһын да депортировать иткән”.

“ҡеүәтә”, Өфө ҡалаһы:
“Республика башлығының иң яратҡан йыры: “Яратам мин Башҡортостанды, та-ра-ра-там…”

“Горняк дозор”, Учалы районы:
− Минең атайым, батырға ла ял кәрәк, ти... Шуға әле төрмәлә ултыра.

Гүзәл БИКМӘТОВА.
Автор фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Үҙебеҙ һайлаған юл


Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Тамырҙарымда башҡорт ҡаны аҡҡаны менән ғорурланам

Улар алдында баш эйәбеҙ

13.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Улар алдында баш эйәбеҙ


Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Мин – россиянмын!

10.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин – россиянмын!


Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!

19.04.2016 - Конкурстар » Йәшлек гүзәле Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!


Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Кешеләрҙең тәнен генә түгел, күңелен дә дауалаясаҡ ҡыҙ

Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Һылыу ҙа, һәләтле лә беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары!