RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » «Өмөтлө ҡәләм» илһам тарата

29.05.2012 «Өмөтлө ҡәләм» илһам тарата

Ғафури районында «Һәләт­ле балалар» программаһы сик­тәрендә байтаҡ сара уҙғарыла. Яҡташыбыҙ, шағирә, прозаик Гөлнур Яҡупова премияһына уҙғарылған, хәҙер инде матур йолаға әйләнгән «Өмөтлө ҡәләм» конкурсы шулар араһында иң әһәмиәтлеһелер, моғайын.

Шиғриәт байрамы йылдан-йыл киңерәк ҡолас ала бара. Быйыл да бәйгелә районыбыҙҙың һәр мәктәбенән тиерлек уҡыусылар ҡатнашты, баһалама комиссияһы тарафынан 300-ҙән ашыу ижади эш ҡаралды. ҡәләмен шымарта, яҙыу даирәһен киңәйтә барған таныш исемдәр янына яңылары өҫтәлә. Бәйгегә килгән шиғырҙарҙың күпселеге «Табын» гәзитендә баҫылды. Балалар әҫәрҙәрендә ихласлыҡ, ябайлыҡ, тормош күренештәрендәге бар матурлыҡ сағылыш таба. Тыуған яҡты данлай, тәбиғәттең һәр миҙгелен йәйғор төҫтәрендә балҡытып күрһәтә, хайуандар донъяһын йәнләндерә, ата-әсәһе, ғаиләһе менән һоҡлана, яҡты хыялдарын да асып һала улар шиғырҙарында. 11-се тапҡыр уҙғарылған «Өмөтлө ҡәләм» конкурсының йомғаҡлау тантанаһы Красноусол башҡорт гимназия-интернатында үтте. Йылдың-йылы балалар талантына битараф булмаған, уларҙың артабанғы ижади үҫешенә булышлыҡ итеүсе ойошмалар, етәкселәр бүләк әҙерләй. «Өмөтлө ҡәләм»дә йыл һайын республика матбуғаты вәкиле булараҡ ҡатнашҡан, бөгөн эшҡыуар булып киткән яҡташыбыҙ Зөбәржәт Яҡупова, мәғариф бүлеге начальнигы Шамил Хәбибуллин үҙҙәренең шәхси бүләген тапшырҙы. «Шул тиклем фекерле шиғырҙар осрай. Был беҙҙең, өлкән быуын яҙыу­сылар, өсөн ҙур ҡыуаныс. Ойоштороусыларға рәхмәт. Әҙәбиәткә килеү ҡыйын түгел, унда ҡалыуы ҡыйын, был һирәк кешеләр өлөшөнә төшә. Киләсәктә тырышып, үҙ өҫтөндә эшләһәләр, бөгөнгө еңеүсе, шиғыр уҡыған балалар араһында шағир булып китерлектәре бар», − тине «Өмөтлө ҡәләм»дең ҡунағы, яҡташ яҙыусыбыҙ Рәшит Сабитов.
Конкурста уҡыусыларҙың әүҙем ҡатнашыуында уҡытыусыларҙың да өлөшө ҙур. Шуға ла бәйгегә йомғаҡ яһағанда уҡыусылары әүҙем ҡатнашҡан мәктәптәр билдәләп үтелде. «Табын» гәзите мөхәррире урынбаҫары С. Ғәлиуллин ижади эшләгән уҡытыусылар Әлфиә Рафи­ҡова (Үзбәк мәктәбе), Рәмзиә Монасипова (Крас­ноусол баш­ҡорт гимназия-интернаты), Лилиә Хәсәнова (Яңғыҙ­ҡайын) һәм Айрат Хәлиловҡа (Еҙем-ҡаран) Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Бәйгенең иң тулҡынландырғыс мәле – еңеүселәр ара­һынан «иң-иң»дәрҙе билдәләргә ваҡыт етте. Ошо конкурста балаларҙың ижади һә­ләтен һәм ҡанаттарын нығытыусы күренекле шағирә, прозаик, Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты Гөлнур Яҡупова Айгиз Хәкимовҡа, Алина Аҡъюло­ваға, Гөлдәриә Вәлитоваға еңеүсе танытмаһы һәм аҡсалата премия тапшырҙы, автограф менән яңы китабын бүләк итте.
− Күңелендә тыуған хис-тойғоно, кисерештәрен аҡ ҡағыҙға төшөргән һәр бала киләсәктә шағир булып китер тип әйтеп булмай. Шағирҙар − һирәк күренеш. Хисле, маҡсатҡа ынтылышлы кеше тормош ауырлыҡтарына бирешмәй. Күберәк уҡығыҙ. Интернет һәйбәт булһа ла, бер нәмә лә китапты алмаштыра алмай. ҡәләмегеҙҙе ташламағыҙ, шымартығыҙ, төрлө жанрҙа көсөгөҙҙө һынап ҡарағыҙ, инша яҙыу ҙа ижадтың бер төрө, − тине Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы һәм шиғри күстәнәсенән ауыҙ иттерҙе. Уның «Ейәнгә хәтер туҡыйым» шиғырын яратып тыңланылар.
Быйылғы конкурста ла күп һәләттәр асылды, тинек. Ысынлап та, «Йәш ижадсы» номинацияһында ғына байтаҡ малай-ҡыҙ билдәләнде. Күп балалар халыҡ ижады булған әкиәт жанрына мөрәжәғәт иткән. Сәсәндәре­беҙҙең юлын дауам иттерерлек маһир һүҙ оҫталары әле буласағын «ҡобайырсы» номинацияһында еңеүсе Фәнис ҡотлогилдин иҫбатланы. Биш йәшлек сағынан «Өмөтлө ҡәләм»дә шиғырҙары менән әүҙем ҡатнашҡан Артур Сафиндың ҡәләме шымарғандан-шымара бара.

Гөлсиә КӘРИМОВА.
Ғафури районы.


Тәҙрәләге
гөлдәр

Тыуған йорттоң ҡапҡаһына
еткәс,
Таныш тәҙрәләргә
ҡарайым.
Тәҙрәләрҙә гөлдәр ихлас
көлгәс,
«Атам-әсәм нисек?» –
һорайым.
Таный мине гөлдәр, һаумы,
тиеп,
Өндәшәләр гүйә баш эйеп,
Саҡыралар өйгә:
әйҙүк-әйҙүк,
Көтә улар һине, ашыҡ, тип.
Тыуған йорттан алыҫ
йөрөһәм дә,
Һәр саҡ уйҙа тыуған
урамым.
Алып китһәләр ҙә юлдар
ситкә,
Уйҙарымда ҡайтып урайым.
Тәҙрәләрҙән миңә
йылмайһындар,
Сәскә атһын бәхет гөлдәре.
Атай-әсәй гелән көтөп
торһон,
Матур үтһен ине көндәре!

Гөлгөнә КӘРИМОВА,
Красноусол башҡорт
гимназияһы, 10-сы класс.

Аҡмулланың алтын һүҙҙәре

Был донъяла минең өсөн
Иң ҡәҙерле, иң бөйөк –
Әйтә алам күҙ ҙә йоммай:
Башҡорт теле ул, тиеп.
Ошо телдә тәүге тапҡыр
«Әсәй» тип өндәштем.
Шатлығымды дуҫтарыма
Ошо телдә өләштем.
Уҡыу кәрәк, башҡорттарым,
Тигән бөйөк Аҡмулла.
Уҡый-уҡый белем өҫтәп,
Рухты байытып була.
Бәләкәйҙән Мифтахетдин
Уҡырға зирәк булған.
Тормоштоң бөтә асылын
Белем аша күр(ә)алған.
Аҡмулланың аҡ нурына
Сумған телдә һөйләшәм.
Уҡыу кәрәк, дуҫтар, тиеп
Мин дә һеҙгә өндәшәм.

Алина АҡЪЮЛОВА,
Еҙем-ҡаран урта
мәктәбе, 6-сы класс.

* * *
Йылғаларҙа боҙҙар китте,
Беҙҙең менән хушлашып.
ҡыштың һалҡын көндәре
Ағып бөттө ҡушлашып.
Тамсыларҙың йырҙарын
Тыңласы һин аҙ ғына!
Шундай моңло композитор
Донъяла тик Яҙ ғына.

Гөлназ ЯМАЛЕТДИНОВА,
Йөҙимән урта мәктәбе,
7-се класс.


Рәми

(ҡобайыр)

Быуатты-быуатҡа туғарған,
Батыр ҡанын һуғарған
Башҡорт тигән баш ерҙә
Һис кемгә лә баш эймәҫ,
«Илем» − тиеп йән атҡан,
«Тел» − тиеп тел
шартлатҡан
Ер балаһы мин булам.
Ил дауамы мин булам,
Һөйләр һүҙем шул булыр,
Һүҙем аңлыға һыйыр:
Рәми рухы алдында
Затлының заты китмәҫ,
Шағир рухы алдында
Илемдең ҡото бөтмәҫ,
Һүҙемдең бәҫе китмәҫ.
Рәми теле – телемдә,
Рәми даны – илемдә,
Рәми аңы − аңымда,
Рәми ҡаны – ҡанымда,
Рәми рухы – халҡымда.
Рәми аҡылы – алдымда,
Унан алам рухиәт.
Илен һөйгән, телен белгән
Һис юғалмаҫ – шуны әйт.
Ал таңдарға ынтылам,
Аң-белемгә тартылам,
Халҡым, тиеп ут йотам.
Халҡым күңеле быяла,
Насарлыҡтан ыуала,
«Аҡ үлем»дән быуыла.
Буталған был доньяла
Һыуы менән ыуы ла,
Яҡшы менән насары,
Таҙа менән бысрағы...
Яманлыҡта – ҡара сир,
Иңрәй хатта изге ер,
Зары өҙә үҙәкте,
Нисек кенә түҙмәктер.
Шуға йәнкәйем һыҙлай.
Рәми аҡылын тотайыҡ,
Киләсәккә баш ҡуйып
Тура юлдан атлайыҡ.
Батырҙан батыр тыуғанда,
Намыҫты намыҫ тотҡанда,
Ырыуың затлы булғанда,
Рәми рухы йәшәһен,
Улар һипкән аҡ тамыр
ҡоромаһын, кипмәһен,
Халҡым, тигән көслө рух
Ташламаһын, китмәһен.

Фәнис ҡОТЛОГИЛДИН,
Красноусол башҡорт
гимназияһы, 10-сы класс.










Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Үҙебеҙ һайлаған юл


Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Тамырҙарымда башҡорт ҡаны аҡҡаны менән ғорурланам

Улар алдында баш эйәбеҙ

13.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Улар алдында баш эйәбеҙ


Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Мин – россиянмын!

10.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин – россиянмын!


Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!

19.04.2016 - Конкурстар » Йәшлек гүзәле Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!


Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Кешеләрҙең тәнен генә түгел, күңелен дә дауалаясаҡ ҡыҙ

Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Һылыу ҙа, һәләтле лә беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары!