RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » «Һәр ваҡиғаны йөрәгем аша үткәрәм»

05.10.2010 «Һәр ваҡиғаны йөрәгем аша үткәрәм»

«Һәр ваҡиғаны йөрәгем аша үткәрәм»Эльвира Әсәҙуллина – «Өмет» гәзитенең хоҡуҡ, хәрби проблемалар һәм спорт яңылыҡтары бүлеге хәбәрсеһе. ҡаҙан дәүләт университетының журналистика факультетын тамамлаған. Тыуған яғы – Кушнаренко районының Иҫке Ғүмәр ауылы.
– Ни өсөн журналист һөнәрен һайланығыҙ?
– Мәктәпте тамамлағанда минең алда һөнәр һайлау проблемаһы булманы. Етенсе синыфта уҡығанда уҡ, журналист булам, тип хәл итеп ҡуйҙым да, бөтә хыялым бары тик ошо маҡсатҡа ирешеү булды. Беренсе мәҡәләләрем «Баш­ҡортостан пионеры» гәзитендә 4-се синыфта уҡығанда уҡ донъя күрҙе. Шунан «йәш хәбәрсе» исеме лә бирҙеләр, хатта «Артек» лагерына ял итергә лә ебәрҙеләр. Яҙышыу теләгем көслө булғандыр инде, күҙемә ниндәй ваҡиға салына, шул турала яҙып ебәрә инем. «Өмет» гәзите сыға башлау айырыуса шатлыҡлы булды, уның да даими авторына әйләндем. Шуға ла журналистика факультетына уҡырға инеүе ауыр булманы. Сөнки унда уҡырға инер өсөн 3 – 4 яҙма эш етһә, минең 80-гә яҡын мәҡәләм бар ине. Беренсе курсты тамамлап, «Өмет»кә практика үтергә ҡайтҡас, баш мөхәррир ышаныс күрһәтеп эшкә алды һәм, шулай итеп, республика йәштәр баҫмаһында эшләй башлауыма быйыл 15 йыл булды.
– Журналист күп кешеләр менән осраша, командировкаларға күп йөрөй. Иң иҫтә ҡалған командировкағыҙ йәки геройығыҙ булдымы?
– Әлбиттә, иҫтә ҡалған командировкалар ҙа, геройҙар ҙа бар. Иң иҫтә ҡалған геройым – Даян Мурзин. «ҡара генерал» фашис­тарҙы, гестапоны «аһ» иттергән. Чехословакияла партизандар отрядын етәкләгән күренекле шәхес тураһында 9 Май байрамы уңайынан мәҡәләләр әҙерләгәйнем. Тере генерал менән яҡындан аралашыу бәхете тейҙе.
2007 йылда Дүртөйлө районының Әсән ауылына командировкаға барғайныҡ. Шәйехзада Бабичтың һөйәктәре табылған һәм уның тыуған ауылынан үҙе йәшәгән йорт урынынан тупраҡ алып, үҙе үлтерелгән Йылайыр районындағы ҡәберенә һалырға алып киттеләр. Беҙ ошо ваҡиғаны яҡтыртырға барғайныҡ. Әсән ауылында Ш. Бабичтың өс туған ҡустыһы Тәлғәт ағай Йәғәфәров йәшәй икән. Ике аяҡһыҙ, һыңар күҙле. Бала сағында ҡолап, умыртҡа һөйәген йәрәхәтләгән. Дауаханаларға ла йөрөтөүсе булмаған. Әммә, ғәриплегенә ҡарамай, тормоштоң яғаһына йәбешеп йәшәй. Лайыҡлы ғүмер юлы үтеп, 78 йәштә лә емертеп йәшәп ята ине. Үҙ ҡулдары менән өй, һарай, мунса һалған, 35 сутый ере бар. Картуфын да ултырта, бесәнен дә саба, мал тота ине. Был кешенең күңеле аҡ ҡар кеүек саф, пак булыуына һоҡландым. Ул беҙҙең менән, балаҡайҙарым, тип кенә һөйләште. Ғүмер йомғағын һүтте лә һүтте. Мин унан бер зарланыу, уфтаныу һүҙе лә ишетмәнем. Яҙмышына буйһонған, әммә теҙ сүкмәгән. Үҙенә бирелгән юлдан әкрен генә, һәлмәк кенә китеп бара... Уның изге күңелле булыуына һоҡландым, әммә ғәриплегенә әрненем. Тәлғәт ағай беҙҙе изге теләктәр, хәйерле юл теләп оҙатып ҡалды. Тағы шул яҡтарға юлым төшһә, уның эргәһенә инермен, хәлен белермен, тип үҙемә һүҙ биргәйнем...
ҡариҙел районының Яңы Бәрҙәш ауылына командировкаға барыу күңелдә тәрән эҙ ҡалдырғайны. Бәҙрәфкә батып үлгән ҡыҙҙың яҙмышын яҙыу, уның етем ҡалған балаһы, ире менән осрашыу, ауыл халҡының нәфрәтен аңлатыу мөмкин түгел ине. ҡыҙ бала яҙмышы... Яңылышыуы, бик йәшләй дәртенең ҡорбанына әүерелеүе, иренең ғаиләһендә ихтирам ҡаҙана алмауы, ғөмүмән, яҙмышы бик үкенесле ине. Мәҡәләгә «Сәйер үлем» тип исем бирҙек. Ысынлап та, уның үлеме сәйер булып ҡалды.
– Нимә хаҡында яҙыуы ауыр?
– Хәрби хеҙмәттә һәләк булған һалдаттар хаҡында яҙыуы ауыр. Ата-әсәләрҙең ҡайһыһы сабыр ғына һөйләй, ҡайһыһы үкһеп илай... ҡулымдан килһә, балаларын ҡайтарып, осраштырыр инем дә, тыныс күңел менән ҡайтып китер инем. Үкенескә күрә, был мөмкин түгел. Уларҙың һыҙланыуҙары йөрәгем аша үтә, кеше ҡайғыһын күреү бик ауыр.
Юл-транспорт фажиғәләре хаҡында яҙыу ҙа еңел түгел. Әле йәшәргә лә өлгөрмәгән, яңы тыуған сабыйҙарҙың ҡан эсендә ятыуын күреүе ауыр. Водителдәр руль артында иғтибарлы, юл хәрәкәттәрендә ҡатнашыусыларға ихтирамлы булһын ине.
Дүртөйлө изоляторында бер ҡатындың илереп илағаны хәтеремдә. ҡатын-ҡыҙҙар камераһында сәй эсеп ултыралар ине. Һаҡсының ишектән инеп килеүен күргәс, ҡатын-ҡыҙ әсирҙәр үрә баҫты. Һаҡсы минең хәбәрсе икәнемде әйтте. һорауҙарымды бирә башланым. 30 йәштәрҙәге ҡатын: «Иректә өс йәшлек балам ҡалды, мине наркотик һатҡан өсөн алты йылға ултырттылар», – тине. Мин, ғәжәпләнеүемде йәшермәйенсә: «Һеҙ ҡайтҡанда балағыҙ туғыҙ йәшлек була бит инде», – тинем. ҡатындың күҙҙәренән йәштәре тәгәрәне. Ул балаһын уйлап иланы.
«Уның ҡарауы, рәхәтләнеп бер кейенеп, тәмле итеп ашап ҡалдым», – тине. Ул наркотик һатҡан кешеләр ҙә бит әҙәм балалары, кемдеңдер ғәзиздәре ине. Уларҙың һынған яҙмыштары өсөн кем яуап бирергә тейеш? Журналист булғас, ВИЧ-инфекциялы наркомандар ятҡан дауаханала ла булдым. Улар шәүлә кеүек кенә йөрөй. Был донъяла бер ғәмдәре юҡ. Табиптар дарыуҙар менән генә ғүмерҙәрен оҙайтып тора. Улар йәмғиәттән айырылған, кешелектән сыҡҡан кешеләр ине... Транкви­лизатор тәьҫирендә сайҡалып, үҙ эйфорияһында йөрөүселәр... Улар ҙа бит кемдеңдер ғәзиз балаһы... Бер әсәнең яҙмышы әле лә күҙ алдынан китмәй. Ул өс бала үҫтергән – ике малай, бер ҡыҙ. Бер малайы наркомания һаҙлығына батып, ҡатыны менән икәүләшеп эшләмәй, өйҙәге әйберҙәрҙе һата. Улдары ла донъяға килә. Икенсе улы иһә милицияға эшкә инә. Ғаиләләге туҡтауһыҙ ыҙғыш, ағаһының тәртипһеҙ йәшәү рәүеше, әсәһен мыҫҡыллап йәшәүе уны һуңғы сиккә еткерә: эшенән пистолетын алып ҡайта ла ағаһын атып үлтерә... Балаһы менән еңгәһен быуа...
Прокурор был егеткә үлем язаһы биреүҙәрен һораны... Әсәләре суд бөткәнсе күҙ алдымда ап-аҡ сәсле әбейгә әйләнде...
– Бөгөн һеҙҙе ниндәй проблемалар борсой?
– Былтыр Силәбе өлкәһендәге Сыбаркүл гарнизонында хәрби йыйында булып, «утлы нөктә»ләрҙә эшләү тәртибенә өйрәндем. Өсөнсө мең йыллыҡ тарихыбыҙға терроризм тигән ҡурҡыныс һуғыш менән килеп инде. Беренсе, икенсе чечен һуғыштары, Төньяҡ Кавказдағы ҡанлы бәрелештәр... Һәм ваҡытһыҙ ғүмерҙәре өҙөлгән Рәсәй һалдаттары. Журналист һөнәре был һуғыштар менән тығыҙ бәйләнгән. Яу барған урындарҙан, ҡанлы бәрелештәрҙән яҙылған репортаждар, төшөрөлгән фильмдар һуғыштың ни тиклем ҡурҡыныс һәм ҡан ҡойғос булыуын күрһәтә. Әммә күп осраҡта журналистар, ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, һөнәри бурыстарын үтәргә мәжбүр. Беренсе, икенсе чечен кампанияларында ғына 90 журналистың ғүмере өҙөлгән. Силәбелә беҙҙең өсөн нәҡ һуғыш шарттарында һөнәри бурыстарҙы үтәү һәм шул уҡ ваҡытта иҫән ҡалыу дәрестәре үткәрелде. Нисек итеп снайпер пуляһына эләкмәҫкә, мина баҫыуын имен үтергә, миномет, гранатомет, үҙйөрөшлө артиллерия атҡанда иҫән ҡалып буламы, боевиктар йәшергән шартлатҡыстар­ҙы, «растяжка»ларҙы нисек танырға, яралы иптәшеңә беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү, йәшерен урындар­ҙан репортаж эҙләү, террор­ға ҡаршы операцияларҙы, дөйөм тәртипһеҙлектәрҙе яҡтыртыу, әсирлеккә эләкһәң, үҙеңде нисек тотор­ға һ. б. һорауҙар буйынса хәрбиҙәр үҙҙәренең кәңәштәрен бирҙе. Мин был хәрби уҡыуҙарҙан бары тик бер генә уй менән ҡайттым – терроризм фашизмдан да ҡурҡынысыраҡ, ҡот осҡосораҡ. Дошмандың кем һәм ҡайҙа икәнен белмәйһең. Һуғышта иҫән ҡалып буламы, тигән һорауға ла яуап таба алманым. «Уҡыуҙарҙан ҡайтҡас, тынлыҡҡа аптырап бер булдым. Аҙна буйына ҡолаҡ төбөнән автомат, шартлау тауыштары китмәне. «Утлы нөктә»ләрҙә хеҙмәт итеп, ата-әсәһенә ҡайғы-хәсрәт килтермәй, иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡан барлыҡ хәрбиҙәр һәм һалдаттар алдында башымды эйәм.
Һәләк булғандарҙың исемдәре мәңге йөрәктәрҙә һаҡланһын! Шуға ла, тыныслыҡты һаҡлау – һәр беребеҙҙең бурысы, тигән фекергә килдем. Бер генә бирелгән ғүмерҙең ҡәҙерен белеп, матур йәшәргә кәрәк.
Алиса ИМАНҒОЛОВА әңгәмәләште.










Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Үҙебеҙ һайлаған юл


Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Тамырҙарымда башҡорт ҡаны аҡҡаны менән ғорурланам

Улар алдында баш эйәбеҙ

13.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Улар алдында баш эйәбеҙ


Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Мин – россиянмын!

10.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин – россиянмын!


Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!

19.04.2016 - Конкурстар » Йәшлек гүзәле Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!


Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Кешеләрҙең тәнен генә түгел, күңелен дә дауалаясаҡ ҡыҙ

Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Һылыу ҙа, һәләтле лә беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары!