RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » «Йәшлек»-фараз» еңеүсеһе – Әбйәлилдән!

02.10.2012 «Йәшлек»-фараз» еңеүсеһе – Әбйәлилдән!

«Йәшлек»-фараз» еңеүсеһе – Әбйәлилдән!
Икенсе ярты йыллыҡҡа гәзиткә яҙылыу кампанияһында мөхәрририәт «Йәшлек»-фараз» конкурсын иғлан иткәйне. Бәйге ҡатнашыусыларыбыҙҙың үтә лә ҡомарлы булыуын, конкурсты яратып ҡабул итеүен күрһәтте. Гәзит уҡыусыларыбыҙҙың хаттарынан күренеүенсә, заман ниндәй генә ауыр булмаһын, халыҡ рухи аҙыҡтан айырылмай, ниндәй­ҙер йүнен күреп, гәзиткә яҙылырға тырыша. Аҡса юҡлыҡ ваҡытлы матбуғат баҫмаларына яҙылмауға сәбәп түгел икән, моңһоҙлоҡ, битарафлыҡ ҡына булмаһын күңелдә.
«Әсәйем, дүрт синыф ҡына белеме булыуына ҡарамаҫтан, республика баҫмаларын яҙҙырып алып уҡый торғайны. Хәҙер кешеләр, аҡса юҡлыҡҡа һылтанып, гәзиткә яҙылмай. Ауылыбыҙ бәләкәй булһа ла, халыҡ ихлас яҙыла. Ауылда күпләп мал аҫрайбыҙ, себеш ҡарайбыҙ. Көндәлек һөттө йәйгеһен һөт йыйыусыларға тапшырабыҙ. Аҡсаһын айыныҡын-айына бирәләр. Шул саҡта гәзиткә лә яҙылып ҡалабыҙ. Шулай күктән көтөп ятмайбыҙ, тырышҡанға, йән биргәнгә – йүн биргән», – тип яҙа Йылайыр районының Суртанүҙәк ауылынан даими уҡыусыбыҙ Гөлйемеш Теләүкәева.
«Йәшлек»-фараз»да беренсе тапҡыр ҡатнашам. Беҙҙе бик бүләк тә ҡыҙыҡһындырмай, гәзитте түҙемһеҙләнеп көтөп, уны ҡулыңа тотоп уҡыу үҙе бүләктер ул», – Әбйәлил районының Буранғол ауылынан Зәйнәп апай Буранғолованың һүҙҙәре күңелебеҙгә май булып ятты. Һүҙ бәҫен аңлаған гәзит уҡыу­сыларыбыҙ булғанда «Йәшлек»­тең дә тиражы кәмемәҫ, тигән ышаныста ҡалабыҙ.
Баҫмабыҙҙы 92 йәшлек инәйҙәр алдырып уҡығанда, бөгөн интернет селтәрендәге мәғлүмәттәр менән генә хушһын­ған йәш бы­уынға уларҙан үр­нәк алыр­ға ғына ҡала. Күгәрсен районының Яңауыл ауылынан 40 йыл уҡытыусы булып эшләгән Бибикамал Ғәйфуллина үҙенең хатында ана бит: «Гәзиткә аҡса йәл түгел. Иҫән булһам, тағы ла яҙылып уҡыясаҡмын әле», – тигән. «Йәшлек» өсөн ҡартлыҡ та, йәш тә сик түгел шул, теләк кенә булһын. ҡырмыҫҡалы районының Бишауыл-Уңғар ауылынан Әнисә Меркулова хатта гәзиттең һәр бер һанын йыйып бара икән. «Тәүҙә «Ленинсы»ны уҡыныҡ, хәҙер «Йәшлек»тән айырылып булмай. Әллә нисә йылғы тупланмалары йыйып ҡуйылған. Гәзитегеҙ йөкмәткеле сыға, һәр бер темаға актуаль мәҡәләләр, яңылыҡтар баҫыла. Күберәк фәһемле хикәйәләр баҫтырһағыҙ, бик шат булыр инем. Уҙған «Йәшлек»-фараз»да диск отҡайным, бәлки, был юлы ла миңә бәхет йылмайыр», – тигән автор.
Әлбиттә, эш бүләктә түгел, иң мөһиме ғаиләгеҙгә аҙна һайын һеҙҙе ҡыуандырып, рухи аҙыҡ булған «Йәшлек» килә.
Ә ҡомарлылар уйынында эске һиҙемләүе көслө булғандар ғына еңә.
Шулай итеп, «Йәшлек»- фараз»дың төп бүләгенә беҙҙең быйылғы ярты йыллыҡтағы тиражды тик өс данаға ғына «яңылышып» фаразлап, Әбйәлил районының Аһылай ауылынан Ғамир Ғайсин лайыҡ булды. Ул электр бысҡыһы менән бүләкләнә.
ҡиммәтле призыбыҙ лайыҡлы кешегә эләккәндер, тип уйлайбыҙ, сөнки квитанцияһынан күренеүенсә, ул ваҡытлы матбуғат баҫмалары менән дуҫ кеше.
Уға етәрәк гәзиттең тиражын яҡынса билдәләүселәр Бөрйән районының Аҫҡар ауылынан Сәлих Ғәбиҙуллин (электр һыу һурҙыр­ғыс менән бүләкләнә), Иглин районының Түбәнге Ләмәҙ ауылынан Рәшиҙә Ғөбәйҙуллина (электр сепараты), Белорет ҡалаһынан Рәмилә Мусина (кеҫә телефоны), Әбйәлил районының Хәлил ауылынан Зөлфир Баһауетдинов та (инструменттар йыйылмаһы) «Йәшлек»-фараз»дың еңеүселәре тип билдәләнде. Баймаҡ районының Йомаш ауылынан Фәрзәнә Шәрипованы, Мәләүез районының Смаҡ ауылынан Нурия Шаһманованы, ҡыйғы районының Ибрай ауылынан Хәлфетдин Шиһаповты редакцияла дәртләндереү приздары – «Йәшлек» футболкалары, бокалдары көтә.
Киләһе йылда ла яратҡан баҫмабыҙҙан айырылмаҫһығыҙ, тигән ышаныста ҡалабыҙ. Төп таянысыбыҙ һәм ышанысыбыҙ – һеҙ, гәзитебеҙҙең тоғро дуҫтары!

Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Үҙебеҙ һайлаған юл


Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Тамырҙарымда башҡорт ҡаны аҡҡаны менән ғорурланам

Улар алдында баш эйәбеҙ

13.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Улар алдында баш эйәбеҙ


Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Мин – россиянмын!

10.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин – россиянмын!


Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!

19.04.2016 - Конкурстар » Йәшлек гүзәле Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!


Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Кешеләрҙең тәнен генә түгел, күңелен дә дауалаясаҡ ҡыҙ

Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Һылыу ҙа, һәләтле лә беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары!