05.06.2012 «Ирәндек моңдары – 2012» бәйгеһе хаҡында бер кәлимә
31 май – 2 июндә Сибай ҡалаһында башҡорт йырын башҡарыусыларҙың «Ирәндек моңдары» XI төбәк-ара йыр бәйгеһе уҙҙы
Ике йылға бер тапҡыр уҙғарыла килгән был мәртәбәле бәйгегә нисек ныҡышмалы әҙерләнгәндәрен күреп, сибайҙарҙа «Ирәндек моңдары» менән ғорурланыу, хатта әҙерәк маһайыу ҙа барҙыр, тигән фекергә килдем. Былай булһа ла, бер ҙә хилафлыҡ күрмәйем: кемдер халҡыбыҙҙың бай ауыҙ-тел ижадын, милли мәҙәниәтен һаҡлап ҡалырға, уны артабан да йәшәтеп килергә тырышырға тейештер бит. Ғәҙәттәгесә, бәйгеселәр өс төркөмдә – балалар һәм үҫмерҙәр, һәүәҫкәрҙәр һәм профессионалдар араһында – көс һынашты. Конкурстың беренсе туры 1 июндә булһа, икенсе тур, еңеүселәрҙе билдәләү тантанаһы һәм гала-концерт иртәгәһенә, йәғни 2 июндә үтте. Ололарҙан айырмалы рәүештә, йыр бәйгеһенән тыш, киноға барыу, ҡала буйлап экскурсияла йөрөү балалар күңелендә яҡты иҫтәлек булып ҡалыр, моғайын.
Конкурс гран-прийын, йәғни төп бүләкте Сибай башҡорт дәүләт филармонияһының солисы Зәлиә Хөббөтдинова (Зәлиә Нурлы) яуланы. Быйылғы бәйгенең бағыусыһы – «Башҡорт баҡыры» асыҡ акционерҙар йәмғиәте иң һәләтле башҡарыусыға «ВАЗ – 2107» автомобиле вәғәҙә итеүе хаҡында яҙғайныҡ инде.
Бәйгеселәрҙең маһирлығын баһалаусы жюри составы дәрәжәле булды: Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы Ф. Килдейәрова, БР-ҙың халыҡ, РФ-ның атҡаҙанған артисы В. Хызыров, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы профессоры Ф. Сәғитова, филология фәндәре докторы, профессор Әхмәт Сөләймәнов, элек уҙған «Ирәндек моңдары»нда еңеүсе булып танылған Азамат Тимеров һәм Баязит Байназаров. Бәйгенең икенсе туры уҙып, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт ләүләт драма театрында еңеүселәр билдәләнде.
«Атам дуҫы, тиеп, ышанма,
егет, –
Атаң дуҫы етер
башыңа...»
Их, шәп һүҙҙәр, эйе бит? «Абдрахман» йырын әйтәм дә. Конкурс барышында уға бәйле ишеткән-күргәндәремде яҙып үтәйем әле.
Быйылғы «Ирәндек моңдары» ҡатнашыусыларҙың һаны буйынса «рекорд» ҡуйҙы: унда 13 профессиональ йырсы, 23 һәүәҫкәр һәм 39 бала ҡатнашты. Балаларҙың, ололарҙың да байтағы Баймаҡтан һәм Сибай ҡалаһынан булыуын билдәләһәң, бөтөнләй күңелһеҙ һандар күҙ алдына баҫа. Әллә, мәйтәм, конкурстың бәҫе китеп бара инде?
Жюриҙа ни тиклем генә билдәле исемдәр булмаһын, тамашасыларҙа уның эшенә кире баһа биреүселәрҙең күплеге күҙгә ташланды. Гран-при яулаусы Зәлиә Нурлыға, уның еңеүенә шик белдереүселәр табылманы. Тик бына башҡа позициялар буйынса...
Баймаҡ районының Күгиҙел ауылы егете, Сибай сәнғәт колледжы уҡыусыһы Рәфис Сирусиндың профессионалдар араһында 3-сө урын яулауына бәйле шик белдереүселәр күп булды.
– Был егет беренсе урынға лайыҡ ине бит, ниңә өсөнсө урынға тороп ҡалды?
– Рәфистең йырлауына ҡарағанда, тауыш диапазоны бер октава булғанға өҫтөнлөк бирҙеләр, был ғәҙел түгел!
– ҡарасәле, хәҙер был сығыштарҙы ҡарап ҡайтҡан балаларыбыҙ, «Абдрахман»ды ошолайтып йырлаһаң да бара, тигән һығымтаға килерме икән?
– Ошолайтып, «Ирәндек моңдары»ның бәҫен ебәреп бөтәләр инде был жюриҙағылар.
Һин беләңме, силсәүит беләме, тигәндәй, халыҡ ошолай быш-быш килеп ҡәнәғәтһеҙлеген үҙ-ара ғына белдерҙе лә, йомғаҡлау концертында Рәфис Сирусинды аяҡ үрә баҫып тигәндәй алҡышлап, сәхнәгә ҡабаттан саҡырып сығарып ҙурлап, шуның менән тынысланды. Халыҡ беҙҙә бит йыртыуҙы, ғауға сығарыуҙы өнәмәй. Тик, баяғыса, бәҫе генә китмәһен инде конкурстың.
«Ирәндек моңдары»н, унан бигерәк, башҡорт халыҡ йырҙарын яңы кимәлгә сығарып пропагандалау өсөн, минеңсә, был бәйгене Башҡортостан юлдаш телевидениеһы аша тура эфирҙа алып барып, бәйгеселәр өсөн интерактив тауыш биреүҙе яйға һалырға кәрәк. Жюри ҙа булһын ул, әммә, халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә, тигәндәр бит әле? Бәлки, «Абдрахман»ды дөрөҫ йырларға күнегер ине бәйгеселәр? Шул уҡ ваҡытта, жюриҙың составын ротациялап тороу ҙа ҡамасауламаҫ ине. «Башҡорт йыры»нда башҡарыусыларға ғәҙел баһа биреүе менән айырылып торған Юлай ағай Ғәйнетдиновтың жюриҙа булыуы, мәҫәлән, бәйгеселәрҙең күбеһендә ихтирам уятыр ине.
Жюри ағзаларына быйылғы бәйге хаҡында бер нисә һорау биреп, уларҙың фекерен ишетергә насип булды.
1) Быйылғы «Ирәндек моңдары», уҙғандары менән сағыштырғанда, ниндәй яғы менән хәтерегеҙҙә ҡаласаҡ?
2) «Ирәндек моңдары»ның башҡорт халыҡ йырҙарын популярлаштырыу, халыҡҡа еткереүҙе маҡсат итеп алған бәйге икәнен беләбеҙ. Ошо маҡсаттарға ирешеү өсөн бөгөн нимә етешмәй һуң? Нисегерәк итеп бәйгегә йырсыларҙың һәм халыҡ иғтибарын арттырырға була?
Вәхит ХЫЗЫРОВ:
– Конкурсанттарҙың аҙ булыуына иғтибар иттем. Килгәндәренең дә әҙерлек кимәле түбән булыуы күҙгә ташланып тора. Хатта традицион рәүештә йыр-моңға бай Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр, Учалы яҡтарынан килгән балалар ҙа быйыл йүнләп әҙерләнмәгән. Конкурсты ойоштороусылар, киреһенсә, ҡунаҡтарҙы ҡаршылауға, ғәҙәттәгесә, төплө итеп әҙерләнгән.
Бынан 25 – 30 йыл элек мин үҙем ҡурайҙы тыңламай инем. ҡурайҙан скрипканы өҫтөн күрә торғайным. Әммә Азат Айытҡолов, Рәсүл ҡарабулатов, башҡа оҫта ҡурайсыларҙың тырышлығы менән миңә ҡурай нығыраҡ оҡшай башланы, бөгөн мин уға ғашиҡмын. Йәғни һәр өлкәлә яҡшы пропаганда кәрәк, шул иҫәптән «Ирәндек моңдары»на ла. Бөгөн сәхнә, телевидение, радиоканалдар «ширпотреб» йырсылар менән тулған, башҡорт халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусылар улар араһында лайыҡлы урын яулай алмаған. Был етешһеҙлекте бөтөрөргә кәрәк.
Фәрзәнә СӘҒИТОВА:
– Йәш йырсылар шатландырҙы. Эҙләнгәндәр, «Төхвәт кантон», «Ғәҙебәк Насир», «Байсауыл» кеүек һирәк яңғыраған халыҡ йырҙарын табып, әҙерләнеп килгәндәр. Уҙған «Ирәндек моңдары»нда сәхнәгә сыҡҡан йәштәребеҙ бөгөн йырсы булып танылды. Тимәк, киләсәгебеҙ ышаныслы тиергә була.
Бөгөн «Ирәндек моңдары» конкурсы тамамланды икән, иртәгә яңыһына әҙерләнә башларға кәрәк. Берәй райондан еңеүселәр бар икән, район хакимиәттәре башлыҡтары уларҙы халыҡ алдында ҡотлаһын, ҡанатландырһын, ауылдар буйлап концерттар менән йөрөтһөн. Был конкурстың лауреаты булыуын һәр уңайы сыҡҡан урында атап үтеү кәрәк. Беҙҙең башҡорт халыҡ йырҙарын итальяндарҙың, был ҡайһы ариянан, тип һорағанын ишеткәнем булды. Йәғни улар башҡорт халыҡ йырҙарын донъя кимәлендәге классик йыр сәнғәтенә тиңләй.
Баязит БАЙНАЗАРОВ:
– Мин, башлыса, балалар бәйгеһен баһаланым. Улар быйыл бик йомшаҡ әҙерләнгән. Әлбиттә, балаларҙың тауыш диапазонын тикшереү, ауыр көйҙәрҙе йырлаттырыу тигән нәмә юҡ: улар «ҡара юрға», «Һандуғас» кеүек еңелсә йырҙарҙы башҡарһа, үҙе булған. Шулай булһа ла, бәйгеселәрҙең Баймаҡ һәм Сибайҙан ғына күпләп килеүе, конкурстың географияһы ошо ике төбәккә генә ҡайтып ҡалыуы насар күренеш булды. Фәрүәз ҡотоевтан башҡа иҫтә ҡалырлыҡ сағыу сығыштар булманы тиергә мөмкин. Был бала «Сибай»ҙы ололарҙан бер ҙә ҡалышмай башҡара алды.
Килгән балаларға ла етди ҡараш етешмәгәне күренеп тора: улар ҡурай, баянға ҡушылып йырлап өйрәнмәгән, шуға ҡаушап ҡалдылар. Махсус уҡытыусылары булмауы ла сәбәптер инде быға. Балалар ошондай мәртәбәле конкурстарға йөрөп шымара, оҫтара, тәжрибә туплай – шуны оноторға ярамай.
Еңеүселәр
Балалар араһында
1-се урын – Фәрүәз ҡотоевҡа (Баймаҡ районы, Буранбай ауылы),
икенсе урын – Исмәғил Хәлисовҡа (Әбйәлил районы),
Александра Сверловаға (Силәбе өлкәһе, Сосновка районы),
өсөнсө – Гөлдәриә ҡаһарманова (Сибай ҡалаһы),
Айбулат Оморҙаҡов (Белорет районы),
Гөлсиә Маракановаға (Сибай ҡалаһы) бирелде.
Һәүәҫкәрҙәр араһында
1-се урынды бер кемгә бирмәҫкә ҡарар ителде,
Әлфиә Мырҙабаева (Бөрйән районы) – икенсе,
Зәлиә Бәхтиева (Өфө ҡалаһы) – икенсе,
Ирназар Хәсәнов (Сибай ҡалаһы) өсөнсө урын алды.
Профессионалдар араһында
1-се урынды – Рәдиф Зарипов (Өфө) һәм
Салауат Мөхәмәтйәров (Өфө),
икенсене – Гөлсиә Хилажева (Учалы),
өсөнсөнө Рәфис Сирусин (Сибай) һәм
Гөлсинә ҡудашева (Сибай) яуланы.
Илшат ҡАНСУРИН.
Сибай ҡалаһы.
АВТОР фотолары.
Оҡшаш яңылыҡтар
23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары