27.03.2012 Ибрайҙа – “Һылыуҡай” байрамы!
Бөгөн март ҡояшының сағыу ҡояшы нурҙарын мулыраҡ һипкәндәй, кәйефтәр байрамса, күңелдәр күтәренке. Сөнки байрамса биҙәлгән залға, тамаша ҡарарға килгән уҡыусыларҙың күплегенә ҡарап, тиҙҙән бында “Һылыуҡай – 2012” гүзәллек бәйгеһе башланасағын һиҙенәһең. Ысынлап та, бер аҙҙан Айнур Туҡтаевтың “Эй, ҡыҙҙар” йыры яңғырай һәм алып барыусылар – Шамил Дауытов менән Рузилә Иҙрисова баһалама ағзаларын залға саҡыра. Абруйлы жюри составына был юлы мәктәптең балалар советы егеттәре, уҡытыусыларҙан Ә. Татлыбаев, З. Иҙрисов һайланды.
Бөгөн “Һылыуҡай” бәйгеһендә һигеҙ ҡыҙ ҡатнаша. Улар иң тәүҙә үҙҙәре менән таныштыра. 5-се синыфтан Фаягөл Мөхәмәтйәнованың шиғырында ҙур ҡыҙҙар менән бәйгегә сығыуы, уның саялығы сағылһа, 9-сынан Таңһылыу ҡолмөхәмәтова үҙен ҡобайыр әйтеп, һамаҡлап таныштырҙы; 6-сынан Нурзилә ҡолғарина, 7-сенән Нурзилә Иҙрисова үҙҙәре хаҡында шиғыр юлдары аша һөйләне; 9-сынан ҡарлуғас Күсәрбаева йыр-моңдан киләсәктә лә айырылмаясағы хаҡында белдергән һүҙҙәре менән иҫтә ҡалды; 5-сенән Айгүзәл Мырҙабулатова менән 6-сынан Румина Күсәрбаева ла башҡаларҙан ҡалышманы.
Өйгә эшкә бөтә ҡыҙҙарға ла башҡорт аш-һыуының бер төрөн бешереп алып килергә ҡушылғайны. ҡыҙҙар тырышҡан, өҫтәл аллы-гөллө сәскәле болондо хәтерләтте. Бынан тыш, өс ҡыҙ – Нәркәс, Таңһылыу, Нурзилә ҡолғарина, күргәҙмә ойоштороп, үҙҙәренең ҡул эшенә маһир булыуын да күрһәтте.
Башҡорт бейеүендә ҡыҙҙарҙың һомғоллоғо, һығылмалылығы, нәзәкәтлеге, һөйкөмлөлөгө, наҙлылығы сағыла. Был бәйгелә конкурсанттарҙың ошо сифаттарын күҙәтә алдыҡ. Артабан кисәне ойоштороусылар үҙ һынауҙарын тәҡдим итте. Һылыуҡайҙарҙың аҡылын, йор һүҙлелеген, сәсән теллелеген һынау өсөн Зимфера Хәкимйән ҡыҙы биргән һорауҙарға бәйгеселәр шул ыңғайға шартлатып һәм дөрөҫ итеп яуабын да бирҙе. Миңнур Нуретдин ҡыҙы ҡыҙҙарҙың уңғанлығын, етеҙлеген һынау өсөн төймә тағыу ярышы ойошторҙо.
Ижади бәйгелә кемдер бейеһә, йырлаһа, берәүҙәр шиғыр ятланы, ә Нурзилә ҡолғарина үҙе яҙған шиғырҙы һөйләп ишеттерҙе. Иң ҡыҙыҡ һәм сағыу ярыштарҙың береһе – туҡыма ҡулланмай тегелгән кейемдәрҙе күрһәтеү булғандыр. ҡыҙҙарҙың фантазияһына иҫең китерлек: төҫлө пакеттар, гәзит, тоҡ, кассета таҫмалары, киндер тоҡтар – күҙ сағылдырырлыҡ кейемгә әйләнгән. Артабан дефиле – ҡыҙҙарҙың ҡупшы күлдәктә матур атлап йөрөүе лә һоҡланғыс тамаша булды.
Ниһайәт, конкурсты йомғаҡлау мәле лә етте. Иң беренсе Әхмәт Әхәт улы “Һылыуҡай” бәйгеһенең бағыусыһы, шәхси эшҡыуар Ғөбәйтулла Иҫәнсуринға ҙур рәхмәтен белдерҙе. Һәр бәйгесе диплом һәм бүләккә лайыҡ булды һәм уларҙы һигеҙ жюри ағзаһы бүләкләне. “Тамашасы һөйөүе” номинацияһына Фаягөл лайыҡ булһа, киләһе бәйгеләрҙә еңеүсе булырлыҡ тип, “Өмөт” номинацияһы Нурзилә ҡолғаринаға бирелде; “Иң һөйкөмлө” исеме Айгүзәлгә бирелһә, “Иң серле”һе Румина булды, III урынға – Нурзилә Иҙрисова, II урынға Нәркәс сыҡты; I урынды ҡарлуғас яулаһа, гран-приға – “Һылыуҡай – 2012” таҫмаһы һәм еңеүсе тажына Таңһылыу лайыҡ булды. Афарин, ҡыҙҙар! Тамашаға йыйылғандар яп-ябай ҡыҙҙарҙың һомғол, сибәр, серле, наҙлы, моңло, нурлы һылыуҡайҙарға әйләнә алыуына шаһит булып, кисәне ойоштороусыларға рәхмәт әйтеп, ҡәнәғәт таралышты.
З. АҡБУТИНА.
Ейәнсура районы,
Ибрай ауылы.
Оҡшаш яңылыҡтар
23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары