28.08.2012 Алтын гәрәбәләй башҡорт балы
25 – 26 августа Өфөлә «Башҡортостан – Рәсәйҙең баллы төбәге» фестивале үтте
Һуңғы йылдарҙа халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәренә иғтибар артты. Ауылдарҙа ҡорт тотоусылар, йылҡы үрсетеүселәр йылдан-йыл арта бара. Был юҡҡа түгел. Күңел биреп эшләгәндә уларҙан бөгөн яҡшы килем алып була. Баш ҡалабыҙ Өфөлә йыл һайын ойошторолған бал йәрминкәһе лә быны дәлилләй. Унда йыл һайын тиҫтәләгән тонна бал һатыла. Быйыл иһә ул тағы ла юғарыраҡ кимәлдә үтте.
«Башҡортостан – Рәсәйҙең баллы төбәге» фестивале республикабыҙҙың барлыҡ ҡортсоларын бергә тупланы. «Аҡбуҙат» ипподромы алдындағы майҙан ике көн дауамында умарта күсе кеүек гөрләне. Балдың ҡайһы яҡтыҡы, ниндәйе генә юҡ унда. Һатып алыусылар тәмләп ҡарай-ҡарай, үҙенә оҡшағанын һайлап алды. Хаҡтар ҙа осһоҙораҡ, нигеҙҙә, өс литрлыҡ банкалағы балды 1500 һумға тәҡдим иттеләр. Шул уҡ ваҡытта уны 1300 һумға ла алырға мөмкин ине. Бөрйән балы өсөн генә 2000 – 2200 һум һоранылар. Әммә шуға ҡарамаҫтан, уны кешеләр сират тороп алды. Иң оҙон сират Бөрйән районы Аҫҡар ауылынан Йомағужиндарҙың балына булғандыр. «2004 йылдан алып йәрминкәлә ҡатнашабыҙ. Йыл һайын беҙгә сират ҙур була. Быйыл тоннанан ашыу бал алып килдек, һатып бөтәбеҙ уны», – ти Ғилминур Әбделғәли ҡыҙы менән Әйүп Йосоп улы.
Фестивалдә Башҡортостандың 54 районынан 600-ҙан ашыу умартасы ҡатнашты. Барлығы 120 тонна бал һатылды. Кәрәҙле балдың килоһы – 450 – 500 һум, солоҡ балыныҡы – 1200 һум ине. Бынан тыш, прополис, балауыҙ кеүек төрлө ҡортсолоҡ продукттарын да тәҡдим иттеләр.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Баллы Башҡортостан» күргәҙмә-йәрминкәһе менән танышып:
– Бындай сараларҙы үткәреү кәрәк. Башҡорт балы беҙҙең ғаиләләрҙә генә түгел, илдең һәр төбәгендә етерлек күләмдә булһын ине. Бының өсөн бал етештереүҙе арттырыу талап ителә. Яҡын киләсәктә 20 – 30 йыл элек булған күрһәткестәрҙе ҡыуып етербеҙ, тип уйлайым. Ул ваҡытта республиканың умартасылыҡ тармағында уртаса 700 – 800 мең умарта булған. Әле иһә был күрһәткес яҡынса ике тапҡырға кәмерәк, – тип билдәләне. үҙемә иһә шәхсән Бөрйән балы оҡшай, – тип тә өҫтәне ул.
Фестиваль барышында умартасылар, солоҡсолар һәм «Йәш умартасы» конкурстары ла ойошторолдо. Быйыл 12-се тапҡыр үткәрелгән Республика умартасылар конкурсында Баймаҡ районынан Азат Ниәтшин еңеүсе булды. Уға күсмә кубок, БР Ауыл хужалығы министрлығының I дәрәжә дипломы һәм «Фермер» бал һурҙырғысы тапшырылды.
– ҡортсолоҡ – атай-әсәйемдән күскән шөғөл, улар ғүмер буйы умарта тотто. Әлеге ваҡытта үҙемдең 150 умартам бар, крәҫтиән-фермер хужалығы астым. Быйыл йыл ҡорораҡ килгәс, башҡа йылдарға ҡарағанда, бал әҙерәк булды. Бер умартанан уртаса 10 кг бал алдыҡ. ҡортсолоҡ табыш килтерә. Ғәҙәттә, балды өйөмдән килеп алып китәләр, ҡайҙалыр алып барып һатырға ла кәрәкмәй, – тип һөйләй ул үҙенең яратҡан шөғөлө тураһында.
2-се урынға Илеш районынан Илдар Самматов, 3-сө урынға Тәтешле районынан Леонид Байдуллин лайыҡ булды. Шулай уҡ конкурстың иң йәш ҡатнашыусыһы – Яңауыл районынан 20 йәшлек Вадим Ғәфүров менән иң оло ҡатнашыусыһы – Йәрмәкәй районынан 83 йәшлек Таһир Дәүләтгәрәевтар ҙа махсус приздар менән бүләкләнде.
Солоҡсолар конкурсында бөрйәндәргә тиңләшеүсе булманы. Тәүге ике урын – уларҙыҡы. Башҡаса булыуы ла мөмкин түгел кеүек. Ни генә тиһәк тә тап ошо районда солоҡсолоҡ кәсебе ныҡлы һаҡланып ҡалған, Бөрйәндең солоҡ балының да даны әллә ҡайҙарға таралған. Солоҡсолар солоҡ юнып, түмәр умарта эшләп ярышты. Умарта уңайлы ла, матур ҙа, сифатлы ла булырға тейеш. 100 мәрәй йыйып, 1-се урынға сығыусы Рамаҙан Исламбаев менән Илфат Әминевҡа (Бөрйән районы) дипломдар һәм LG телевизорҙары тапшырылды.
– Солоҡсолоҡ менән 30 йылдан ашыу шөғөлләнәбеҙ, еңеүгә өмөтөбөҙ ҙур. Умарта эшләү өсөн шыршы ағасын һайланыҡ, – тип үҙҙәре менән таныштырҙы конкурс барышында Рамаҙан Шәрифулла улы.
2-се урынға сығыусы Бөрйән командаһы – Сынтимер Иҫәнғужин менән Басир ҡазыхановтар 98 мәрәй йыйған. 3-сө урынды иһә, 92 мәрәй йыйып, Белорет районынан Радик Мәхмүтов менән Тәлғәт Фәтҡуллиндар алды.
Йәш умартасылар бәйгеһе иһә көтөлмәгән һөҙөмтәләр бирҙе – егеттәрҙең танауына сиртеп, 1-се урынға Тәтешле районынан 10-сы синыф уҡыусыһы Люба Зиянбаева сыҡты.
– Тәүге тапҡыр ҡатнашыуыма ҡарамаҫтан, конкурс бик оҡшаны. 1-се урынға сығыуыма бик шатмын. Быны үҙем дә көтмәгәйнем хатта. Умартасылыҡ серҙәренә Балалар ижады үҙәгендәге түңәрәккә йөрөп өйрәндем, – ти ул, үҙенең ҡыуанысы менән уртаҡлашып. 2-се урын – Баймаҡтан Юнир Кайниевҡа, 3-сө урын Шаран районынан Виталий Маркеловҡа бирелде.
Күргәҙмә-йәрминкәлә ҡатнашыусылар араһында еңеүселәр бер нисә номинация буйынса билдәләнде. Мәҫәлән, «ҡортсолоҡ продукцияһының юғары сифаты һәм киң ассортименты» өсөн номинацияһында Бөрйән районынан Ғәли ҡолбирҙин еңеүсе тип табылды. Дәүләкән районынан Фәнир Халиҡовтың сауҙа нөктәһе биҙәлеше буйынса иң яҡшыһы тип билдәләнде. Райондар араһындағы конкурста иһә 1-се урынға Йәрмәкәй районы лайыҡ булды.
«Башҡортостан – Рәсәйҙең баллы төбәге» фестивалендә баш ҡаланың аш-һыу оҫталары 200 килограм ауырлығында иң ҙур сәк-сәк бешереп тә халыҡты һыйланы. Өфө һәүәҫкәрҙәре лә үҙ һәләте менән йәрминкәгә килеүселәрҙе һөйөндөрҙө. Шулай итеп, балсылар баш ҡала халҡына сифатлы һәм иң тәмле бал ғына түгел, матур байрам да бүләк итте.
Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.
Оҡшаш яңылыҡтар
23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары