12.10.2012 300 мең һум эйәһен тапты
Илебеҙҙең 78 төбәгенән килгән иретеп йәбештереүселәр конкурсында иң шәп һөнәр эйәһе асыҡланды
Өфөлә ҡыҙыҡлы сара – Бөтә Рәсәй иретеп йәбештереүселәр конкурсы ойошторолдо. Унда илебеҙҙең 78 төбәгенән оҫталар йыйылып, көстәрен һынаны. Конкурсҡа килгән иретеп йәбештереүселәрҙең һәр береһе – үҙ төбәгенең иң оҫтаһы. Ярыш ике этапта ойошторолоуы менән ҡыҙыҡлы ла, ауыр ҙа булды тип әйтергә кәрәк – конкурсанттарҙың үҙ һөнәрен нисек үҙләштереүен теоретик яҡтан да, ғәмәли яҡтан да тикшерҙеләр. Тимер торбаларҙы иң ауыр шарттарҙа ла һәйбәт итеп ялғау өсөн егеттәрҙең тире аҙ түгелмәне – сараны ойоштороусылар иретеп йәбештереүселәр алдына бурыстың ауырын ҡуйғайны. Шулай уҡ ярышта ҡатнашыусылар эштә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү буйынса ла һорауҙарға яуап бирҙе. ҡыҫҡаһы, ярыш ҡыҙыҡлы ла, көсөргәнешле лә үтте.
Ике көн барған, көслө дәғүәселәрҙе туплаған конкурста илебеҙҙең иң шәп иретеп йәбештереүсеһе булып Ырымбур өлкәһенән Максим Осипов билдәләнде. Беҙҙең өсөн дә ҡояш йылмайҙы − Башҡортостан вәкиле Валерий Артюхов көмөш призер тип табылды. Ул был конкурстың республика кимәлендә ойошторолған этабында тәүге тапҡыр ғына ҡатнашмаған, быйыл еңеп сығып, тотош илдән йыйылған иретеп йәбештереүселәр менән ярышҡа сыҡҡан.
− Республикабыҙҙа иретеп йәбештереүселәр һөнәре көнүҙәк һәм кәрәкле. Эш ауыр ғына булһа ла, баһаһы булғас, тырышып эшләйбеҙ. Әлеге еңеүемә бик шатмын, ғорурмын, − ти Валерий. Яҡташыбыҙҙы матур еңеүе менән ҡотлайбыҙ. Республика данын ил кимәлендә яҡлау еңелдән түгел, бик яуаплы эш.
Өсөнсө урында – Татарстандан килгән Евгений Владимиров. Еңеүселәргә инселәнгән бүләк тә бик шәп – беренсе урын өсөн 300 мең һум, икенсе урынға – 200 мең һум, өсөнсө урынға 100 мең һум аҡса тапшырылды. Конкурсанттарҙы тәбрикләү өсөн бик күп вазифалы кеше сәләм хаттарын ебәрҙе, дәртләндереү өсөн ҡунаҡтар ҙа күп йыйылды. Рәсәй Федерацияһының хеҙмәт министры Максим Топилин металдың көнитмештең бөтә тармаҡтарында ла ҡулланылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
− Бөгөн иретеп йәбештереүселәргә хеҙмәт баҙарында ихтыяж ҙур. Шуға ла был һөнәр эйәләренә уҡыу, хеҙмәт хаҡы лайыҡлы түләнгән эш табыу шарттарын тыуҙырыу мәсьәләһе хәл ителергә тейеш, − тип тә билдәләне ул.
Әлбиттә, бөтә Рәсәй кимәлендә ойошторолған мөһим сара тик ярыш ҡына түгел, ҡатнашыусылар өсөн дә, беҙҙең өсөн дә ҙур байрам. Шуға ла унда конкурсанттар араһында, еңеү ҡомары менән бер рәттән, дуҫлыҡ, йылылыҡ та һиҙелде.
− Был конкурста еңелеүселәр юҡ. Рәсәйҙә ярты миллиондан ашыу кеше иретеп йәбештереүсе һөнәренә эйә. Әлеге конкурсҡа килеүселәр – илебеҙҙең алтын фонды, үҙ төбәктәрендә еңеп сыҡҡан иң оҫта һөнәр эйәләре. Ошо айҡанлы конкурста ҡатнашыусы һәр кемде ихлас күңелдән тәбрикләйем. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә сараны матур ойошторғаны өсөн рәхмәт әйтке килә. Конкурс юғары кимәлдә үтте, − тип билдәләне Контроль һәм иретеп йәбештереү милли ассоциацияһы президенты Николай Алешин.
Лилиә СИРАЕВА.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.
Оҡшаш яңылыҡтар
23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары