RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Көслө лә ул, матур ҙа ул беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар

10.04.2012 Көслө лә ул, матур ҙа ул беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар

Көслө лә ул, матур ҙа ул беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар
йәки Өфөлә физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар тәрбиәләүсе әсәләр араһында “Гүзәлкәй – 2012” бәйгеһе үтте
Бала табыУ, үҫтереү һәм тәрбиәләү ауырлыҡтарын бары тик әсәләр үҙҙәре генә беләлер. Үҙ ғәзиз йән киҫәккәйҙәрен аяҡҡа баҫтырғансы күпме төндәрен йоҡламай, ашар ашын ашамай улар. Ләкин ҡатын-ҡыҙҙың был ауырлыҡтарға зарланып ултырыуын бер ҡасан да күрмәҫһең. Бары тик үҙ сабырлығына таянып, ғаиләләре ишле булыуына ҡыуанып йәшәйҙәр. Уларҙан яҙмыш, баланың ниндәйе кәрәк, тип һорап тормай. ҡайһы ваҡыт һау-сәләмәт тормош алып барған, донъяларын бары тик наҙ һәм күңел йылыһына ғына сорнап йәшәгән ғаиләлә лә физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар донъяға килә.

Яңыраҡ Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында бындай әсәләрҙе тормош мәшәҡәттәренән бер ни тиклем ял иттерерлек матур сара – “Гүзәлкәй – 2012” бәйгеһе үтте. Исеме үк әйтеп тороуынса, конкурстың асылы тәү сиратта ҡатын-ҡыҙҙарҙың эске һәм тышҡы матурлығын тулыһынса сағылдырыуға ҡоролдо. Унда береһенән-береһе сибәр, уңған һәм үҙ сабыйҙарын яратҡан алты гүзәл зат ҡатнашты. ҡайһы бер мәлдә бәйге ҙур популярлыҡ яулаған “Һылыуҡай” республика конкурсын да хәтерләтте.
Һәр бәйге беренсе сиратта конкурсанттар менән таныштырыуҙан башлана. “Гүзәлкәй – 2012”-лә ҡатнашыусылар тәүҙә үҙҙәре, яҡын кешеләре, хыялдары һәм шөғөлдәре хаҡында һөйләне. “Һылыуҡай”ҙың үҙең менән таныштырыу өлөшөндә конкурсанттарҙың сығыштары тормош-көнкүреш проблемаларынан алыҫыраҡ, ә был бәйгелә әсәләр тәү сиратта үҙҙәрен ғаиләләре, ярат­ҡан балалары менән бәйләп асты. Уларҙың һәр сығышында “Ғаиләм − ҡәлғәм”, “Балам һәм ирем – минең ҙур байлығым” тигән фекерҙәр яңғыраны. Хатта үҙ биографияларын бала саҡ иленә яҡынайтып асыусылар ҙа булды. Кемдер үҙен төп ролгә ҡуйып әкиәт һөйләне, кемдер бала саҡ йырын йырланы, кемдер һәр тормош этабын бер вагон­ға тиңләп, ҡағыҙҙан сәхнә оҙонлоғондағы поезд эшләгәйне.
Бәйгесе ҡатын-ҡыҙҙар ижад менән дә дуҫ икән. Был бәйгелә сәхнәлә әзербайжан телендә матур йырҙар, ҡумыҙҙа оҫта уйнау һәм бейеүҙе берләштергән сығыштар, һәр кемдең күңеленә үтеп инерлек шиғырҙар булды. ҡайһы ҡатын-ҡыҙ магазинға йөрөмәй икән? Бер мәл конкурсанттар сәхнәгә аҙыҡ-түлек тултырылған кәрзиндәрен тотоп сыҡты. Был бәйгелә улар матур дефиле ғына күрһәтеп ҡалманы, ә үҙҙәре һайлаған аҙыҡ-түлекте оҫта хужабикә булараҡ маҡтаны, уның һаулыҡҡа файҙаһы тураһында ла һөйләне.
Оҫта хужабикә аҙыҡ-түлекте тотоп ҡарап ҡына ла исемен әйтә алырмы икән? Һәр бәйгесенең күҙҙәрен бәйләп, ҡулына ярмалар һалынған кәсәләр бирҙеләр. Улар “һә” тигәнсе бармаҡ остары ярмаға тейер-теймәҫтән “дөгө”, “ҡарабойҙай”, “борсаҡ”, “фасоль” тип әйтеп һалды.
Үәт, күҙҙәре ҡыҙҙы бит алып барыу­сылар­ҙың һәм тамашасыларҙың киләһе бәйгелә. Һәр ҡатын-ҡыҙ үҙе бешергән ризыҡтың иң тәмлеһен, матур биҙәлгәнен баһалама ағзалары хөкөмөнә тәҡдим итте. Алғы рәттәрҙә ауыҙ һыуҙарын ағыҙырлыҡ тәмле еҫтәр таралды. Артабан әсәләр модалы кейемдәр­ҙе, спортҡа әүәҫлектәрен дә күрһәтте.
Башҡа матурлыҡ конкурстарынан айырылып торған “Гүзәлкәй – 2012” конкурсында жюри ағзалары бәйгеселәрҙең профессионаллек, креативлыҡ, хужабикәлек, аралашыусанлыҡ һәм әсәлек сифаттарын тикшереп, еңеүселәрҙе билдәләне. Алеся Теймуроваға − “Аҡыллылыҡ”, Гүзәл Желноваға − “Һөйкөмлөлөк”, Эльвира Гадиеваға – “Оригиналлек”, Фирҙәүес Ғиззәтуллинаға “Грация” номинациялары бирелде. “Вице-мисс” исеме һәм “Салют” ял йортона әсә һәм бала өсөн өс аҙналыҡ путевканы Эльмира Ғәлиәхмәтова алды. Ә сараның төп бүләген – гран-прийын Светлана Маликова яуланы.

Самат ҡОТЛОЕВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Үҙебеҙ һайлаған юл


Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Тамырҙарымда башҡорт ҡаны аҡҡаны менән ғорурланам

Улар алдында баш эйәбеҙ

13.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Улар алдында баш эйәбеҙ


Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Мин – россиянмын!

10.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин – россиянмын!


Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!

19.04.2016 - Конкурстар » Йәшлек гүзәле Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!


Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Кешеләрҙең тәнен генә түгел, күңелен дә дауалаясаҡ ҡыҙ

Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Һылыу ҙа, һәләтле лә беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары!