01.06.2012 «Күңел һалыу етмәй, әҙ була ул, Баш һалайыҡ бала – батша тип»
Гөлдөр
ҡолаҡ һалығыҙсы – сабый
көлә,
Күҙ һалығыҙ – сабый йылмая.
Өнһөҙ ҡалам, кеше йөрәгенә,
Өйҙәренә шулар һыймаһа.
Күҙ һалығыҙ, күңел
һалығыҙсы,
ҡолаҡ һалығыҙсы, булмаһа.
Йөрәктәрҙе ярыр бер көн
тынлыҡ,
Бәүелеп торған бишек
булмаһа.
Бала болдо нығытыусы бит ул,
Ризығын да үҙе килтерә.
Балалыҡҡа баш һалмаған
кеше
Үҙ шатлығын үҙе үлтерә.
ҡолаҡ һалығыҙсы, күҙ
һалығыҙ,
Ихлас итеп күңел һалығыҙ!
Килеп күмһен шундай байрам-
хайран,
Йоҡо белмәҫ йөрәк ялығыҙ.
Күңел һалыу етмәй, әҙ була ул,
Баш һалайыҡ бала –
батша тип.
Бушлыҡтарға ҡаршы
атламайыҡ,
Быуын араларын ҡаҡшатып.
ҡолаҡ һалығыҙсы – сабый
көлә,
Күҙ һалығыҙ – сабый көлдөрә.
Тарыҡмағыҙ йәнһеҙ
тынлыҡтарға,
Тарығыҙ һеҙ гөлдөр-гөлдөргә.
Сөләймәнем
Уланғынам, улым, улым,
Уйлағаным, һөйләгәнем –
Тик һин генә.
Сөләймәнем, Һөләймәнем,
Аҡыллы һәм зирәк булып
Үҫһен генә.
Һөйкөмлө һөйәкле булһын,
Бөркөт йөрәкле булһын,
Айыу беләкле булһын,
Бүре аяҡлы булһын,
Изге теләкле булһын.
ҡурайҙай тынлы булһын,
Мышылай һынлы булһын,
Һыуһарҙай тунлы булһын,
Ризығы тәмле булһын,
Эштәре данлы булһын,
Донъяһы һанлы булһын,
Сикһеҙ даланлы булһын!
Юлы – иманлы булһын,
Үҙе – үҙенән уңһын! – тип,
Теләйем дә теләйем,
Нисәнсегә – белмәйем,
Улыҡайым, уланғынам,
Уйлағаным, һөйләгәнем –
Тик һин генә.
Сөләймәнем, Һөләймәнем,
Теләгәнем сәптәренә
Етһен генә.
Һин – көндәлек йыуанысым,
ҡыуанысым ғына түгел,
Һин – нур өмөтөмә.
Һәр әсәләй, һине батыр итеп
Үҫтереп биргем килә
Илем, өммәтемә.
Теләктәрем алдарыма килһә,
Яҡты булыр минең йөҙөм дә.
ҡоро-һары түгел, алтын һары
Булыр инем ғүмер көҙөмдә.
ҡыҙымды һағынып
Йыбыр-йыбыр ғына килеп
Йөрөйҙөр инде балам.
Һағышымды һөҙөп алып
Ағын һыуҙарға һалам.
Бытыр-бытыр ғына килеп
Йөрөйҙөр инде балам.
Бергә булған һәр минутты
Хәтерҙән һығып алам.
Күҙ алдынан үткәрәмен,
Бер айлыҡ, ике айлыҡ.
Күңел һандығымда шуның
Һәр көнө – сикһеҙ байлыҡ.
ҡояш, күренәлер һиңә
Бәләкәсем, бәпәйем.
Ерем, тояһыңдыр әле
Йомшаҡ ҡына тәпәйен.
Үпкәләйме, ҡалдырҙы, тип,
Әсәй менән атайым.
Һаман эштәр, мәшәҡәттәр
Бөтмәй бит, ҡалайтайым.
ҡыптыр-ҡыптыр ғына килеп
Йөрөйһөң инде, ҡыҙым.
Миллионлы Өфөләрҙә
Һинһеҙ шундай яңғыҙмын.
Йөрәгемдең ике һандығы бар
Йөрәгемдең ике һандығы бар,
Эскәйҙәре тулы зиннәттәр.
Шул хазинам миндә булған
саҡта
Кәрәк түгел бер ҙә йәннәттәр.
Йөрәгемдең ике һандығы бар,
Йөҙ яҡтары килеп нағышта.
Һандығымда – минең
мөхәббәтем,
Һандығымда – тағы һағыштар.
Йөрәгемдең ике һандығы бар,
ҡолаҡтары шауҙыр көмөштән.
ҡыҙғанамын шуны ят
күҙҙәрҙән,
ҡурсалайым төрлө имештән.
Йөрәгемдең ике һандығы бар,
Инселәгән ике балама –
ҡыҙғынама булған
һоҡланыуым,
Хайран булыуҙарым улыма.
Була...
Балам, балам,
ҡайсаҡ баҙап ҡалам,
Көслөрәкһең минән,
сабырыраҡ.
Миндә ҡыр(ы)ҡ сыраҡ була
булһа,
Һиндә барҙыр, ай-һай, ҡырҡ
бер сыраҡ.
Балам, балам,
Әйләндереп һала
Әйткәндәре минең
эскәйемде.
Ярай, әсәй, әсәй, һиңә ярай,
тиеп,
Башҡайымдан минең
һыйпан(ы)иһә,
Әсәкәйем, тиһә, әсәйемде!
Балам, балам,
Һинән һабаҡ алам,
Үҙем янам ғәйебемде тойоп.
Йөрәгемә һине
һыйҙырыр саҡта,
Һиңә һыйғанымды танып-
ҡыйып.
Балам, балам,
Күңелемдә – бола,
Беләм, ҡайсаҡ ошо
донъяларҙың
Әллә ниңә үсен һинән алам.
Аҙаҡ үкенәмен, эй, Аллам.
Үлсәмәйсә әйткән
һүҙҙәремде,
ҡара сырай булған
йөҙҙәремде,
Аңламаған саҡта хәлдәреңде,
Күңелеңде ҡыйған
мәлдәремдә, –
Ниҙәр кисерәһең,
Ни уйлайһың икән.
Күперҙәрҙе һис юғалтҡы
килмәй,
Йөрәгеңә илткән.
Балам, балам,
Йөрәк итем минең,
Йылмаяһың,
Ғәфү иттеңме ни?
Беләм, беләм,
Үпкәләрең үтә,
Йәнең наҙҙар көтә,
Өмөттәрең – көлтә.
Тырышамын,
Килгәненсә хәлдән,
Ләкин гел дә
Өлгө түгел һиңә һәр эштә.
Әсәймендер, бәлки
әсәйгенәмендер,
Шуныһы аныҡ –
түгел фәрештә.
Тик шулай ҙа һинең ышанысың
Мине көслө итә.
ҡолап китер саҡтарҙа ла,
Осортоп йөрөтә.
Балам, балам,
ҡайсаҡ баҙап ҡалам,
Мин үҙемдән һине
әрсейем дә,
Сырамытам һиндә –
әсәйемде.
Ир бала
ҡалайтаһың, ир затынан
булғас,
Гел аҡ һөлгө булмаҫ ҡулында.
ҡым-ғырыйға ҡаршы торор
саҡта
Һөңгөһө лә булыр улымдың.
ҡылысын да ҡайсаҡ ҡайрап
алыр,
Сыйып алыр һауа битен дә.
Үҙ-үҙенән ҡайсаҡ ҡурҡып
китер,
ҡәһҡәһәнән – ҡурҡмаҫ
бөтөнләй.
ҡалайтаһың, ир затынан
булғас,
Таянмаҫ гел ап-аҡ мендәргә.
ҡорҙаш, ултырҙаш та,
хеҙмәттәш һәм
Сәптәш булыр әллә кемдәргә.
Утҡа инеп китер кәрәк саҡта,
Теле бешер, бешер устары.
Эше бешер – үҙе беше булһа,
Кеше булһа яҡын дуҫтары.
ҡалайтаһың, ир затынан
булғас,
Гел аҡ билбау булмаҫ билендә.
Намыҫтары ғына аҡтан
булһын,
Ныҡ торһон гел, шуны
белһен дә...
Малай, егет, атай һәм олатай
Булғанда ла ҡалһын эйәрҙә.
Ата-баба рухын тотһа улым,
Ир-азамат бит ул, тиерҙәр.
* * *
Йәннәт ҡояштары –
күҙҙәреңдә,
Сәстәреңдә – ожмах еҫтәре.
Мин тойғанды тойһа
бүтәндәр ҙә,
Китер ине һушы, иҫтәре.
Көпшә уйынсыҡты ҡурай итеп
Уйнағанда улым шартлатып.
Мин күргәнде күрһә
бүтәндәр ҙә,
Телһеҙ ҡалыр ине шаҡ ҡатып.
Минең ишеткәнде бүтәндәр ҙә
Самалаһа сабый телендә,
Барыһы ла ҡыуаныстан осоп
Йөрөр ине, ана, тегендә.
Күрер ине улар, унда нисек
Зәңгәр-зәңгәр икән һауалар.
Белер ине, сабый
күҙҙәрендә –
Күңел хәсрәтенән дауалар.
Әй, фәрештә!
Әй, фәрештә! Минең
сабыйымды
Күҙ яҙҙырмай ғына ҡарауылла.
Ул үҙе лә һеҙҙең нурлы заттан,
Байрам ғына ҡыйып ҡарауы ла.
Әй, фәрештә! Һаҡла йән
итемдең
Шау уйындан торасаҡ
көндәрен.
«Өф» итеп тор әүен
алдарынан
Башын терәр йом(о)шаҡ
мендәрен.
Әй, фәрештә! Минең
бәпесемдең
Аяҙ булһын күге, зәңгәр
бәрхәт.
Был тормошто шашып һөйһөн
ҡыҙым,
Әйтһен, йәшәү ҡалай
зәһәр рәхәт.
Әй, фәрештә! Минең
доғаларҙан
Бетеү яһа, сабыйыма атап.
Хаҡ юлдарға ҡаурыйыңды
ҡой һәм
Балам китһен шунан ҡыйыу
атлап.
Әй, фәрештә! Йондоҙ-
ҡыҙсығыма
Яҡты булһын яҙмыш
сырайҙары.
Таш һарайҙар уға һорамайым,
Тик шат булһын күңел
ҡурайҙары.
Йөрәгем сеңләгәндә
Әсәй, өҫкә ҡара әле
Өйөрөлә төйлөгән.
Һүҙҙәрең йөрәккә үткән,
Күҙ йәштәрем төйөлгән.
ҡоштар төйлөгәндән һаҡлай
Бәләкәс бәпестәрен.
Күҙгә ҡарап шулай тигәс,
Өҙөлмәҫме эстәрең.
Ана, улар себештәрен
Һис ебәрмәй янынан.
Мин һағынам да ултырам,
Һин китәһең яңынан.
Үҙе бәләкәс булһа ла,
Хәбәрҙәре олонан.
Йөрәгем ебәрмәҫ микән,
Күккә ҡарап олоһам.
Иларһың да, олорһоң да,
Бауырыңдан айырғас.
ҡошсоҡтарын ҡыҙғаныуҙан
Сыр-сыу килә ҡарлуғас.
Төйлөгәндән өркөтә ул
Йомарламғыналарын.
Ниҙәр уйлап ҡалды икән
Минең ҡыҙғыналарым...
Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.
Оҡшаш яңылыҡтар
23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары